Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Август , 16:10

Мәсетлеләр “Ильинские гуляния” фестивалендә сығыш яһаны

Мәсетлеләр күптән түгел Красноуфимск районының Саранск ҡасабаһында үткән “Ильинские гуляния” фестиваль-реконструкция сараһында ҡатнашты.

Мәсетлеләр “Ильинские гуляния” фестивалендә сығыш яһаны
Мәсетлеләр “Ильинские гуляния” фестивалендә сығыш яһаны

Фестивалдең маҡсаты – ауыл урамдарында халыҡ байрамын тергеҙеү. Сара Урал халҡына уларҙың тарихи тамырҙары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында бай мәғлүмәт, шулай уҡ балаларға рус мәҙәниәтенең күп ҡырлы һәм мауыҡтырғыс булыуын күреү мөмкинлеге бирҙе.
Халыҡ байрамы йолаларын тарихи реконструкциялауға илдең төрлө мөйөштәренән ҡунаҡтар килде. Фестивалдә халыҡ бейеүҙәре, йырҙар, әйлән-бәйлән һәм уҙған быуаттарҙың онотолған уйындары тәҡдим ителде. Урал төбәгенең халыҡ йолалары, тарихы тураһындағы хикәйәләр фестивалдә ҡатнашыусыларҙың һәм ҡунаҡтарҙың аң даирәһен киңәйтте.
Байрамда йылы һәм дуҫтарса атмос-фера урынлашты. Ҡунаҡтар үҙ-ара аралашты, йырланы, күргәндән алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Сара ҡасаба урамдарында барҙы, унда һәр кем шәхси коллекциялар, фотозоналар, йәрминкәләр, һөнәрселек оҫтаханалары һәм туҡыу цехтары менән таныша алды. Фестивалдә шулай уҡ күргәҙмәләр, музейҙар, фланкировка һәм кәйелеп күнекмәләр яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Ҡатнашыусылар көлтә менән күрәҙәлек итте, таҡмаҡтар, әкиәттәр фестивалендә, ураҡ урыуҙа ҡатнаша алды.
Коллективтар сәхнә, фонограмма, микрофон һәм тауышты көсәйтеүсе аппаратура ҡулланмай сығыш яһаны. Бының өсөн көслө тауышҡа эйә булыу, тамашасыны тойоу мөһим. Мәсетле районынан фестивалдә Валентина Сизова етәкселегендә “Рябинушка” рус йыры халыҡ фольклор ансамбле сығыш яһаны. Үҙенсәлекле халыҡ костюмдары, дәрт һәм коллективта ҡатнашыусыларҙың халыҡ йырҙарын ғәҙәти булмаған башҡарыуы тамашасыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Йәш артистар Елизавета һәм Алена Крашенниниковалар үҙҙәренең таланты һәм мөләйемлеге өсөн яҡшы баһа алды. Кесе Ыҡтамаҡ клубынан Галина Ватолина күптән онотолған халыҡ музыка ҡоралы көснә көйө аҫтында “Страдания”ны башҡарҙы.
Бынан тыш, фестиваль эшендә “Нижнебобинские кросна” клубының ҡул эше оҫталары, райондың туҡыу оҫталары, атап әйткәндә, Ләмәҙтамаҡ ауылынан Нурания Ғилметдинова, Буртаковка ауылынан Наталья Лесонен һәм район Мәҙәниәт һарайынан Регина Ғиниәтуллина ҡатнашты. Уларҙың өҫтәл туҡыу станогында эшләү техникаһы буйынса оҫталыҡ дәрестәре был онотолған һөнәргә өйрәнергә теләүселәрҙе йәлеп итте.
“Ильинские гуляния” фестивале рус мәҙәниәтен һәм тарихын һөйөүселәр өсөн ысын байрамға әүерелде һәм ҡатнашыусыларҙа тик яҡшы тәьҫораттар ғына ҡалдырҙы.
Екатерина ӘМИРОВА.

Мәсетлеләр “Ильинские гуляния” фестивалендә сығыш яһаны
Мәсетлеләр “Ильинские гуляния” фестивалендә сығыш яһаны
Автор: