Бөйөк яҙыусы Мостай Кәримдең иҫтәлегенә үҙәк район китапханаһында әҙиптең әҫәрҙәре күргәҙмәһе ойошторолдо.
Мостай Кәрим – бөйөк башҡорт шағиры, яҙыусы, драматург, публицист, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, күп кенә хәрби һәм хеҙмәт ордендары, миҙалдары кавалеры, күренекле йәмәғәт эшмәкәре. Башҡорт халҡының данлы улы донъя әҙәбиәте хазинаһына баһалап бөткөһөҙ өлөш индерҙе, башҡорт әҙәбиәтен яңы бейеклектәргә күтәрҙе. Бөтә көсөн һәм талантын бөгөнгө Башҡортостандың ҡабатланмаҫ образын булдырыуға бағышланы. Уның китаптары тиҫтәләгән телгә тәржемә ителде. Ул ил өсөн ауыр осорҙа ла өндәшмәй ҡала алманы. Халыҡ араһында уның аҡыллы һүҙҙәре яңғыраны. Һәр кем өсөн яҡын кеше һәм туған булып ҡалды. Халыҡ уны юғары әҙәби һәләте, таланты, кешелек сифаттары өсөн яратты.
Мостафа Сафа улы Кәримов (Мостай Кәрим) 1919 йылдың 20 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Шишмә районы Келәш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Буласаҡ шағир үҙенең шиғырҙарын алтынсы класта яҙа башлай. 16 йәшендә тәүге шиғырҙар йыйынтығын баҫтырып сығара. 1935 йылда Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетына уҡырға инә, уны 1941 йылда тамамлай. Институтты тамамлағандан һуң Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла һәм Муромск элемтә училищеһына ебәрелә. 1942 йылдың майында кесе лейтенант дәрәжәһендә 17-се мотоуҡсылар бригадаһына артдивизиондың элемтә начальнигы итеп ебәрелә. 1942 йылдың авгусында ҡаты яралана, ярты йыл самаһы госпиталдәрҙә дауалана. Һауыҡҡас, Воронеж фронтының “Ватан намыҫы өсөн” һәм 3-сө Украина фронтының “Совет һалдаты” гәзиттәрендә хәбәрсе булып эшләй. Еңеүҙе Венала ҡаршылай. Был һуғыш тураһында ул һуңынан күп яҙа, йәштәр менән аралаша.
Ҡайын япрағы тураһында
Ер шарының картаһына
Ҡараһаң яҡшы ғына, –
Башҡортостан шул картала
Бер япраҡ саҡлы ғына.
Эйе, япраҡ аҡ ҡайындың
Бер япрағы ни бары.
Ә ҡайыны – бөйөк Рәсәй –
Шундай йәшел, юғары.
Нисә быуат шул япраҡты
Ҡайындан өҙмәк булып,
Боҙ һалҡынында туңдырмаҡ,
Утта көйҙөрмәк булып,
Нисә диңгеҙ аръяғынан
Ниндәй елдәр иҫмәгән,
Ниндәй йәшен уйнамаған,
Ниндәй ҡырау төшмәгән.
Шул япраҡты ашар булып,
Нисә төрлө ҡорт һырыған,
Ҡайһы “милләт”, ҡайһы “дәүләт”,
Йә “өммәт” затлы булған.
Ғорур япраҡ өҙөлмәгән
Ғорур ҡайын – әсәнән,
Әсәһенең һуты менән,
Көсө менән йәшәгән.
Бөгөнгө яҙ килде илгә
Елдәр, дауылдар аша.
Ҡайындың шат япраҡтары,
Тыңла, нисек шаулаша!
* * *
Картаға ҡарап, еремде:
– Бер япраҡ саҡлы, – тинем,
Мин хайранмын киңлегеңә,
Башҡортостаным-илем!
Бер сигең Яйыҡ ярында,
Ыҡ буйында бер сигең,
Бөркөт ҡанатын талдырыр
Сал тауҙарың бар һинең.
Һиндә тормоштоң көрлөгө,
Донъялар именлеге,
Һиндә тауҙар ғорурлығы,
Далалар иркенлеге.
Һыуҙарың көмөш.Тупрағың
Торғаны алтын һинең,
Бар хазинаңдан ҡиммәтле
Бәхетле халҡың һинең!
* * *
Донъя картаһында ерем
Бер япраҡ саҡлы ғына,
Ә быуаттар төпкөлөнә
Ҡараһаң яҡшы ғына,
Ошо изге ерҙән уҙған
Күпме быуын яҙмышы –
Һауаларға ашҡан даны,
Һыуға һеңгән һағышы.
Был тупраҡҡа сәмле тарих
Ҡандар менән яҙылған,
Ҡаяларҙа ҡылыс эҙе –
Ташҡа тамға һалынған.
“Эйгән башты ҡылыс сапмай”, –
Тиһә лә иҫке мәҡәл,
Баш эймәгән ғорур халҡым,
Теҙ сүгеп йәшәмәгән.
…Бик хәйерсе булған халҡым,
Тик хәйер һорашмаған,
Билгә ҡылыс таҡҡан, шуға
Арҡаға тоҡ аҫмаған,
Билгә ҡылыс таҡҡан, ләкин
Күршелә ил баҫмаған.
Кем уға ҡорал күтәрһә,
Шуны яуҙа тураған.
Дошманының атын һорап,
Затын һорап тормаған.
Кисәгең дә, бөгөнөңдәй,
Күңелемә яҡын минең,
Утты, һыуҙы кисеп үткән
Ҡаһарман халҡым минең!
Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 27 октябрҙәге 43-сө һанында уҡығыҙ.