Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Октябрь 2023, 09:25

Әжекәй клубы бинаһы яңыртыласаҡ

Әжекәй ауыл клубы “Реновация” йүнәлешендә мәҙәниәт өлкәһе учреждениеларын үҫтереү буйынса сараларҙы ғәмәлгә ашырыуға субсидия биреү өсөн һайлап алыу конкурсында еңеүселәр иҫәбенә инде.

Әжекәй клубы бинаһы яңыртыласаҡ
Әжекәй клубы бинаһы яңыртыласаҡ

Субсидия биреү ҡағиҙәләренә ярашлы, 6 октябрҙә Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығында БР бюджетынан төбәктең муниципаль райондары һәм ҡала округтары бюджеттарына мәҙәниәт өлкәһе учреждениеларын үҫтереү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыуға субсидиялар биреү өсөн республика муниципаль берәмектәрен һайлап алыу буйынса конкурс комиссияһы ултырышы уҙҙы.
“Реновация” (капиталь ремонт һәм матди-техник базаны нығытыу) йүнәлеше буйынса бөтәһе 24 муниципаль берәмектән 35 ғариза килгән. 17 ғариза буйынса дәғүә итеүселәр, шул иҫәптән Әжекәй ауыл клубы субсидия алыусы тип танылды.
Мәсетле районы мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлназ Ҡадирова хәбәр итеүенсә, клуб бинаһын яңыртыу буйынса эштәр киләһе йылда башланасаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: былтыр Әжекәй ауыл мәҙәниәт йорто “Бәләкәй Ватан мәҙәниәте” милли проекты буйынса матди-техник базаны яңыртыуға финанс ярҙам алды: бинала балалар өсөн ҡоро бассейн, велотренажерҙар, йүгереү юлы, көс тренажеры, шахмат, шашка, бильярд өҫтәле, теннис залы булдырылды.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА әҙерләне.

Автор: