«Былар барыһы ла яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Уҙған йылда ғына Башҡортостандың «Китап» нәшриәте ярты миллион дананан ашыу китап — дәреслектәр, башҡорт классиктары һәм хәҙерге яҙыусыларҙың әҫәрҙәре, мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм уҡыусылар өсөн өсөн китаптар сығарҙы. Әҙәбиәт башҡорт, рус, татар, инглиз һәм башҡа телдәрҙә нәшер ителә.
Онлайн-сауҙа һөҙөмтәһендә Башҡортостан нәшриәтенең китаптарын республиканан ситтә лә һатып алырға мөмкин. 2024 йыл йомғаҡтары буйынса 81 төбәк халҡы 5 меңдән ашыу заказ биргән. Беҙҙең китаптар Беларусь, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Әрмәнстан һәм Грузияға китә. Мин быны мәҙәниәтебеҙҙең әһәмиәтле еңеүе тип иҫәпләйем.
Ә «Китап»ҡа артабан да ярҙам күрһәтербеҙ. Рәсәйҙең иң ҙур төбәк нәшриәте, башҡорт телен, башҡорт әҙәбиәтен һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә төп партнерыбыҙ, илдә һәм донъяла күп милләтле мәҙәниәтебеҙҙең амбассадоры», — тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Автор: Эдуард Ҡусҡарбәков