-5 °С
Ҡар
«Программа 2021 йылдың 1 сентябрендә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тәҡдиме менән башланды. Йәштәребеҙ уны хуплап сыҡты. Ошо ваҡыт эсендә 339 237 кеше «Пушкин картаһы»н юллаған, улар 19 032 сараға 3,7 млн билет һатып алған. 2024 йылдың башынан Башҡортостан йәштәре 313,8 миллион һумға 772,7 мең билет алған, ошо күрһәткес буйынса беҙ Волга буйы федераль округында — беренсе, ә Рәсәйҙә өсөнсө урында», — тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.
Рәсәйҙә «Пушкин картаһы»н 14-22 йәшлектәр алырға мөмкин. Уның иҫәбендә — 5 мең һум, аҡсаны йыл дауамында музейға, театрға, киноға, концертҡа йөрөү өсөн тотонорға була.
Фото