Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Октябрь 2023, 10:00

«Сәңгелдәк» тапшырыуы «ТЭФИ-KIDS» Рәсәй милли телевизион премияһы финалына сыҡты

«Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалының «Сәңгелдәк» программаһы «ТЭФИ-KIDS» 2023 балалар, үҫмерҙәр, ғаилә киноһы һәм телевидениеһы өлкәһендәге Рәсәй милли телевизион премияһы финалына сыҡты. «Балалар өсөн көндәлек мәғлүмәт-күңел асыу программаһы» номинацияһында «Сәңгелдәк» тапшырыуы менән «Карусель» каналының «Навигатор»ы һәм Екатеринбург каналының «Good games» программаһы ярыша.

«Сәңгелдәк» тапшырыуы «ТЭФИ-KIDS» Рәсәй милли телевизион премияһы финалына сыҡты
«Сәңгелдәк» тапшырыуы «ТЭФИ-KIDS» Рәсәй милли телевизион премияһы финалына сыҡты

«Сәңгелдәк» («Колыбель») — мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн тапшырыу 32 йыл инде көн һайын киске прайм-таймда эфирға сыға. Программа геройҙары кескәй тамашасыларҙың ҡатмарлы һорауҙарына еңел һәм күңелле итеп яуап бирә, балаларҙы әҙәпкә өйрәтә, башҡорт халҡының тарихы һәм мәҙәниәте менән таныштыра. Башҡортостан балалары белә: «Сәңгелдәк»тә һәр ваҡыт ҡыҙыҡ һәм күп мәғлүмәт бар.

«ТЭФИ-KIDS» конкурсына һуғылған башҡорт балаҫы тураһында сығарылыш ебәрелгәйне. Йәш алып барыусылар тамашасыларға барыһын да — «һарыҡтан алып балаҫҡа тиклем» күрһәтә. Теманы сағыуыраҡ, тулыраҡ асыу өсөн сценарий авторы һәм мөхәррир Зөлфиә Даянова, режиссер Әлиә Минәзева сюжетты студияла ғына төшөрмәй, Дәүләкән районында йәшәгән халыҡ оҫтаһына ла барып ҡайта.

Рәсәй милли телепремияһының быйылғы еңеүселәре 23 октябрҙә Мәскәүҙең «Et Cetera» театрында бүләкләү тантанаһында иғлан ителә.

— Тап «Сәңгелдәк»тең ошондай әһәмиәтле конкурстың финалына сығыуына бик шатбыҙ, — ти «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. — «Сәңгелдәк» — тамырҙың беренсе тапшырыуы. Өс тиҫтә йыл элек Луиза Фархшатова нигеҙ һалған телеканалыбыҙҙың нигеҙе.  
 
«Сәңгелдәк» тапшырыуы «ТЭФИ-KIDS» Рәсәй милли телевизион премияһы финалына сыҡты
«Сәңгелдәк» тапшырыуы «ТЭФИ-KIDS» Рәсәй милли телевизион премияһы финалына сыҡты
Автор: