«Эш ҡатмарлы. Суйын — бик үҙенсәлекле материал, уны һаҡ ҡына тергеҙергә кәрәк. Уның каркасы буйынса тағы ла ҡатмарлыраҡ эштәр башҡарырға кәрәк. Кәрәкле аҡса бүленһә, эштәр графикҡа ярашлы барһа, һәйкәл йыл-йыл ярым ваҡытта әҙер буласаҡ», — тип аңлатты Данир Ғәйнуллин.
БР Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ начальнигы Салауат Ҡолбахтин әйтеүенсә, һәйкәлде ремонтлау һәм уның нигеҙен нығытыу буйынса эштәр бер үк ваҡытта башҡарыласаҡ. Монмунт умент реставрацияланған мәлдә ваҡытлы уның урынына инсталляция ҡуйыу планлаштырыла.
«Проект документацияһы бәләкәй архитектура формаһы йә лазер проекцияһы ҡуйыуҙы күҙ уңында тотмай. Әммә күҙәтеү советының тәүге ултырышында бындай фекерҙәр әйтелде, бер аҙ ваҡыттан был мәсьәләне хәл итәсәкбеҙ», — тине Ҡолбахтин.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Салауат Юлаев һәйкәле һәм уның аҫтындағы постамент емерек хәлдә. Шуға күрә, белгестәр билдәләүенсә, уны реставрациялау мотлаҡ. Хәҙер федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты бөтә кәрәкле тикшереүҙәрҙе үтә. Һәйкәлдең эске каркасы бик насар торошта. Тикшереү барышында белгестәр монументтың болттар менән тоташтырылған урындары тутығыуын, шулай уҡ иретеп йәбештерелгән йөйҙәре ысҡыныуын асыҡлаған. «Башинформ» Салауат Юлаев һәйкәленең торошон, шул иҫәптән эстән төшөрөлгән кадрҙарҙы баҫтырып сығарҙы.