Билдәле яҡташыбыҙҙың ҡатыны Клара Хажиева әйтеүенсә, ул Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллыҡ юбилейына арналған һәм Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Азат Бадранов булышлығында донъя күрәсәк.
– Был китап күләмле һәм Ризвандың бығаса баҫылмаған яңы әҫәрҙәре менән тулыландырылған, – ти ул. – Китап 9 Майға тиклем уҡыусыларға барып етер тип уйлайбыҙ.
Ризван Закирхан улы Һөләймән ауылында тыуған, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, СССР Журналистар союзы ағзаһы, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союздары ағзаһы. Әҫәрҙәре: “Кем һин, Сабир Ваһапов?”, “Батшаларға баш эймәгәнде…” повестары, “Иңдәрендә − илем хәстәре” (Ф. Зәғәфүрәнов), “Ирәндек бөркөтө” (Ғ. Яҡупов), “Кинзин баҫҡыстары” (Р. Кинзин) документаль очерктар серияһы һәм башҡалар.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА
әҙерләне.