Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы айҡанлы ансамбль Фәйзи Ғәскәров ҡуйған «Төньяҡ амурҙары» бейеүен, «Мин Берлиндан ҡайтып киләм» композицияһын һәм миҙгелдең премьераһын — «Шат егеттәр» хореографик картинаһын әҙерләй.
Ансамбль был төбәктәрҙә беренсе тапҡыр ғына сығыш яһамай: 2022 йылда ғәскәровсылар Луганскиға барып ҡайтты. 2023 йылда республика коллективтарынан тәүгеләрҙән булып Бердянск, Мелитополь һәм Красный Луч ҡалаларында гастролдәрҙә булды. Ансамблдең ошо төбәктәрҙәге гастролдәре Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының Бөтә Рәсәй гастроль-концерт планы сиктәрендә ойошторолдо.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Ҡаҙағстандың баш ҡалаһында Мәжит Ғафури әҫәре буйынса «Ҡара йөҙҙәр» спектакле һәм Таңсулпан Ғарипованың «Бөйрәкәй» спектакле күрһәтелә.
Автор:Ләйлә Аралбаева