Мәсетле районының барлыҡ клуб учреждениеларында ла тиерлек театр берекмәләре эшләй. Шулай уҡ дүрт халыҡ театры бар: район Мәҙәниәт һарайының “Илһам” башҡорт драма коллективы (етәксеһе – Эльвира Ғайсина), Оло Аҡа клубының “Сулпан” драма коллективы (етәксеһе – Миләүшә Хафизова), Ләмәҙтамаҡ клубының “Хыял” драма коллективы (етәксеһе – Рита Ҡотлоева), Теләш клубының “Рәйхан” башҡорт театр коллективы (етәксеһе – Линиза Вәлиева).
2025 йылда “Рәйхан” театры, Гөлшат Әхмәтхужинаның “Һуңғы миҙал” һәм Әминә Яхинаның “Еҙ беләҙек” исемле драмаларын уңышлы сәхнәгә сығарып, “Халыҡ театры” исеменә лайыҡ булды.
Бөгөн ул райондың иң олпат театрҙарының береһе булып тора. Теләш күп функциялы клубы ҡарамағында эшләгән “Рәйхан” драма коллективы 1957 йылда ойошторолған, беренсе етәксеһе – колхозда партком секретары, бухгалтер, магазин директоры, малсылыҡ комплексы мөдире булып хеҙмәт юлын үткән Ҡәүи Ҡыям улы Шәрипов. Уның етәкселегендә коллектив ҙур уңыштарға өлгәшкән, юғары һөнәри оҫталыҡтарын, ижади потенциалдарын раҫлап, байтаҡ спектаклдәр ҡуйған. Театр репертуарында “Рәйхан”, “Фәйзи”, “Рәйсә”, “Ай тотолған төндә”, “Әсәйемдең сал сәстәре”, “Хужа Насретдин”, “Тилекәй” кеүек билдәле әҫәрҙәр була. Коллектив 1960 йылда Мәсәғүттә үткән театр коллективтары конкурсында үҙенең тәүге наградаһын ала.
Театр тормошонда байтаҡ ауыл халҡы ҡатнаша: Нәжиә һәм Ҡәүи Шәриповтар, Хәтим Саҙиҡов, Фәрит Сафин, Зәйтүнә Вәлиева, Ситдиха һәм Миҙхәт Хафизовтар, Люция Ғәниева, Тәлғәт Сөнәғәтов, Бәхиә Дилмөхәмәтова, Рафаил Низамов, Мансур Төхвәтов, Мәрйәм Ноғоманова, Фәйзрахман Зарипов һәм башҡалар. Сәхнәлә Әсхәт Мирзаһитовтың “Әсәләр көтәләр улдарын”, “Һалдат улы”, Әнғәм Атнабаевтың “Ул ҡайтты” спектаклдәре ҡуйыла. Шулай уҡ Нәзирә Бикташева, Фирая Ниғәмәтйәнова, Данил Вәлиев, Альфред Сәлимов, Суфиян Ҡазыев, Рәҡибә Ҡотлоәхмәтова, Анфиса Өмөтбаева, Рәмзиә Дилмөхәмәтова, Рәйес Әфләтунов һәм башҡалар күп йылдар төрлө драма әҫәрҙәрен сәхнәгә сығара.
1986 йылдарҙа йәштәр әүҙем ҡушыла башлай: Линиза Вәлиева, Ким Мансуров, Фәйзрахман Зарипов, Илдар Шәрипов, Илфир Дәүләтшин, Фидаил Сәғҙиев, Ләлә Байрамғолова. Фәйзрахман Зарипов етәкселегендә Нәжиб Асанбаевтың “Таң йондоҙо”, Мөкәрәмә Саҙиҡованың “Был йөрәккә нимә кәрәк?” һәм башҡа спектаклдәре сәхнәгә сығарыла.
Рәссамдәр Рәшит Низамов һәм Фәнүр Ғарипов күп йылдар реквизиттар эшләй, спектаклдәргә декорациялар яһай, сәхнәне биҙәй.
Драма түңәрәге Теләш мәҙәниәт йорто директоры Ринат Тәҡиуллин етәкселегендә эшләүен дауам итә һәм бик күп спектаклдәр сәхнәгә сығарыла: “Һипкелле ҡыҙ” (Кәбир Аҡбашев), “Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта” (Нәжиб Асанбаев), “Айһылыуҙың айлы кистәре” (Ибраһим Абдуллин), “Ҡайырылмаһын ҡанаттар” һәм “Йән һөйгәнем һин генә” (Әминә Яхина), “Котикка һунар” (Гөлшат Шаһиева) һәм бик күп скетчтар, спектаклдән өҙөктәр ҡуйыла.
“Рәйхан” театр коллективы үҙенең эшмәкәрлеген оҙаҡ йылдар дауам итә. Коллективта төрлө йәштәге ауыл халҡы һәм төрлө һөнәр эйәләре, атап әйткәндә, уҡытыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, пенсионерҙар һәм хужабикәләр ҡатнаша. Үҙешмәкәр актерҙар һәр роль өҫтөндә ҙур ҡыҙыҡһыныу һәм теләк менән эшләй, ошоноң менән тамашасыларға ҡыуаныс килтерә. Әлеге ваҡытта театр труппаһында Альмира һәм Ринат Тәҡиуллиндар, Азамат Юнысов, Гүзәл Минғолова, Урал Айсин, Данил Вәлиев, Миләүшә Ниғәмәтйәнова, Рәсүл Фазулов, Рәмилә Сәғҙиева, Вәрис Мөхәмәтғәлин, Евгений Закиров һәм башҡалар сығыш яһай. Коллективта осраҡлы кешеләр юҡ, тип раҫлай ҡатнашыусылар. Комедия йәиһә драма булһынмы, һәр персонаж – ул айырым тарих һәм шәхестең яңы яғы.
Коллектив төрлө кимәлдәге театр фестивалдәрендә һәм конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Республика һәм район дипломдары, почет грамоталары менән бүләкләнгән.
Һуңғы йылдарҙа театрҙа режиссер булып Линиза Вәлиева эшләй. Һөнәри белеме, эш тәжрибәһе Линиза Рафаил ҡыҙына юғары һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкинлек бирә. Линиза Рафаил ҡыҙы район Мәҙәниәт һарайы ҡарамағындағы “Илһам” халыҡ театр коллективында ла ҡатнаша. Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” спектаклендә Тәңкәбикә образын асып биргән Линиза Рафаил ҡыҙы беренсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн диплом менән бүләкләнде. Спектакль VII Бөтә Рәсәй ауыл театр коллективтары фестивалендә күрһәтелде.
– Яңыраҡ мине “Рәйхан” театрына етәксе итеп тәғәйенләнеләр һәм был эшкә ихлас тотондом, – тип һөйләй Линиза Вәлиева. – Спектаклдәр хәҙерге тормоштоң етди һәм мөһим ваҡиғалары кеүек актуаль темаларға бағышланды. Театр репертуарында күпселеге – драма жанры спектаклдәре. Улар етди йөкмәткеһе һәм геройҙарҙың тәрән характерҙары менән айырылып тора. Киләсәктә сәхнәлә комедия жанрындағы спектакль ҡуйырға ниәтләйбеҙ. Тамашасыларға сюжеты ҡатмарлы булмаған һәм персонаждарҙың холоҡ-фиғеле асыҡ сағылған комедиялар оҡшай.
Үҙенең эшмәкәрлеге йылдарында Линиза Рафаил ҡыҙы коллективтың һәр ағзаһы өсөн спектаклдәрҙә ролдәр һайлау буйынса юғары оҫталыҡ кимәленә өлгәшә. Һөҙөмтәлә артистар йыш ҡына үҙ геройҙарын сәхнәлә уңышлы сағылдыра. Оло Ыҡтамаҡ ауылының район Мәҙәниәт һарайында ижад жанрҙары буйынса методист булып эшләгән театр етәксеһен репетициялар өсөн ваҡыт етмәү мәсьәләһе борсой, сөнки юл күп ваҡытты ала. Әммә, ҡыйынлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, етәксенең һәм артистарҙың сәнғәткә тоғролоғо, һәр спектаклде онотолмаҫлыҡ ваҡиға итеп ҡуйыуы тамашасыларҙы илһамландыра һәм ҡыуандыра.
Луиза ЗАКИРОВА.