Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Октябрь 2023, 12:20

“Наурыз” Гран-приға лайыҡ булды

29 сентябрҙә Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө уңайынан Өфөнөң “Торатау” конгресс холында БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Мәҙәниәт министрлығы, Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының республика йәмәғәт ойошмаһы, “БР муниципаль берәмектәр советы” ассоциацияһы тарафынан ойошторолған “Мин яратам һине, тормош” XII республика өлкән быуын кешеләре ижады фестиваленең гала-концерты үтте. Быйыл ул Атайсал өсөн файҙалы эштәр йылына арналды.

“Наурыз” Гран-приға лайыҡ булды
“Наурыз” Гран-приға лайыҡ булды

Концертта бөтә республиканан 55 йәштән өлкән һәүәҫкәр артистар, ижади коллективтар сығыш яһаны.
Фестивалдә Мәсетле районы исеменән район Мәҙәниәт һарайының Зөлфирә Сәлимова етәкселегендәге “Нау-рыз” халыҡ уйын ҡоралдары ансамбле сығыш яһаны. Мәсетле коллективы, “Тыныслыҡ иртәһе” йыр-попурри башҡарып, жюри ҡарары буйынса “Фестиваль оркестрҙары һәм ансамблдәре” номинацияһында Гран-приға лайыҡ булды.
Ансамбль етәксеһе Зөлфирә Ғайса ҡыҙына награданы республиканың хеҙмәт министры Ленара Иванова тапшырҙы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: “Наурыз” ансамбле фестивалдә өсөнсө тапҡыр ҡатнаша. 2019 йылда ул “Оркестр” номинацияһында I урын ала, 2020 йылда “Инструменттарҙа башҡарыу” номинацияһында III дәрәжә лауреат була. Үҙешмәкәр ансамбль составына Мәсетле районында йәшәүсе 26 ветеран инә.
Екатерина ӘМИРОВА.

Автор: