Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Май , 15:00

Үҙәк район китапханаһында – китапхана төнө

Үҙәк район китапханаһында “Китапхана төнө-2024” Бөтә Рәсәй акцияһы нигеҙендә “Бөтә ғаилә менән уҡыйбыҙ” әҙәбиәт сәғәте уҙҙы. Сараға “Илһам” клубы ағзалары, ауыл халҡы һәм китапхананың әүҙем уҡыусылары килде.

Үҙәк район китапханаһында – китапхана төнө
Үҙәк район китапханаһында – китапхана төнө

Ғаилә – һәр кем өсөн иң мөһиме, иң ҡәҙерлеһе. Беҙ уның хаҡында хәстәрлек күрәбеҙ, яратабыҙ һәм бәхет теләйбеҙ. Һәр ғаилә – үҙенсәлекле, һәр береһенең үҙ йолалары һәм ҡағиҙәләре бар. Ғаилә китап менән бала араһында һәр ваҡыт беренсе аралашсы булды һәм булып ҡала. Нәҡ ғаиләлә китапҡа ҡыҙыҡһыныу формалаша, уҡыу зауығы тәрбиәләнә. Был хаҡта күп әйтелде һәм яҙылды.
Китапханасы Гүзәл Хәйретдинова үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә китаптың һәм уҡыуҙың мөһимлеге хаҡында һөйләне, Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваның ғаилә тураһындағы китаптарына күҙәтеү яһаны. Сара барышында ҡунаҡтар “Уҡыу – ул мөһимме?”, “Балаларыбыҙ ниндәй китап уҡый?”, “Китап уҡыусыны нисек тәрбиәләргә?” кеүек мәсьәләләрҙе тикшерҙе.
Китап персонаждары буйынса викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр, “Шиғырҙарҙы дауам ит”, “Һеҙҙең ҡарашҡа, йәки педагогик хәл” конкурстарында ҡатнаштылар, ғаилә, китап тураһында мәҡәл һәм әйтемдәрҙе иҫкә төшөрҙөләр. Китапхананың әүҙем уҡыусылары Динис Бүләковтың китаптары тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашты, яратҡан яҙыусылары һәм уларҙың ғаилә хаҡында әҫәрҙәре хаҡында һөйләне.
Һөҙөмтәлә, ғаиләлә уҡыу мәғлүмәт менән алмашыуҙа, тормош тәжрибәһен тапшырыуҙа, иң мөһиме – ғаиләне нығытыуҙа ярҙам итә, тигән дөйөм фекергә килделәр.
Ғәлиә Вәхитованың сығышы сараға йәм өҫтәне, уның башҡарыуында ғаилә тураһында матур йырҙар яңғыраны. Кисә сәй табыны артында тамамланды.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА
әҙерләне.

Автор: