Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Сентябрь , 14:40

“Халыҡтар ижады ынйылары” байрамы

– Хәҙерге заманда тап мәҙәниәт һәм әхлаҡи ҡиммәттәр йәмғиәтебеҙ нигеҙе булып тора, – тине Радий Хәбиров. Башҡортостан Башлығы төбәктә ҙур мәҙәни саралар ойоштороу менән бер рәттән ауылдарҙа, урындағы кимәлдә мәҙәниәткә булышлыҡ итеүгә ҙур иғтибар бүлә.

“Халыҡтар ижады ынйылары” байрамы
“Халыҡтар ижады ынйылары” байрамы

Уҙған ял көндәрендә Түбәнге Бобин ауылында сағыу “Халыҡтар ижады ынйылары” фольклор байрамы үтте. Ул мәҙәни башланғыстар президент фонды ярҙамына лайыҡ булған “Нижнебобинские кросна” урында традицион туҡыуҙы тергеҙеү” проектының сағыу финалы булды. Был көндө ҡунаҡтар биҙәү-ҡулланма ижады оҫталарының күргәҙмәһен ҡарау мөмкинлеге алды.
Тәҡдим ителгән эштәр араһында Салауат районы оҫтабикәһе Мәрйәм Ҡолмөхәмәтованың һуғылған сағыу балаҫтары һәм Дыуан районынан Елена менән Виктор Балдиндарҙан туҡылған билбауҙар коллекцияһы айырыуса иғтибарҙы йәлеп итте. Кесе Ыҡтамаҡ ауылынан Татьяна Томилова менән Дыуан районынан Людмила Полушкинаның ҡорама изделиелары ла тамашасыларҙың иғтибарынан ситтә ҡалманы, ә Балаҡатай районынан Ольга Цыпышеваның сигелгән картиналары ысын һоҡланыу уятты.
Балаҡатай районының Марина Копорушкина етәкселегендә “Кудесница” халыҡ студияһы оҫталары туҡыу буйынса тәжрибә уртаҡлашты һәм үҙ оҫталыҡтары менән илһамландыр-ҙы. Күргәҙмәнең биҙәге – Дыуан районынан Елена Цепилова ижад иткән зиннәтле биҙәлештәге нәфис ханымдар һәм әкиәт персонаждары.
Концерт программаһы “Нижнебобинские кросна” туҡыу клубы ҡатнашыусыларының изделиеларын күрһәтеүҙән башланды. Улар үҙҙәренең ижад емештәрен – туҡылған таҫтамалдарҙы, билбауҙарҙы, яулыҡ һәм шәлдәрҙе – ғорурланып тәҡдим итте.
“Текстиль киләсәк: Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районында матди һәм матди булмаған туҡыу мираҫын нисек һаҡлап ҡалырға” конференцияһында Балаҡатай, Дыуан, Салауат һәм Мәсетле райондарынан, шулай уҡ Свердловск өлкәһенең Әчит ҡала округынан биҙәү-ҡулланма ижады оҫталары, музей эше һәм мәҙәниәт учреждениелары белгестәре ҡатнашты. Проектта ҡатнашыусылар үҙ идеяларын һәм тәҡдимдәрен индереп, фекер алышыуҙа әүҙем ҡатнашты. Мәсетле районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илнур Вәлиев ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, был сараның беҙҙең районда ғына түгел, республиканың Төньяҡ-Көнсығышында ла мәҙәни традицияларҙы һаҡлау өсөн мөһимлеген билдәләне.
Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры урынбаҫары Альбина Юлдашбаева үҙ сығышында Башҡортостанда туҡыу эшен өйрәнеү һәм тергеҙеү менән бәйле бик күп мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Был процеста тарих мөһим роль уйнай. Ул турала Мәсетле тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы белгесе Нәзирә Әхкәмова һөйләне һәм халыҡ кәсептәре үҫешенең мөһим мәлдәрен билдәләне. Мәрйәм Ҡолмөхәмәтова һәм “Тегеү һәм модель әҙерләү” студияһы (Әчит ҡала округы) етәксеһе Юлиә Волкова кеүек туҡыу оҫталары был кәсепте үҫтереү тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Шулай уҡ Дыуан районынан таҫма һуғыу станоктарын эшләү оҫтаһы Виктор Балдин үҙенең эше тураһында һөйләне. Туҡыу клубының уңыштары һәм проектты тормошҡа ашырыу барышы хаҡында уның етәксеһе Валентина Сизова бәйән итте.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: мәҙәни башланғыстар президент фондынан 497 мең һум күләмендә финанс ярҙамы алған “Нижнебобинские кросна” урында традицион туҡыуҙы тергеҙеү” проекты Мәсетле районының мәҙәни тормошонда мөһим ваҡиғаға әйләнде. Уның нигеҙендә Түбәнге Бобин ауылында туҡыу клубы ойошторолдо, унда өс ай эсендә оҫталыҡ дәрестәре уҙҙы. Һөҙөмтәлә ҡатнашыусылар 10 балаҫ, 30 билбау, 15 таҫтамал, 5 яулыҡ һәм 2 шәл әҙерләгән.
– Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған “Нижнебобинские кросна” проекты ауыл халҡын дөйөм эш менән берләштереү мөмкинлеге бирә. Ул мәҙәни мираҫыбыҙҙы һәм быуындар бәйләнешен һаҡлауға булышлыҡ итә, – ти Мәсетле районы мәҙәниәт бүлегенең ойоштороу-методика бүлеге мөдире Лариса Худякова.
Екатерина ӘМИРОВА.

“Халыҡтар ижады ынйылары” байрамы
“Халыҡтар ижады ынйылары” байрамы
“Халыҡтар ижады ынйылары” байрамы
“Халыҡтар ижады ынйылары” байрамы
Автор: