Музыка – ул беҙҙе бала саҡ һәм йәшлек йылдарына алып ҡайтыу көсөнә эйә тылсымлы моң. Был моң беҙҙе берсә һағыштарға һала, берсә шатлыҡ тойғоһона солғай. Флүрә Кәлимуллина етәкселегендә һәүәҫкәр артистар ҡуйған концертҡа килгән тамашасылар ошондай хистәр шауҡымында өйөрөлдө.
Ҡыҙылбайҙар оҫта баянсы Рифат Зиннуров башҡарған көйҙәрҙе тыңлап дәртләнде, яҡшы кәйеф алды. Тамашасыларға концерт бик оҡшаны. Улар яҡшы тәьҫораттар алып таралышты.
* * *
Ләмәҙтамаҡ һәм Ҡотош ауылдары һәүәҫкәрҙәре Әбдрәхим ауылы клубында ла бик шәп концерт менән сығыш яһаған. Әбдрәхим ауылы клубының мәҙәни саралар ойоштороусыһы Сәриә Таһированың хаты ошо хаҡта.
“Сығыш яһаусы күршеләребеҙ, хаҡлы ялда рәхәтләнеп бер концерт менән йөрөп, йәш саҡтарҙы иҫкә алайыҡ әле тип уйланыҡ, тиҙәр үҙҙәре. Ысынлап та, тамашасылар гармун, баян тауыштарын ишетергә һыуһаған. Рифат ағай Зиннуровтың баянда, Мансур ағай Фәтиховтың гармунда һыҙҙырып уйнауҙарын, иҫ китмәле тауыштары менән Фәрхинур апай Ғәлимуллинаның, Мансур ағай Фәтиховтың, Айрат ағай Тәүәкәловтың йырлауҙары һәр тамашасының күңеленә хуш килде. Сәғиҙә апай Биктимерованың йәштәрсә еңел, дәртле итеп бейеүенә тамашасылар ҙа, ултырып сыҙай алмай, ҡушылып бейенеләр. Сәғиҙә апайҙың ҡумыҙҙа, Рифат ағайҙың баянда бейеү көйҙәрен башҡарыуҙары концертҡа тағы ла йәм өҫтәне. Коллективты етәкләүсе Флүрә Мәғәсүм ҡыҙы Кәлимуллина концертты башынан аҙағынаса күңелле итеп алып барҙы. Тормоштан алынған мәҙәктәр һөйләп, тамашасыларҙы рәхәтләнеп көлдөрҙө. Концертты тамамлап, тамашасыларға үҙенең яратҡан бейеүен өҙҙөрөп бейене. Һәр концерт номерын тамашасылар көслө алҡыштарға күмде”.
Әбдрәхим ауылы клубының мәҙәни саралар ойоштороусыһы Сәриә Таһирова тамашасылар исеменән һәм үҙенән артистарға рәхмәт белдереп, изге теләк һүҙҙәрен әйтеп, тағы ла яңы концерт программаһы менән килеүҙәрен һораны.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА әҙерләне.