Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Март , 15:00

Һөләймән оҫталарына дан!

Һөләймән ауылында “Айыҡ ауыл” проекты буйынса “Һөләймәндәр – һөнәрмәндәр” исемле ҙур сара уҙҙы. Һөләймән – ул үҙенең данлы ул-ҡыҙҙары менән районда ғына түгел, республика кимәлендә лә танылыу яулаған ауыл. Һөләймәндән сыҡҡан 42 яҡташ “Атҡаҙанған” исеменә лайыҡ. Бында йәшәүселәр эшһөйәр, амбициялы һәм талантлы, сәләмәт йәшәү рәүеше алып бара. Традицион ҡиммәттәрҙе һаҡлап йәшәгән өлгөлө һәм ишле ғаиләләр ҙә күп.

Һөләймән оҫталарына дан!
Һөләймән оҫталарына дан!

Һөнәрмәндәргә арналған байрамда район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илнур Вәлиев, Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы баш-ҡарма комитеты рәйесе Зәлифә Ғәлиуллина һәм комитет ағзаһы Анфиса Ишмөхәмәтова, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлназ Ҡадирова, “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы” халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре союзы аппараты етәксеһе урынбаҫары Тәнзилә Ҡотлогилдина, “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы” башҡарма комитеты ағзаһы, донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Раил Низамов һәм Дыуан районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, Дыуан районының мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Лариса Ишмөхәмәтова ҡатнашты.
Ҡунаҡтарҙы хужалар милли ризыҡтар, йыр-моң менән ҡаршы алды. Һөләймән ауылы халҡы, район Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән концерт номерҙары көтә ине артабан. Сарала ҡатнашыусыларҙың һәм ҡунаҡтарҙың иғтибарын урындағы һөнәрселәрҙең, халыҡ кәсептәре оҫталарының ағастан эшләнгән, көнкүреш әйберҙәренән, традицион ҡурсаҡтарҙан, башҡорт халҡы биҙәүестәренән торған күргәҙмәһе йәлеп итте. Булат Шәмсийәровтың умартасылыҡ өсөн кәрәк-яраҡтары, Һөләймән ауылынан сыҡҡан билдәле көрәшсе Әсләм Хафизовтың наградалары ла ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Сараны асып, Әнис Әсәҙуллин шулай тип билдәләне:
– Айыҡ тормош тураһында хәстәрлек күреү ҙур әһәмиәткә эйә. Халыҡ хәмерҙең яҡшыға килтермәүен, бәләгә тарытыуын күреп, аңлап тора. Беҙ сәләмәт балалар, ғаиләләр, ҡиммәттәр менән ҡы-ҙыҡһынабыҙ. Ә быны тик сәләмәт йәшәү рәүеше алып барғанда, дөрөҫ ғәҙәт менән йәшәгәндә, йәшәргә һәм үҫешергә теләгәндә генә эшләргә мөмкин. Барлыҡ саралар ҙа тап ошоға йүнәлтелгән. Нәҡ айыҡлыҡ йәшәү нормаһына әйләнһен, – тине ул йыйылыусыларға мөрәжәғәт итеп.
Тантана барышында сараны ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙеләр, ә һөләймәндәргә конкурстың республика этабында уңыштар теләнеләр. Башҡорт халҡының тарихын, мәҙәниәтен һәм йолаларын һаҡлауға ҙур өлөш индергән ауылдаштар тантаналы бүләкләнде. Шулай уҡ оҙаҡ йылдар татыу, матур йәшәгән ғаиләләр ҙә билдәләп үтелде. Сара сағыу музыкаль номерҙар менән оҙатылып барҙы. Әйтеп үтергә кәрәк, “Айыҡ ауыл” конкурсы барышында Альбина Әҡбәрова етәкселегендәге ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм Фәйрүзә Дусмөхәмәтова ойошторған “Ағинәйҙәр” ҡоро ҙур эш алып барҙы.
Тантана ҡунаҡтары өсөн әҙерләнгән өҫтәл милли аш-һыуҙан, төрлө һыйҙан һығылып торҙо. Ауыл халҡы айыҡ тормош алып барғанда күңелле, дәртле итеп йәшәргә мөмкин булыуын үҙ өлгөһөндә күрһәтте.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Һөләймән ауылы “Айыҡ ауыл-2023” конкурсының муниципаль этабында еңеүсе булды. Берҙәмлек һәм еңеүгә ынтылыш һөҙөмтәһендә бында һаулыҡ һаҡлауға һәм эскелекте иҫкәртеүгә, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуға йүнәлтелгән аңлатыу эштәре алып барылды. “Ҡаҙ өмәһе”, “Һуғым өмәһе”, “Һарыҡ йөнөн алыу”, “Кис ултырыу”, “Бәпескә исем ҡушыу”, “Ҡорама ҡороу” йолалары һәм башҡа фольклор байрамдар ойошторолған. Бөтә сараларҙың төп идеяһы – ауыл халҡының ялын нисек күңелле һәм файҙалы уҙғарыуын, көндәлек мәшәҡәттәрҙе хәл иткәндә татыу, берҙәм булыуын, айыҡ ҡарашын күрһәтеү.
Һөләймән ауылы һөнәрселәренә арналған матур сара бында тырыш, талантлы кешеләр йәшәүен тағы бер тап-ҡыр иҫбатланы.

Анфиса ИШМӨХӘМӘТОВА.

Автор: