Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Декабрь 2024, 15:45

VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын ҡаршылап

12 – 14 декабрҙә Өфөлә VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтәсәк. Сираттағы йыйын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы уҙғарыла. Форумда республиканан, Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән 500-ҙән ашыу делегаттың ҡатнашыуы көтөлә.

VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын ҡаршылап
VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын ҡаршылап

Был мөһим ваҡиға алдынан беҙ Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы алдына ҡуйылған бурыстарҙың үтәлеүе, шулай уҡ киләсәккә пландары тураһында белеү маҡсаты менән ҡоролтайҙың башҡарма комитеты рәйесе Зәлифә Ғәлиуллина менән һөйләштек.
– Зәлифә Фәрүәз ҡыҙы, быйыл июндә Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы йыйыны үтте. Уның һөҙөмтәләре хаҡында һөйләгеҙ әле: ниндәй бурыстар ҡуйылды һәм улар-ҙы ғәмәлгә ашырыу нисек бара?
– Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы, үҙ алдына юғары маҡсаттар ҡуйып, башҡорт халҡының мәҙәниәтен, тарихын, телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеү өҫтөндә уңышлы эшләй. Алдыбыҙға ҡуйған бурыстарҙың береһе – Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы балалар баҡсаһында башҡорт төркөмөн булдырыу. Был маҡсатҡа ирештек – “Миләш” балалар баҡсаһында хәҙер балалар туған телдә аралаша һәм шөғөлләнә. Оҙаҡламай төркөм рәсми тантаналы асыласаҡ. Башҡа мәктәпкәсә учреждениеларҙа ла ошондай төркөмдәр асыу күҙаллана.
Тағы ла бер ҙур ҡаҙаныш – урындағы “Урал” телеканалы эфирында балалар ҡатнашлығында башҡорт телендә тапшырыу сыға башланы.
Шулай уҡ Башҡорт гимназияһында ҡумыҙ түңәрәген ойоштороу бурысы тора ине. Хәҙер уҡыусылар яҡташыбыҙ, донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов етәкселегендә был музыка ҡоралының серҙәрен өйрәнә. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, ҡумыҙҙарҙы гимназияға музыкант үҙе бүләк итте.
Тимәк, Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайының үҙ алдына ҡуйған маҡсаттары үтәлә һәм бурыстары бойомға ашырыла, тип тулы ышаныс менән әйтергә мөмкин. Эйе, башҡараһы эштәр күп әле, әммә уларҙы күмәк көс менән хәл итеп була.
– Районда башҡорт халҡының мәҙәниәтен, әҙәбиәтен һәм сәнғәтен үҫтереү өсөн нимәләр эшләнә?
– Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән бихисап саралар үткәрелә. Һуңғы биш йылдағы иң әһәмиәтле эштәрҙе һанап үтәйек.
Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә һәм Мәҙәни башланғыстар Президент фонды пректын тормошҡа ашырыу нигеҙендә 2021 йылда Мәсетле районында күләмле һәм мөһим сараға әүерелгән Ҡошсо ырыуы йыйыны уҙҙы. Ул мәсетлеләрҙең ата-бабалар васыятына тоғро ҡалыуын, шәжәрәне өйрәнеүгә, уны төҙөүгә күп көс һалыуын, белемдәрен йәш быуынға тапшырыуын күрһәтте.
Быйыл Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән II “Ҡошсо ырыуы йыйыны” төбәк-ара фольклор байрамы үткәрелде. Ҡошсо ырыуы йыйынына әҙерлек саралары сиктәрендә йыл дауамында волейбол, футбол буйынса спорт турнирҙары уҙғарылды.
2021 йылда күп эштәр башҡарылды. Һөҙөмтәлә Мәсетле районы саралар ойоштороуға, үткәреүгә һәм улар-ҙы киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыуға, тарихты өйрәнеүгә ҙур өлөш индергән өсөн республика буйынса өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Ә 2024 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Йәштәр йылы йомғаҡтары буйынса беҙҙең муниципалитетҡа мөһим саралар ойоштороу һәм үткәреү, шулай уҡ башҡорт мәҙәниәтен популярлаштырыу буйынса ҡаҙаныштары өсөн I дәрәжә диплом тапшырылды.
Шулай уҡ ҡоролтай эшмәкәрлегенең тағы бер йүнәлеше – сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау. Мәсетлеләрҙең Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән үткәрелгән “Айыҡ ауыл” республика конкурсында дәррәү ҡатнашыуы ҡыуаныслы. Райондың үҫеше, яңы ғаиләләр барлыҡҡа килеүе, сәләмәт балалар тыуыуы беҙҙең өсөн бик мөһим. 2021 йылда Яңы Мишәр ауылы муниципаль этапта еңеүсе булды. 2023 йыл йомғаҡтары буйынса иһә райондың ауыл биләмәләре араһында иң яҡшыһы тип Һөләймән ауылы танылды.
Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы ауылдарҙы, ғаиләләрҙе, шәхесте юҡҡа сығарыусы насар ғәҙәттәргә ҡаршы артабан да көрәш алып барыуын дауам итәсәк.
Нәзирә Әхкәмова етәкселегендәге “Ағинәйҙәр” берекмәһе ҡоролтай эшенә ҙур өлөш индерә. Тап уның ағзалары үҙҙәренең хеҙмәте менән халыҡ йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлай, йәштәргә тапшыра.
Шулай уҡ Рәсимә Әхмәтйәнова етәкселегендәге Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы “Ҡабырсаҡ” та башҡорт йолаларын тергеҙеүгә ҙур иғтибар бүлә. Коллектив район халҡының йолаларын тергеҙә һәм халыҡҡа еткерә. Уларҙа төньяҡ-көнсығыш бейеүҙәренең үҙенсәлекле ритмы, коллектив, парлы һәм яңғыҙ бейеүҙәрҙең төрлө хәрәкәттәре сағыла, шулай уҡ “Ҡара тауыҡ”, “Оҙон урҙаш”, “Орсоҡ”, “Ҡабырсаҡ”, “Ҡулъяулыҡ” кеүек йола бейеүҙәре сәхнәгә сығарыла.
Райондың башҡорт ауылдары балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрендә лә ҙур эш алып барыла: балаларҙы үҙ халҡына һәм бөйөк шәхестәргә ихтирам күрһәтергә, үҙ телен, йолаларын һәм мәҙәниәтен ҡәҙерләргә өйрәтәләр.
Рухи үҫеште лә иғтибарһыҙ ҡалдырмайбыҙ. Төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы беҙҙең райондың визит карточкаһына әүерелде. Тәүге тапҡыр ул 2007 йылда уҙҙы, инициаторы – донъяға билдәле виртуоз ҡумыҙсы Роберт Заһретдинов. Хәҙер конкурс уның исемен йөрөтә һәм ике йыл һайын уҙғарыла.
– Алдағы йылдарға маҡсаттарығыҙ?
– Үрҙә әйтеп үтеүемсә, райондың барлыҡ балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре асырға, мәктәптәрҙә башҡорт телен һәм мәҙәниәтен өйрәнеү түңәрәктәрен ойошторорға ниәтләйбеҙ. “Айыҡ ауыл” республика конкурсында артабан да ҡатнашыу, сәләмәт йәшәү рәүешенә мөмкин тиклем күберәк кешене, айырыуса йәштәрҙе йәлеп итеү бурысы тора. Быйыл “Ҡошсо” йыйыны эстафетаһын Балаҡатай районына тапшырҙыҡ. Киләсәктә башҡа башҡорт ырыуҙары, район ҡоролтайҙары менән тығыҙ хеҙмәттәшлеккә, саралар уҙғарыу, башҡорт рухын, мәҙәниәтен һәм телен тергеҙеү өҫтөндә бергәләп эшләүгә өмөтләнәбеҙ.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.

Автор: