

Әҙәби сара яңы талантлы ҡәләм оҫталарын асыҡлау һәм уларҙың ижади потенциалын асыу маҡсатында уҙғарыла.
Ҡатнашыусыларҙы абруйлы жюри баһаланы: яҙыусы, “Смартфонда соло” Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты (2021), “Заман тауышы” республика патриотик әҫәрҙәр әҙәби конкурсы еңеүсеһе (2024) Мәүлиҙә Әхмәтйәнова, район мәғариф бүлеге методисы Венера Шафиҡова, “Мәсетле тормошо” гәзите хеҙмәткәре Әлфирә Ғәлимова.
Бәйгеселәр жюри иғтибарына үҙҙәренең тыуған төйәккә һәм тәбиғәткә, кесе Ватанға, ғаиләгә һөйөү менән һуғарылған шиғырҙарын, проза әҫәрҙәрен тәҡдим итте.
Әлфирә Ғәлимова Сәриә һәм Наил Нуриевтарға Мәсетле мәғлүмәт үҙәге исеменән бүләк тапшырҙы. Район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Венера Шафиҡова мәктәп уҡыусылары Софья Худякова менән Айгөл Бәҙғетдинованы билдәләне, уларға диплом һәм китап тапшырҙы.
Мәүлиҙә Әхмәтйәнова конкурста ҡатнашыусыларға кәңәштәрен еткерҙе, артабан үҫешеүҙең һәм камиллашыуҙың мөһимлеген билдәләне.
Район китапханалар системаһы директоры Светлана Ғәлимова конкурста ҡатнашыусыларға тантаналы рәүештә дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Сажиҙә Фәйзрахманова – “Публицистика” (Әбдрәхим ауылы), Наил Нуриев – “Көн үҙәгендәге тема” (Яңы Мөслим), Сәриә Нуриева – “Һүҙ көсө” (Яңы Мөслим) һәм Зәлифә Ғәлимова “Атай йорто” (Тайыш) номинацияларында дипломдар менән билдәләнде.
Шулай уҡ “Балалар” категорияһында “Күңел донъяһы” номинацияһында – Софья Худякова (Түбәнге Бобин) һәм “Хәтер” номинацияһында Айгөл Бәҙғетдинова (Әжекәй) дипломдар алды.
Светлана Таһир ҡыҙы һәм жюри авторҙарға яңы үрҙәргә ынтылыуҙарын теләне һәм йәштәр үҙҙәрен күрһәтә алһын өсөн киләсәктә конкурстың географияһы киңәйеүенә өмөт белдерҙе.
Луиза ЗАКИРОВА.