Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Октябрь 2023, 11:45

“Ҡабырсаҡ” – фестиваль призеры

Стәрлетамаҡта VI “Ашҡаҙар таңдары” республика башҡорт фольклор байрамы тамамланды. Башҡортостан район-ҡалаларынан, шулай уҡ Ырымбурҙан 347 ҡатнашыусы, 24 фольклор коллективы ике көн дауамында башҡорт фольклорының төрлө жанрҙарында үҙҙәренең оҫталығын күрһәтте.

“Ҡабырсаҡ” – фестиваль призеры
“Ҡабырсаҡ” – фестиваль призеры

“Ашҡаҙар таңдары” башҡорт мәҙәниәте фестивале Стәрлетамаҡта тәүге тапҡыр 2006 йылда уҙҙы. 17 йыл эсендә был сара Стәрлетамаҡ өсөн ысын мәғәнәһендә әһәмиәтле ваҡиғаға һәм ҡаланың брендына әйләнде. Гала-концертты ябыу тантанаһы 14 октябрҙә ҡала Мәҙәниәт һарайында үтте. Ҡатнашыусыларҙы Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Эмиль Шәймәрҙәнов һәм Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры Салауат Кирәев ҡотланы.
Гала-концерт барышында коллективтар урындағы фольклор, халыҡ мәҙәниәтенең
үҙенсәлектәре һәм төбәктең көнкүреше сағылған фольклор композицияларынан иң сағыу номерҙар һәм өҙөктәр тәҡдим итте. Мәсетле районының “Ҡабырсаҡ” башҡорт халыҡ фольклор ансамбле (етәксеһе – Рәсимә Әхмәтйәнова) III дәрәжә лауреат булды.

Светлана СЕРГЕЕВА
әҙерләне.

Автор: