— Билеттарҙы август аҙағында уҡ һата башланыҡ, ошо ваҡыт эсендә — 2,5 миллион һум, тәүге аҙнала тағы 1 миллион һум йыйҙыҡ, — тип хәбәр итте «Башинформ»ға Ә.Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы директоры Юнир Әминев.
Йәнһүрәтте республика етәксеһе булышлығында һәм Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы менән берлектә Өфөнөң «Муха» студияһы төшөргән. Радий Хәбиров бер нисә тапҡыр илебеҙ халыҡтарының хәрби ҡаһарманлығы йылъяҙмаһының героик биттәрен сағылдырған йәнһүрәтте федераль кимәлдә танытыуҙың мөһимлеген билдәләне. Тамашасылар 1788 йылғы рус-швед һәм 1812 йылғы Ватан һуғыштарында әүҙем ҡатнашҡан башҡорттарҙың тарихы менән таныша. Боронғо Рим аллаһы һымаҡ уҡтан оҫта атҡандары өсөн тап француздар уҡ-һаҙаҡтар менән ҡоралланған башҡорт атлыларын «төньяҡ амурҙары» тип йөрөтә башлай.
Проектта бик күп билдәле кешеләр ҡатнаша. Продюсерҙар араһында Артур Абдрахманов, Юнир Әминевтан тыш, рәссам-карикатурасы Камил Буҙыҡаев та бар. Екатерина II — Лилиә Ғүмәрова, ә Александр I Асҡар Абдразаҡов тауышы менән һөйләй. Шулай уҡ фильмда мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, популяр комментатор Азамат Моратов, күренекле йырсылар Иҙрис Ғәзиев (Ҡылысбай) һәм Нәзифә Ҡадированың (Ҡылысбайҙың ҡатыны) тауыштары яңғырай. Ә йәш яугир Ғәбиттең тауышын балалар шунда уҡ таныған.