“Бөтә ғаилә менән – китапханаға” район әҙәби марафоны барышында балалар китапханаһында “Ғаилә – бәхетле планета” конкурсы уҙҙы. Унда Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Жильцовтар, Сафоновтар, Ғатауллиндар, Ғәлләмшиндар һәм Мөхәмәтвәлиевтар ғаиләләре ҡатнашты.
Һәр ғаилә – үҙенсәлекле. Уларҙың барыһы ла сарала үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтте, видеояҙма, презентация формаһында бик шәп визит карточкалары тәҡдим итте. Ҡатнашыусылар күргәҙмәгә балаларҙың һүрәттәрен, әсәйҙәрҙең ҡайып яһалған өлгөләрен һәм алмас картиналарын, биҙәүестәр, фоамирандан эшләнгән, бәйләнгән һәм сигелгән әйберҙәр, балаларҙың ҡул эштәрен, грамоталар, миҙалдар, ғаиләнең боронғо ҡомартҡыларын, элекке фотоһүрәттәрҙе һәм башҡаларҙы алып килгән. Ҡыҫҡаһы, һәр ғаилә ентекле әҙерләнгән.
Конкурс сценарийы буйынса ғаиләләр ҡунаҡтарға үҙҙәренең шәжәрә ағасын күрһәтте. Сарала ҡатнашыусы балалар ата-әсәһенән үҙ ғаиләһенең шәжәрәһен белде.
Ғаилә йолалары һәм кәсептәре буйынса эш тәҡдим ителде: плакаттағы ҡояшҡа һәр ғаиләнең йолалары һәм шөғөлдәре яҙылған нурҙар беркетергә кәрәк. Нурҙарҙы беркетер алдынан әсәйҙәр һәм балалар ғаилә ҡиммәттәре, йолалары, һәр ғаилә ағзаһының мауығыуҙары тураһында һөйләне.
Сафоновтар ғаиләһенең (Владислав Юрьевич һәм Зөлфиә Рифхәт ҡыҙы) визит карточкаһы видеопрезентация формаһында булды һәм шиғырҙар менән оҙатылып барҙы. Үҙҙәре яҙған “Әсә менән ҡыҙ” этюды ла сараны биҙәне.
Жильцовтар ғаиләһе (Сергей Леонидович һәм Эльмира Юрьевна) ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле визитка менән сығыш яһаны. Видеояҙма ғаиләнең таланты, мауығыуҙары, йәшәү рәүешенән башлап ғаилә ағзалары һөнәрҙәренә тиклем йәшәү темаһын асып һалды.
Ғәлләмшиндар (Айрат Ғәллимйән улы һәм Айһылыу Глус ҡыҙы) ғаиләһенең визиткаһы ҡунаҡтар күңеленә хуш килде. Тамашасылар Ғәлләмшиндарҙың йәш ғаиләһенең барлыҡҡа килеүе һәм тормошо тураһында фильм ҡараған кеүек булды.
Ике ғаилә ҡомартҡылар хаҡында һөйләне. Ғатауллиндар ғаиләһендә (Әлфрит Әлхас улы һәм Зилә Роберт ҡыҙы) балалар үҙҙәренең шәжәрәһе һәм өләсәләренең ҡабартма ҡайыу менән сигелгән алъяпҡысы тураһында һөйләне. Мөхәмәтвәлиевтар ғаиләһе (өләсәләре Гөлшат Хөрмәт ҡыҙы) ҡунаҡтарҙы ентекле өйрәнеп төҙөлгән шәжәрә ағасы менән хайран ҡалдырҙы. Өләсәй сатрашлап сигеү техникаһын онотмаған, ейәнсәрен дә өйрәтә.
Сара аҙағында райондың китапханалар системаһы директоры Светлана Ғәлимова ҡатнашыусыларға дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Светлана СЕРГЕЕВА
әҙерләне.