Мәсетле тормошо
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Апрель , 16:40

“Рәйхан” театры – Мәсетле ере хазинаһы

Бөтә донъя театр көнөнә арналған сара барышында “Мәсетле хазиналары-2024” конкурсына йомғаҡ яһалды. Бүләкләү тантанаһы алдынан иң яҡшы коллективтар спектаклдәрҙән өҙөктәр күрһәтте.

“Рәйхан” театры – Мәсетле ере хазинаһы
“Рәйхан” театры – Мәсетле ере хазинаһы

“Тамаша” коллективы (Дыуан-Мәсетле ауыл клубы, етәксеһе – Әлфирә Вәлиева) II дәрәжә диплом менән бүләкләнде, “Сулпан” татар халыҡ коллективы (Оло Аҡа ауыл клубы, етәксеһе – Миләүшә Хафизова) һәм “Хыял” театр коллективы (Ләмәҙтамаҡ клубы, етәксеһе – Флүрә Кәлимуллина) III дәрәжә дипломға лайыҡ булды.
“Иң яҡшы режиссер эше” номинацияһында диплом Әлфирә Вәлиеваға тапшырылды (Дыуан-Мәсетле); “Иң яҡшы ир-егет роле” – Родион Мортазинға (Дыуан-Мәсетле) һәм Данил Вәлиевҡа (Теләш); “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” номинацияһында – Рита Ҡотлоева (Ләмәҙтамаҡ) һәм Рәмзиә Сәғҙәтоваға (Абдулла).
“Рәйхан” үҙешмәкәр театр коллективы I дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Коллектив тамашасы хөкөмөнә Әминә Яхинаның “Еҙ беләҙек” постановкаһын тәҡдим итте.
Теләш мәҙәниәт йортонда “Рәйхан” үҙешмәкәр драма түңәрәге 1957 йылдан башлап эшләй. Ошо дәүерҙән алып Ҡәүи Шәрипов етәкселегендә бик күп пьесалар ҡуйыла. Иң тәүгеләрҙән булып “Рәйхан” спектакле сәхнәгә сыға. Һуңынан “Фәйзи”, “Рәйсә”, “Ай тотолған төндә”, “Әсәйемдең сал сәстәре” һәм башҡалар.
1960 йылдарҙа режиссер Ҡәүи Шәрипов һәм рәссам Илгиз Юнысов, шулай уҡ барлыҡ драма коллективы Мәсәғүттә (Дыуан районы) үткәрелгән смотрҙа I дәрәжә дипломға лайыҡ булалар.
Шулай уҡ уҡытыусылар коллективы ла, ауыл халҡы ла бик теләп театр тормошонда әүҙем ҡатнаша: Нәжиә һәм Ҡәүи Шәриповтар, Хәтим Саҙиҡов, Фәрит Сафин, Зәйтүнә Вәлиева, Ситдиха һәм Миҙхәт Хафизовтар, Люция Ғәниева, Бәхиә Дилмөхәмәтова, Рафаил Низамов, Мансур Төхвәтов, Мәрйәм Ноғоманова, Фәйзрахман Зарипов. Улар ҡатнашлығында “Әсәләр көтәләр улдарын”, “Ул ҡайтты”, “Һалдат улы” спектаклдәре ҡуйыла.
1986 йылдан коллектив эшендә йәштәр Илфир Дәүләтшин, Ләлә Байрамғолова, Фидаил Сәғҙиев, Ким Мансуров, Илдар Шәрипов, Линиза Вәлиева, Фәйзрахман Зарипов ҡатнаша башлай.
Рәссамдар Рәшит Низамов һәм Фәнүр Ғарипов күп йылдар спектаклдәр өсөн сәхнәне биҙәй. “Рәйхан” драма түңәрәге район һәм республика кимәлендәге төрлө дипломдар һәм почет грамоталары менән бүләкләнә.
Бөгөн дә Теләш ауылы йәштәре һәм оло быуын “Рәйхан” үҙешмәкәр театры тормошонда ҙур теләк менән ҡатнаша. 22 йыл уның менән Ринат Тәкиуллин етәкселек итә. Берекмәнең артистары: Альмира һәм Ринат Тәкиуллиндар, Азамат Юнысов, Данил Вәлиев, Гүзәл Миңғолова, Рәмилә Сәғҙиева, Урал Айсин, Ризида Ғәлимова һәм Салауат Әхмәров.
Ринат Нурулла улы етәкселегендә “Өс ҡайын”, “Ләйсән” (авторы – Әсхәт Мортазин), “Һипкелле ҡыҙ” (Кәбир Аҡбашев), “Айһылыуҙың айлы кистәре” (Ибраһим Абдуллин), “Тылсымлы ҡурай” (Зәйнәб Биишева) һәм башҡа әҙәби әҫәрҙәр буйынса бик күп спектаклдәр ҡуйыла.
“Рәйхан” театр коллективына спектаклдәр ҡуйыуҙа район Мәҙәниәт һарайы методисы Линиза Вәлиева ҙур ярҙам күрһәтә.
Екатерина ӘМИРОВА.

“Рәйхан” театры – Мәсетле ере хазинаһы
“Рәйхан” театры – Мәсетле ере хазинаһы
Автор: