Баймаҡ районында «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивалендә 21 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында хәбәр итте.
«Башҡорт аты – республикабыҙҙың мөһим символдарының береһе, ә «Башҡорт аты» фестивале – Баймаҡ районының һәм төбәктең визит карточкаһы. Быйыл фестивалгә 12 төбәктән һәм 17 илдән ҡатнашыусылар килде, йәмғеһе 21 меңдән ашыу ҡунаҡ. Бик матур байрам булды», – тине Радий Хәбиров.
6 сентябрҙә Баймаҡ районында IV «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале үтте. Республикабыҙҙа башҡорт тоҡомло аттарға арналған ҙур фәнни һәм мәҙәни-спорт сараһы 2022 йылдан алып ойошторола.