Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Октябрь 2023, 10:00

«Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалының «Сәңгелдәк» тапшырыуы «ТЭФИ-KIDS» премияһына лайыҡ булды

«Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалының «Сәңгелдәк» программаһы «Балалар өсөн көндәлек мәғлүмәт-күңел асыу программаһы» номинацияһында «ТЭФИ-KIDS» премияһын яуланы.

«Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалының «Сәңгелдәк» тапшырыуы «ТЭФИ-KIDS» премияһына лайыҡ булды
«Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалының «Сәңгелдәк» тапшырыуы «ТЭФИ-KIDS» премияһына лайыҡ булды

Рәсәй милли телевизион премияһы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы 23 октябрҙә Мәскәүҙә уҙҙы.

Мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн «Сәңгелдәк» тапшырыуы 32 йыл инде көн дә кис Башҡортостан юлдаш телеканалында эфирға сыға. Программа геройҙары кескәй тамашасыларҙың ҡатмарлы һорауҙарына еңел һәм күңелле итеп яуап бирә, башҡорт халҡының тарихы һәм мәҙәниәте менән таныштыра.

«ТЭФИ-KIDS» конкурсына улар һуғылған башҡорт балаҫы тураһында сығарылышты ебәргәйне. Йәш алып барыусылар тамашасыларға барыһын да — «һарыҡтан алып балаҫҡа тиклем» күрһәтте. 

Бынан алдараҡ «Башинформ» «Сәңгелдәк» программаһының «ТЭФИ-Kids» Рәсәй милли телевизион премияһы финалына сығыуы хаҡында хәбәр иткәйне.

Автор: