Башҡарыусылар Ватанға һөйөү һәм тәрән илһөйәрлек йүнәлеше менән һуғарылған композицияларҙы башҡарып, йыр сәнғәтенең төрлө жанрҙарында үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте. Һәр сығыш ихлас башҡарылды һәм тамашасылар араһында көслө хис-тойғолар уятты.
Конкурстың үҙенсәлеге – райондарҙың төрлөлөгө. Улар араһында Салауат, Дыуан, Балаҡатай, Ҡыйғы һәм Мәсетле райондары вәкилдәре, шулай уҡ Свердловск өлкәһенән ҡунаҡтар булды.
Сараның программаһы гала-концерт һәм еңеүселәрҙе рәсми бүләкләү тантанаһы менән тамамланды. 2024 йылда “Һинең өсөн, Ватан-әсә!” конкурсында I дәрәжә дип-ломға лайыҡ булған Сабина Әхйәмова, еңеүсе Александр Васин, Линар Белый һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Вәхит Хызыров тамашасыларҙы үҙҙәренең сығыштары менән ҡыуандырҙы.
Район Мәҙәниәт һарайы директоры Радик Шәрәфисламов, билдәле татар һәм башҡорт эстрадаһы башҡарыусыһы Линар Белыйҙан торған жюри Башҡортостандың ат-ҡаҙанған артисы Вәхит Хызыров рәйеслегендә конкурс сығыштарын ентекле баһаланы.
16–35 йәш категорияһында Салауат районынан Вадим Низаметдинов һәм Дыуан районынан Азат Носратуллин II дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Дыуан районынан Виктория Булатова беренсе урын яуланы.
35 йәштән өлкәнерәк ҡатнашыусылар араһында Ҡыйғы районынан Айрат Камалов – III дәрәжә, Свердловск өлкәһенән Булат Ғайбатов һәм Мәсетле районынан Рита Ниғмәтуллина II дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Анастасия Пономарева (Балаҡатай районы) һәм Илфат Ниғмәтуллин (Мәсетле районы) еңеүселәр тип танылды.
Бынан тыш, махсус номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнде: Мәсетле районынан Рита Кучерова – “Башҡарыу оҫталығы өсөн”, Свердловск өлкәһенән Нафиҡ Зыязетдинов – “Халыҡ традицияларын һаҡлаған өсөн”, Балаҡатай районынан Анджела Лихачева – “Еңеүгә ынтылыш өсөн”, Салауат районынан Айгөл Хәлиуллина – “Иң яҡшы автор йырын башҡарыу”.
Лауреаттарҙы һайлау хатта профессиональ жюри өсөн дә еңелдән булманы. Конкурс ҡатнашыусыларҙың юғары башҡарыу оҫталығын күрһәтте, республика халҡының ижадының әһәмиәтен һәм берҙәмлеген билдәләне. Сығыштар тамашасылар хәтерендә тәрән эҙ ҡалдырҙы һәм йырсыларҙы яңы ҡаҙаныштарға илһамландырҙы.
Рәмил МАЙҘАНОВ.