Мәсетле тормошо
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Октябрь 2023, 11:10

Шағир иҫтәлегенә әҙәби ҡунаҡхана

1895 йылдың 3 октябрендә Рәсәйҙә XX быуаттың күренекле, билдәле һәм ярат-ҡан шағирҙарының береһе Сергей Александрович Есенин тыуған.

Шағир иҫтәлегенә әҙәби ҡунаҡхана
Шағир иҫтәлегенә әҙәби ҡунаҡхана

Райондың үҙәк китапханаһында лицей уҡыусылары менән шағирҙың тыуыуына 128 йыл тулыуға арналған әҙәби ҡунаҡхана уҙҙы.
Сарала ҡатнашыусылар шағирҙың тормошонан, уның ғәжәп яҙмышы тураһында күп ҡыҙыҡлы нәмәләр белде. Сара барышында ҡатнашыусылар үткәндәргә ҡараш ташланы, шағирҙың шиғырҙарына яҙылған романстар һәм бөтәһе лә яратҡан билдәле “Береза”, “Отговорила роща золотая”, “Нивы сжаты, рощи голы”, “Песнь о собаке”, “Шаганэ ты моя, Шаганэ”, “Не жалею, не зову, не плачу” шиғырҙары яңғыраны. Сара презентация менән оҙатылып барҙы, уҡыусылар иғтибарына китап күргәҙмәһе тәҡдим ителде.

Белешмә.
Сергей Есениндың бала сағы бәхетһеҙ була: шағирҙың әсәһе Татьяна Федоровна үҙ ихтыяры менән кейәүгә сыҡмай, улы тыуғас та уның менән бергә ата-әсәһенә күсеп ҡайта. Күпмелер ваҡыттан һуң ул Рязань ҡалаһына эшкә китә, ә бәләкәй Сережа олатаһы менән өләсәһе ҡарамағында ҡала. Сергей Александровичтың олатаһы сиркәү китаптарын яҡшы белә, ә өләсәһе бик күп урыҫ халыҡ таҡмаҡтарын, йырҙарын башҡара, әкиәттәрен һөйләй һәм, шағир үҙе һуңынан һөйләүенсә, тап өләсәһе уны тәүге шиғырҙарын яҙырға этәргес дәрт бирә.
1904 йылда Сергей Александровичты Константиновка земство училищеһына уҡырға бирәләр. Бер нисә йылдан ул сиркәү-уҡытыусылар мәктәбенә уҡырға инә. 1912 йылда Мәскәүгә аҡса эшләргә китә һәм И. Д. Сытин типографияһына корректор ярҙамсыһы булып урынлаша.
Типографияла эшләү йәш шағирға бик күп китаптар уҡырға, Суриков әҙәби-музыка түңәрәге ағзаһы булырға мөмкинлек бирә. 1913 йылда Сергей Есенин Шанявский исемендәге Мәскәү ҡала халыҡ университетының тарих-философия факультетына уҡырға инә. 1914 йылда ул уҡыуын һәм эшен ташлап, бөтә ваҡытын шиғриәткә бирә.
1914 йылда “Мирок” балалар журналында шағирҙың тәүге тапҡыр шиғырҙары баҫылып сыға. Шул уҡ йылда уның улы Юрий тыуа (1937 йылда атып үлтерелә).
1915 йылда Сергей Есенин Петроградҡа күсеп килә, унда уның ижады менән күп кенә яҙыусылар һәм шағирҙар таныша. Был ваҡытта үҙенең билдәлелек килтергән беренсе “Радуница” шиғырҙар йыйынтығын сығара.
1925 йылдың 28 декабренә ҡаршы төндә Сергей Александрович Есенин билдәһеҙ шарттарҙа һәләк була.


Екатерина ӘМИРОВА.

Фото

Автор: