Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Июнь , 15:00

Ҡоролтайға ҡот ҡайтһын!

Башҡортостанда быйыл октябрҙә үтәсәк Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының алтынсы съезына әҙерлек башланды. Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты бөгөн ниндәй бурыстар ҡуя һәм нисек эшләй? Һүҙ ошо хаҡта.

Ҡоролтайға ҡот ҡайтһын!
Ҡоролтайға ҡот ҡайтһын!

Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы тарафынан районда күп эштәр башҡарыла. Төрлө ваҡиғаларға бай биш йыл эсендә иң мөһимдәрен билдәләп үтке килә.
Ҡоролтай ағзаларының төп бурыстары булып башҡорт телен һәм башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү, Башҡортостанда йәшәгән халыҡтар телдәренә, мәҙәниәттәренә ихтирам формалаштырыу, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, йәштәрҙе ватансылыҡ, үҙ теленә һәм мәҙәниәтенә һөйөү рухында тәрбиәләү, Башҡортостан халыҡтары араһында татыулыҡты һәм дуҫлыҡты нығытыу торҙо.
Милләтте һаҡлауға, халҡыбыҙ мираҫын үҫтереүгә һәм арттырыуға йүнәлтелгән ойошма булараҡ, башҡорттар ҡоролтайы тәү сиратта үҙ иғтибарын өс төп ғәмәлгә йүнәлтергә тейеш: телгә, мәҙәниәткә һәм тарихҡа.
Башҡорт тарихы йылы уңайынан һәм Мәҙәни инициативалар Президент фонды проектын тормошҡа ашырыу нигеҙендә 2021 йылда Мәсетле районында беренсе тапҡыр ҙур кимәлдә һәм оло әһәмиәткә эйә ваҡиға – Ҡошсо ырыуы йыйыны – уҙҙы. Был сара мәсетлеләрҙең ата-бабалары рухына тоғро ҡалыуын, нәҫел ебен өйрәнеп, шәжәрәһенә ҙур иғтибар бүлеүен, балалары үҙ тамырҙарын белһен һәм киләһе быуынға тапшырһын өсөн оло көс һалыуын күрһәтте.
Ҡор йыйыр алдынан күп эштәр башҡарылды. Ойоштороу комитеты ағзаларының кәңәшмәләре, республикала ғына түгел, күрше төбәктәрҙәге ҡошсо ырыуы вәкилдәре менән осрашыуҙар, ғилми-ғәмәли конференциялар үтте, конкурстар һәм флешмобтар ойошторолдо. Ошо эштәр һөҙөмтәһе булараҡ китап донъя күрҙе. Йыйынтыҡта Ҡошсо ырыуына арналған ғилми-ғәмәли конференция сығыштары, карталар һәм фотоһүрәттәр, шулай уҡ башҡорттарҙың көнүҙәк мәсьәләләре буйынса материалдар тупланды.
2021 йылда башҡорт тарихы йылы сиктәрендә районда күп эштәр алып барыла, һәм һөҙөмтәлә мөһим сараларҙы ойоштороуҙа, үткәреүҙә, яҡтыртыуҙа әүҙем эшмәкәрлек күрһәткән, башҡорт халҡының шанлы тарихын һәм рухи тамырҙарын тергеҙеүгә, өйрәнеүгә ҙур өлөш индергән өсөн Мәсетле районы икенсе урынға лайыҡ була.
Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайының тағы ла бер йүнәлеше – сәләмәт тормош. Айыҡ тормош тураһында хәстәрләү һәр ваҡыт көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып тора.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы буйынса республикала үткән “Айыҡ ауыл” конкурсына мәсетлеләрҙең дә дәррәү ҡушылыуы һөйөнөслө.
Районыбыҙҙың үҫеше, яңы ғаиләләр барлыҡҡа килеүе, сәләмәт балалар тыуыуы беҙҙең өсөн бик мөһим. Һуңғы йылдарҙа Мәсетле районының барлыҡ ауылдары “Айыҡ ауыл” конкурсында әүҙем ҡатнаша. 2021 йыл йомғаҡтары буйынса Яңы Мишәр ауылы еңеүсе булды һәм, районды лайыҡлы күрһәтеп, республика кимәлендә өсөнсө урын алды. Улар 2 миллион һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде. Был аҡсаны ауыл халҡы тыуған ауылын төҙөкләндереүгә тотоноп, балалар өсөн уйын майҙансығы төҙөнө.
2023 йыл һөҙөмтәләре буйынса Һөләймән ауылы республика кимәлендә сығыш яһаны һәм 200 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде. Берҙәмлек һәм еңеүгә ынтылыш ярҙамында бында байтаҡ эштәр башҡарылды: сәләмәтлекте һаҡлауға, эскелекте иҫкәртеүгә һәм сәләмәт йәшәү рәүешен алып барыуға йүнәлтелгән аңлатыу эштәре алып барылды. “Һөләймәндәр – һөнәрмәндәр”, “Һуғым өмәһе”, “Һарыҡ йөнөн ҡырҡыу”, “Кис ултырыу”, “Бәпескә исем ҡушыу”, “Ҡорама ҡороу” һәм башҡа фольклор байрамдары ойошторолдо. Ошондай бейеклектәргә өлгәшер өсөн сәләмәт һәм айыҡ тормош алып барыу зарур.
“Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашып, еңеү яуларға теләүселәрҙең булыуы ҡыуаныслы. Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы артабан да эскелеккә ҡаршы көрәш алып барасаҡ.
Күмәкләгән яу ҡайтарған, тигәндәй, район халҡы бер юлдан атлай: мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ойошмалар фольклор байрамдары ойоштора.
Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы эшенә “Ағинәй-ҙәр” ҡоро (етәксеһе – Нәзирә Әхкәмова) тос өлөш индерә, нәҡ улар халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап, йәш быуынға тапшыра килә. Әлеге мәлдә Мәсетле районының ун туғыҙ ауылында “Ағинәйҙәр” ойошмаһы уңышлы эшләй. Уларҙың төп бурысы: йәш быуынды тәрбиәләүгә ҡулдан килгәнсә ярҙам итеү, уларға тарихыбыҙ, туған телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, рухыбыҙ, асылыбыҙ тураһындағы хәҡиҡәтте түкмәй-сәсмәй тапшырыу, шулай уҡ ауыл халҡы менән бергәләп этник мәҙәниәтте, рухи традицияларҙы, йолаларҙы, халыҡ педагогикаһының иң яҡшы өлгөләрен тергеҙеү, һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт ҡатын-ҡыҙының һәм ир-егетенең йәмғиәттәге һәм дәүләттәге социаль статусын күтәреү, уларҙың заман талаптарына ярашлы шөғөлөнә, карьераһына булышлыҡ итеү, “Башҡорт ғаиләһе” статусын күтәреү, башҡорт ғаиләһен нығытыу буйынса йәмәғәт эшмәкәрлеген әүҙемләштереү.
Башҡортостан Республикаһының “Ҡабырсаҡ” атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы (етәксеһе – Рәсимә Әхмәтйәнова) башҡорт йолаларын тергеҙеүгә оло иғтибар бүлә.
Ансамбль 1988 йылда район Мәҙәниәт һарайында ойошторола.
“Ҡабырсаҡ” башҡорт халыҡ фольклор ансамбле халыҡтың үткәндәре төпкөлөнән килгән традицияларҙы йәнләндерә, халыҡ мәҙәниәтен, уның йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү һәм популярлаштырыу буйынса мөһим бурыстарҙың береһен башҡара. Уның һөҙөмтәһендә “Ҡара тауыҡ”, “Алтынҡай”, “Орсоҡ”, “Ҡабырсаҡ”, “Бесәнселәр” кеүек йола бейеүҙәре һаҡланып ҡалған. Коллектив репертуарында “Аҡ тәңкәләр һалып”, “Туй бүләге”, “Ҡумыҙ тураһында риүәйәт” кеүек фольклор йолалар ҙа күп. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары “Ҡәҙиғәт” бейеүе Башҡортостан халыҡтарының матди булмаған этномәҙәни ҡаҙаныш объекттарының берҙәм реестрына индерелде.
“Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы” исеме – башҡорт халҡының үҙенсәлекле традицион мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу буйынса күп йылдар оло эш алып барыуҙарына ҙур баһа.
Башҡорт телен өйрәнеү ғаиләнән һәм балалар баҡсаһынан башлана.
Мәсетле районы башҡорт ауылдарының балалар баҡсаһында туған телгә һөйөү уятыу буйынса оло эш башҡарыла. Бында балаларҙы башҡорт халҡының әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә, тарихына ҡыҙыҡһыныу уятып ҡына ҡалмайҙар, ә барлыҡ сараларҙы башҡорт телендә ойошторалар. Балалар баҡсаһында милли халыҡ байрамдарына, йолаларға ҙур әһәмиәт бирелә, балалар уларҙы йылы ҡабул итеп, ғорурланып башҡорт телендә аралаша.
Башҡорт теле уҡытыусылары һәр уҡыусыла тыуған еренә, иленә, теленә хөрмәт, һөйөү тойғоһон тәрбиәләй, милли үҙаңлы һәм рухи мәҙәниәтле шәхестәр үҫтерә.
Мәсетлеләр рухи үҫешкә лә ҙур иғтибар бүлә. Төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы районыбыҙҙың йөҙөк ҡашы булып тора. Бәйге 2007 йылдан алып йыл аша уҙғарыла. Уға бөтә донъяға билдәле виртуоз ҡумыҙсы Роберт Заһретдинов башланғыс һалған. Бында сит илдән, Рәсәй өлкәләренән, Башҡортостан Республикаһының ҡала һәм райондарынан ҡумыҙ һәм өзләү оҫталары йыйыла. Бәйгенең маҡсаты – башҡорт халҡының үҙенсәлекле музыка ҡоралын тергеҙеү, һаҡлау һәм пропагандалау, ҡумыҙ һәм өзләү сәнғәтен популярлаштырыу.
Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы проблемаларҙы хәл итеү өҫтөндә эшләй, үҙ алдына юғары маҡсаттар ҡуя, ҙур өмөттәр һәм изге эштәр менән йәшәй. Оло Ыҡтамаҡ ауылы балалар баҡсаһында башҡорт төркөмөн булдырыу, Башҡорт гимназияһында ҡумыҙсылар түңәрәге ойоштороу, балалар телестудияһы булдырыу – төп маҡсаттарыбыҙҙың береһе.
Ҡыҙғанысҡа күрә, беҙҙең проблемалар ҙа күп. Халыҡты йәмәғәт эштәренә йәлеп итеү бик еңел түгел хәҙер. Йәмәғәт эштәрендә еренә, халҡына битараф булмағандар, йөрәге ҡушыуы буйынса уртаҡ эш өсөн янып-көйөп йөрөүселәр генә эшләй ала.
Рухи мираҫҡа, башҡорт теленә, беҙҙә ғүмер кисергән халыҡтың үткәненә, йолаларына, тыуып үҫкән ергә һәм уның матур кешеләренә дан йырлаусыларҙың һаны артһын. Ҡоролтайға ҡот ҡайтһын!

Ҡошсо ырыуы йыйыны
13 июлдә Һабанаҡ ауылында Рәсәй Федерацияһында Ғаилә йылы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Йәштәр йылы, башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыу уңайынан II Ҡошсолар йыйыны Төбәк-ара фольклор байрамы уҙғарыла.

Тарихтан
Төрлө йылдарҙа Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайына Мөхтәр Нәҙершин, Ғәли Байрамғолов, Илшат Хәсәнов, Закирйән Ғатауллин, Зилә Миндибаева, Марат Әхмәтшин етәкселек итә. Былтыр рәйес итеп Зәлифә Ғәлиуллина һайланды.


Анфиса Ишмөхәмәтова,
Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы.

Ҡоролтайға ҡот ҡайтһын!
Ҡоролтайға ҡот ҡайтһын!
Автор: