Мәсетле тормошо
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Апрель , 16:20

“Илһам шишмәләре”ндә яңынан осрашҡанға тиклем!

Бына инде егерме ете йыл дауамында “Илһам шишмәләре” район конкурсы өлгөрөп еткән оҫта әҙиптәрҙе һәм ижад донъяһына яңы аяҡ баҫып торған ҡәләм тибрәтеүселәрҙе ҙур ижад байрамына йыя. Был юлы ла, иртәнән үк көслө буран булыуына ҡарамаҫтан, район үҙәгенән алыҫ ятҡан ауылдарҙан ҡатнашыусылар ҙа килеп етте хатта.

“Илһам шишмәләре”ндә яңынан осрашҡанға тиклем!
“Илһам шишмәләре”ндә яңынан осрашҡанға тиклем!

Әйтергә кәрәк, быйыл да конкурста яңы башлап тороусы авторҙар менән бер рәттән күптән республика һәм төбәк-ара кимәлгә сығыусылар үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте.
Яңы Мөслим ауылынан Сәриә һәм Наил Нуриевтарҙың үҙ уҡыусылар аудиторияһы бар. Уларҙың ижады менән социаль селтәрҙә танышырға мөмкин. Наил Рафиҡ улы менән Сәриә Шамил ҡыҙы туған татар телендә ижад итә. Ғаилә башлығы тәүге әҫәрҙәрен бишенсе синыфта уҡып йөрөгәндә үк баҫтыра башлай, ә инде Ҡазан педагогия институтында белем алған йылдарында, күренекле әҙәбиәт эшмәкәрҙәре менән танышып, ижад серҙәренә төшөнә. Сәриә Нуриева, ҡасандыр “Илһам шишмәләре” район конкурсында сығыш яһап, бәйгенең баһалама ағзалары булып торған билдәле шағирә Гөлсирә Шафиҡованың һәм яҙыусы Тәскирә Даянованың фатихаһы менән ижад юлын башлай. Бөгөн ул тормош иптәше менән бергә Мәсетле районы исеменән күп кенә республика конкурстарында сығыш яһай, төбәк-ара сараларҙа республикабыҙ әҙәбиәтен күтәрә.
Сажиҙә Фәйзрахманованың исеме районда күптәргә яҡшы таныш. Ул – Мәсетле районында “Ағинәйҙәр” хәрәкәтенә нигеҙ һалыусы әүҙем йәмәғәт эшмәкәре. Эшләп йөрөгән йылдарында мәҡәләләр яҙыша, ә инде хаҡлы ялға сыҡҡас, ижадҡа әүҙем тотона. Әҫәрҙәре менән тәүгеләрҙән булып, әлбиттә, “Илһам шишмәләре” конкурсында ҡатнашыусылар таныша. Сажиҙә Әғзәм ҡыҙының хикәйәләре “Мәсетле тормошо” район гәзитендә баҫылып тора. “Илһам шишмәләре” конкурсының алыштырғыһыҙ жюри ағзаһы Венера Шафиҡова, сираттағы конкурстан һуң, Сажиҙә Фәйзрахмановаға, уның хикәйәләре күбәйеп китеүен һәм уларҙың барыһы ла уҡыусылар тарафынан яратып ҡабул ителеүен иҫәпкә алып, әҫәрҙәрен китап итеп баҫтырырға тәҡдим яһай. 2023 йылда автор ете әҫәрҙән торған “Йәшәү хаҡы” исемле тәүге хикәйәләр йыйынтығын ҡулына ала. Бөгөн Сажиҙә Әғзәм ҡыҙы – мәктәптәрҙә һәм ауыл китапханаларында бик күп сараларҙың көтөп алынған ҡунағы. Уның китабы менән Әбдрәхим, Ләмәҙтамаҡ, Һөләймән, Яңы Яуыш, Иҫке Мишәр ауылдары китапханаларында танышырға мөмкин.
Тайыш ауылынан иң өлкән ҡатнашыусы Зәлифә Ғәлимова менән Йыланыштан әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Лена Фазылова ла йыл һайын “Илһам шишмәләре”ндә ҡатнаша һәм призлы урындар яулай. Шулай уҡ быйыл ижади бәйгелә Ралина Мөхәмәтова, Зөлфиә Ғәйфуллина (Әбдрәхим ауылы), Зимфера Әхмәтшина, Әлфирә Вәлиева (Дыуан-Мәсетле), Зәбирә Кәшфуллина (Оло Ыҡтамаҡ), Дания Ҡәйүмова (Яңы Мөслим) тамашасыларға үҙҙәренең шиғырҙарын тәҡдим итте. Күп сығыштар бирелгән темаға арналды – ғаилә ҡиммәттәре сағылыш тапты.
Педагогик хеҙмәт ветераны, Тәтешле районының Әнғәм Атнабаев исемендәге район премияһы лауреаты Венера Шәйхисламова, мәғариф бүлеге методисы Венера Шафиҡова Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы, Рәшит Әхтәри исемендәге район премияһы һәм Учалы районының Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге район премияһы лауреаты Гөлсирә Шафиҡова рәйеслегендә ҡатнашыусыларҙың эштәрен лайыҡлы баһаланы.
Сараны йомғаҡлап, Мәсетле биләмә-ара китапхана системаһы директоры Светлана Ғәлимова ҡатнашыусыларға әүҙемлектәре өсөн рәхмәт белдерҙе, мәктәп уҡыусыларын ижади эшмәкәрлеккә йәлеп итергә саҡырҙы һәм иҫтәлекле бүләктәр менән дипломдар тапшырҙы.
Конкурс йомғаҡтары буйынса “Проза” номинацияһында Сәриә Нуриева (Яңы Мөслим ауылы) – беренсе, Сажиҙә Фәйзрахманова (Әбдрәхим) – икенсе һәм Лена Фазылова (Йыланыш) өсөнсө дәрәжә лауреат булды. “Поэзия” номинацияһында беренсе дәрәжә лауреат – Наил Нуриев (Яңы Мөслим), икенсе дәрәжә – Дания Ҡәйүмова (Яңы Мөслим), өсөнсө дәрәжә – Зәлифә Ғәлимова (Тайыш). Әбдрәхим мәктәбе уҡыусыһы Ралина Мөхәмәтова “Өмөт” номинацияһында дипломға лайыҡ булды. “Мәсетле тормошо” район гәзите редакцияһы дипломы Зимфера Әхмәтшинаға тапшырылды.
Венера Шәйхисламова үҙәк район китапханаһына китаптар бүләк итте.
Ҡәләм оҫталары өсөн көтөп алынған конкурс артта ҡалды. Алда – яңы идеялар, тимәк, яңы шиғырҙар, ҡыҙыҡлы хикәйәләр. Илһам шишмәләрегеҙ һайыҡмаһын, ҡәҙерле дуҫтар! Яңынан осрашҡанға тиклем!
Зөһрә ҒӘНИЕВА,
жюри ағзаһы.

Автор: