Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Ноябрь 2025, 16:15

“Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты ярҙамға килә

2026 йылда Башҡортостандың 20 районы “Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты буйынса мәҙәниәт йорттарын матди яңыртыуға ярҙам аласаҡ. Алдан иҫәпләүҙәр буйынса федераль бюджеттан 70,5 миллион һум күләмендә сумма ҡаралған, бөтәһе – 82,7 миллион һум.

“Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты ярҙамға килә
“Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты ярҙамға килә

Конкурсҡа Башҡортостандың 49 муниципаль берәмегенән 49 ғариза килгән. Ғаризаларҙа 134 мәҙәни-ял учреждениеһы күрһәтелгән, шуларҙың 15-енә – ремонтҡа, 130-ына матди-техник базаны нығытыуға аҡса кәрәк.
2026 йылға проектта ҡатнашыусылар исемлегенә Мәсетле районы ла ингән. Оло Ыҡтамаҡ ауылының район Мәҙәниәт һарайы директоры Радик Шәрәфисламов хәбәр итеүенсә, проектты тормошҡа ашырыу барышында Мәсетле районы мәҙәниәт учреждениеларының биш субъектын, атап әйткәндә, Яңы Яуыш, Ҡорғат, Яңы Мөслим, Әләгәҙ ауылдары клубтарын, шулай уҡ район Мәҙәниәт һарайын финанслауға ғариза хупланған. Бүленгән средстволарҙың дөйөм суммаһы 4136448 һум тәшкил итәсәк, шуларҙың 82000 һумы район бюджетынан берлектә финанслау рәүешендә биреләсәк.
Быйыл проектҡа ярашлы Мәсетле, Дәүләкән, Миәкә райондары һәм Ағиҙел ҡалаһы “Газель NEXT” автобустары һатып алды. Мәсетле районы Мәҙәниәт һарайына ҡайтарылған транспорттың хаҡы 6 миллион һум самаһы тәшкил итте, шуның 1,4 миллионы район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллиндың ярҙамы менән район бюджетынан һалынды. Шул уҡ ваҡытта Асҡын һәм Күгәрсен райондары муниципалитеттарҙың үҙешмәкәр коллективтары гастролдәре өсөн “Лада Ларгус” автомобилен һатып алды; Бөрйән, Бәләбәй, Әбйәлил, Саҡмағош райондары светодиод экрандар ҡуйҙы.
Башҡортостан буйынса 2025 йылда “Урындағы мәҙәниәт йорто” йүнәлеше буйынса “Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты сиктәрендә мәҙәниәт йорттарының матди өлөшөн яңыртыуға бөтәһе 85,5 миллион һум йүнәлтелгән, шул иҫәптән федераль бюджеттан – 72,9 миллион һум, республика бюджетынан – 10,9 миллион һум, муниципаль бюджеттан – 1,7 миллион һум. Был аҡсаға 19 муниципаль берәмек 100 мәҙәниәт учреждениеһын яңыртҡан.
Шулай уҡ муниципалитеттар сәхнә өсөн акустик системалар, яҡтыртыусы ҡорамалдар, мультимедиа комплекстары һатып алды һәм ҡороп ҡуйҙы. Проект буйынса ижади коллективтар өсөн сәхнә костюмдары, театр ултырғыстары, мебель, офис техникаһы һәм музыка ҡоралдары яңыртылған. Ҡорамалдарҙың күп өлөшө мәҙәниәт учреждениеларында ҡуйылған да инде.
Луиза ЗАКИРОВА
әҙерләне.

Автор: