Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Октябрь 2023, 11:00

Болғаҡ. Хикәйә

Ярты сәғәттән һуң ҡатыны бөтә туғандарына шылтыратып ошо хәбәрҙе һәр береһенә  еткереп, бейеме өсөн борсолоуын белдерергә өлгөргәйне.    

Болғаҡ. Хикәйә
Болғаҡ. Хикәйә

Үҙенең офисынан арып-талып ҡайтҡан Филүс Гәрәйевичте ҡатыны борсоуло йөҙ менән ҡаршы алды.
   - Бейем эскән тей, ауырый икән...
  Ишектән инеүгә үк насар яңылыҡ менән ҡаршы алған ҡатынына бер һүҙ өндәшмәй аҡрын ғына сисенде, йыуыныу бүлмәһенә инеп битен-ҡулын сайҙы, йоҡо бүлмәһендә эш кейемен алыштырып аш-һыу бүлмәһенә сыҡты.
   - Ҡайҙан ишеттең, шылтыраттымы әллә үҙе.
   - Юҡ, үҙе шылтырата буламы эш көндәрендә, үҙең ҡәтғи тыйып ҡуйҙың бит, эш ваҡытында бер саҡта ла шылтыратма тиеп, үҙем иртәнге рәттә шылтыратҡайным, һинең ауылдашың Сәриәнең әсәһе ауырый,  ауылға йыш ҡайта, ҡайтырға йыйынғанын белеп тауыҡ ите ебәреүен һораным, тауышы әүәлгесә сыға ине. Беләһең дә, бер бөртөк улыбыҙға уҡыу йортона индерешкән кешеләрҙе шешлеккә йыйырбыҙ, тигәнемде, әҙерләнә торорға уйлағайным, бейемгә шуны аңғартып Сәриәнән юлайҡан бройлер тауыҡтар ебәреүен һораным. Ебәргән, тик ҙурлығы былтырғынан ҡайтыш күренә, әллә Сәриә үҙҙәренеке менән алыштырып бирҙе инде, был юлы икәүҙе генә ебәргән, егерме кешегә ул ғына етмәҫ, тағы һылтауын табып ҡайтып урарбыҙ, юғиһә һеңле-ҡустыларың алданыраҡ өлгөрөп ҙурыраҡтарын эләктерергә әҙер торалар.
   - Ваҡыт булмаҫ ауылға ҡайтырға, магазиндән алырһың етмәгәнен.
   - Эйе шул, химия ҡаҙап үҫтергәндең рәте буламы, иреһә яртыһы һыуға әйләнә, ней тәме, ней һурпаһы юҡ. Өйҙә үҫтергәнгә етмәй инде.
   - Бәлки һуймағандыр әле әсәй...
   - Һуйҙырған, быйыл үҙе йолҡмаған, өмә менән таҙалағандар үткән аҙнала. Йыйын ауылдағы әптек-һәптекте һыйланы инде мулдан ҡубып, юғиһә утыҙ бройлерҙан икәүҙе генә ебәрмәҫ ине, әйттем, аңғарттым, шешлеккә дуҫтарҙы йыябыҙ тип. Эскелектер, нимә әйтәһең...
   - Уф... Арытты бөгөн, ниңәлер аш та бармай, ҡана теге башлаған коньяктан тамыҙ әле.
   - Уны Альфира Гиззатовна ингәндә ҡойоп бөтөрөп ҡуйғайным, кешене нисек буш сығараһың, үҙенә барһаң гел һыйлап сығара, закускаға ул ҡара икра, ул ҡыҙыл балыҡ. Теге вискине асайыммы?
   Филүс Гәрәйевич ҡулын ғына һелтәне, йәнәһе нимә булһа ла бара.
   Ҡатыны ҡойған рюмканы ауыҙына ҡойғас тағы ҡойоуын һорап буш рюмканы уның алдына этәрҙе. Был юлы ҡатыны үҙенекен дә күтәреп ире менән сәкәштерҙе.
  - Йән көйгәндә мин дә берәрҙе күтәрәйем әле, беләһеңме, әсәйең Сәриәгә ике банка салат биреп ҡайтарған, ә беҙгә ҡуҡыш! Йәнәһе лә Сәриә бер ваҡытта ла буш ҡул менән инмәй, юл хәйере индергәйнем тигән була быныһы. Тауыҡтарҙы килтерҙем тигәс тә шунда уҡ барып алдым, алмаштырып ҡуймаһын тип, ҡәйнәң күстәнәсе менән сәй эсәйек тип, өҫтәлгә саҡырҙы, эй тәмле салат, беҙгә лә һалһа була инде.
   - Һуң теге йылды банкалағы  салаттарҙы оҡшатмайым, тип эре сирттерә инең дә әсәй алдында.
   - Юрамал әйткәйнем,  бикәстәрҙең шуныңса банка яптым, быныңса салат тураным тигәненә үс итеп. Бында подлив урынына ла, закускаға ла китә ул, аш та бешерергә була. Был аҙнала, ялыңда барып ҡайтырға кәрәк әсәйеңдең хәлен белеп.
  - Булмай тинем дә был ялда, Әкрәм Сәйфуллович турбазаға өндәште, бармайынса булмай.
  - Улайһа иртәнгә йыйын, мин хәҙер үк туғандарыңа шылтыратып сығам, барһындар, күрһендәр әсәләренең эсеп ятҡанын, бөгөн салаттарын таратһын, иртән ҡаҙ-өйрәктәрен таратһынмы эскән баштан, берәй сараһын күрергә кәрәк, бәлки алмашына башлағандыр.Иртән кис юлға сығабыҙ ҙа, төнгә әйләнеп ҡайтырбыҙ, оло кеше менән ниҙәр булмаҫҡа мөмкин, йә үлеп ятыр.
   Ярты сәғәттән һуң ҡатыны бөтә туғандарына шылтыратып ошо хәбәрҙе һәр береһенә  еткереп, бейеме өсөн борсолоуын белдерергә өлгөргәйне. Хатта бейемен ауылда яңғыҙ ҡалдырыу-ҡалдырмауҙы ла хәл итергә кәрәклеген белдерҙе, ике йыл элек үлгән ҡайныһының мал-тыуарын бүлешеп алырға ла, бейемен ҡыш ҡалала алмашлап ҡунаҡтай күреп хөрмәтләп көтөрҙәр, йәй ауылға ҡайтып себеш алып үҫтерер.
  Хәстәрлекле оло киленгә береһе лә ҡаршы төшмәнеләр, тик бикәм ҡороғоро ғына әрләп трубканы ташланы.
  Утыҙға етһә лә өйләнмәгән ҡәйнеше барырға ризалашты, тик уларҙың машинаһында урын булһа ғына.Үҙенең машинаһы ремонтта икән, өйөнөң ҡыйығын күтәреп быйыл бер бүлмәһендә генә булһа ла ҡыш сығырға ниәтләй, ашығырға сәбәп бар.
  Быны ишеткәс килен кеше уйланды, алырғамы юҡмы, ә өй эшләү һылтауы менән ауылдан тейәнеп ҡайтһа көҙгө муллыҡта, бейеме кесе улы өсөн былай ҙа булмаған йөнөн йолҡоп бирергә әҙер, ә Филүсте бер ҙә ул тиклем ҡайғыртмай әле, йәнәһе аяҡҡа баҫҡан, балаһы берәү генә имеш.
  Тапмаһындар ине башҡа килендәре улай көтә алмағас, хөкүмәт аҡсаһына ҡыҙығып тапҡастары үҙҙәре көтһөндәр.
  Эскәне бер бөгөн түгел дә инде, ҡәйнешенең тыуған көнөндә ауылда йыйылғас, һеҙ йәштәр ултырығыҙ,  арыным, бер рюмка быуынға төштө, тигән һылтау менән сисенмәй ҙә төпкө бүлмәгә ҡоланы. Тағы туйҙа, килен сәйендә эскәнен күрҙе, йәнәһе ҡунаҡ һыйлай, ҡаҙ өмәһендә лә эсәләрҙер, Филүстән араҡы алдырғаны булды, әй, тағы һуғымға тип тә килтереүен һораны әле, уныһын нисек онотҡан, аҡсаһын түләне былай. Алкаш булырға күп кәрәкмәй, өс йыл етә тип һанағандар ғалимдар, ә бейеме етмеште үткән шикелле, уныһын кем иҫәпләгән.
   Өндәшмәй генә барып төшөрҙәр был юлы, юғиһә килерҙәрен алдан белһә, бешеренеп-төшөрөнөп көткән була ла, аҙаҡ ул яҡшы.
 Һөйләшеп килешенгән ваҡытта ике машина ауылға ҡарай юл алды, Филүс Гәрәевичкә алдан әшкәртеп, ҡустыһын, кейәүҙәрен үҙенең янына саҡырырға ҡушты, йәнәһе ир-аттарҙың кәңәштәре берекһен. Үҙе машина йөрөткән бикәсе янына күсеп ултырҙы, аңын-тоңон һеңдерә барыр.
   - Ауыр инде бейемдең яңғыҙына, бына ҡәйнеш өйөн бөтөрһә янына алыр ине, ни тиһәң дә төпсөгө, көтә торған малайы. Һинең яныңда ла уға ауыр булыр, ни тиһәң дә өс балаң янында тығыҙ буласаҡ, кейәү ҡаршы килмәҫ тә, һәйбәт кеше лә ул, пенсияһы ла ҡушымта булыр үҙегеҙгә, балаларыңды түңәрәккә йөрөтһә лә, мәктәбенә лә көн һайын алып барыр кәрәк. Бикәм ней хәҙер бейемгә ҡул һелтәгән, үҙ балалары үҫеп еткәс, өйө бына тигән, ул алһа ла була ла, ауылда үҙенсә йәшәһен, ҡыҫылмағыҙ ти ҙә ҡала, әле лә әсәһен уйлап килһә була инде.
  - Шылтыраттым, әсәйем ниңәлер телефонын алманы...
  - Әллә илайһың инде, илама күҙҙәреңде бөтөрөп, юлда ихтибарлы булырға кәрәк. Мин машинаны йөрөртөргә уҡып права алһам да йөрөмәйем шул, һинең кеүек күңелем нескә, кеше күңелен күреп, һүҙен йыҡмайым тип ҡунаҡтарҙа ла әҙерәк йотоп ҡуйырға ла тура килә. Үҙемдең машинаны әле улыма бирҙем, имен генә йөрөһөн инде, ни тиһәң дә миллиондан артыҡ тора. Бына бейем мал-тыуарын һатһа, ҡайнымдың мираҫынан бәлки өлөшөбөҙҙө бүлеп бирер, ни тиһәң дә ҡайным Филүс менән шул тиклем ғорурлана ине, улым уҡып сығып кеше булды тиер ине һүҙ араһында, ул саҡта үҙемә  машина алыр инем, йөрөйөм кеше араһында мәхрүм булып, йәйәүле Мәхмүт ҡошап.
   Әсә йортона, ата нигеҙенә килеп туҡтағас та һәммәһе лә тынып ҡалды. Тәҙрәләрҙә ут юҡ, әсәләре йоҡлайҙыр, көҙгө ҡараңғылыҡ тиҙ ялмай тирә-яҡты. Ҡустылары үҙе белгән юл менән ҡойма аша һикереп төшөп бәләкәй ҡапҡаны асты, машиналарҙы индереп торманылар, алай-былай ғына тейәнерҙәр ҙә кире боролорҙар, иртәгә эшкә.
   Ишек туҡылдатырға тура килмәне, әсәләре туҙған сәстәрен йыйыштырып тормайынса, ҡыйшайған яулығын ғына төҙәтештереп ишеген асты.
  - Эй, балаҡайҙарым, ялығыҙ ҙа еттеме ней, был донъяның эшенән бушап көндәр һанын да юғалтып бөтәмдер шул...
   Һәр береһе менән күрешкән әсәгә балалары һынамсыл текләшкән, ул да һиҙгер, ишек алдында ултырған иҫке өҫтәлгә, уның тирәһендә теҙелгән кәритә-тастарға,  ҡара биҙрәләргә күҙ һалып, аҡланды.
  - Әй, үткән ялда тауыҡтарымды йолҡторғайным, иртәнән һуңға пенсиәм килгәс, киләһе ялға өйрәктәремде лә салдырып алырмын тигәйнем, шуға йыйыштырып торманым, яңғыҙ кешегә өҫтәл-маҙарҙы күсереп йөрөтөүе лә ауыр. Күршеләргә әйтермен тейем, хәҙер үҙемә ауыр була башланы, бөгөн Мәүрә еңгәңдәрҙә тауыҡтарын йолҡтоҡ, арып ятып йоҡлап киткәнмен, һеҙҙең ҡыштырҙағанға йөрәгем дарҫлап уяндым, ниңә алдан шылтыратманығыҙ.
  Өйгә ингәс аш һыу бүлмәһендә лә ҡашығаяҡ теҙелгәне күҙгә салына, иҙәндә ҡырылған кишер ыуағы сәсерәгән.
  Филүс Гәрәйевичтең ҡабырғаһына ҡатыны шуларҙы ымлап әкрен генә төрттө, ,, Күрҙеңме" йәнәһе.
  Әсәйе электр баҡырсаһына һыу ҡойоп утҡа тоташтырҙы, холодильниктән күстәнәс тауыҡ итен, кәнфит-бәлештәрен сығарҙы.
  - Яңғыҙ булғас бешеренеп тормағайным, үткән өмәнән ҡалған таҡы-тоҡо менән тамаҡ туйҙырҙым, ауылда хәҙер көн дә өмә, хәлемдән килгәнсә әйтһәләр ярҙамлашам. Иртәнгә өндәшмәнеләр әле береһе лә, буш мәлдә ҡышҡылыҡҡа салат турармын тип кишерҙе ҡырғыстан үткәреп ултырҙым да, арып барып ятып киттем, хәҙер аш һалып ебәрермен, сәйләп кенә алайыҡ та.
   Түрҙәге ултырғысҡа тамаҡ ҡырып барып ултырған Филүс Гәрәйевич етәксе роленә инеп, килеп тыуған хәлде үҙ ҡулына алырға йыйынды, йомшаҡ дивандан урын алмауы ла уның хәбәрҙе ҡыҫҡа тотасағына ишара ине.
  - Әсәй, беҙ бында һинең артабанғы тормошоңдо яйға һалыр өсөн ҡайттыҡ, апайым ярай ҡайта алманы, Зәлифә киленең дә килә алмаған, ярай килен сит кеше. Беҙгә һинең һау булыуың, ваҡытында тейешле ял итеүең мөһим, бында һәр кемдең эшен эшләп, бушҡа эсеү өсөн кеше күтен һөртөп йөрөүең кәрәкмәй. Бына атайҙан ҡалған малды һатып, ҡош-ҡорттарыңды йыйнауларһыңда беҙҙең янға ҡалаға килеп йәшәрһең, беҙ дүртәүебеҙ бер ҡалала, апай йәшәгән ҡалаға ла яҡын беҙҙән, бергәләшеп көн күрербеҙ. Бында бысырағыңа, ҡараңа ҡатып, урам бисәләре менән эсеп йөрөгәнсе, үҙеңә шулай ҡулай булыр. Ана беҙҙең ауыл ағинәйҙәрен интернетта нисек матур итеп фотоға төшөрәләр, күлдәктәре генә нисә төрлө, балҡып, янып торған инәйҙәр, һин шуларҙан өлгө алһаңсы әҙерәк, оят.Беҙгә һинең хөрмәтле өләсәй булып йәшәүең кәрәк, аш һалып торма, беҙ бөгөн ҡайтабыҙ, хәлде асыҡлайыҡ та.
   Әсәһе тәүҙәрәк бер аҙ ҡатып ҡалды, ишетелгән һүҙҙәрҙән шаңҡып ҡалғандыр, бүтән балаларына күҙ һалды, улары ағалары тарафына ҡарағандар, әсәләренән ниңәлер күҙҙәрен йәшерәләр төҫлө.
   Ҡулындағы еүеш өҫтәл таҫтамалын ҡайҙа ҡуйырға белмәгәндәй әсә тәүҙә иҙәненә, мейес алдына күҙ югертте. Унан тиҙ генә таҫтамалы менән иҙәнен һөртөп алды, линолеум түшәлгән иҙән ялтырап таҙарҙы, әйтерһең бер сүп тә булмаған. Ҡулын йыуған арала раковинала өҫтәлдәге сайылмаған бер сынаяҡты, бер ҡалаҡты сайҡаны.
   - Ошомо бысыраҡ, бына таҙарҙы ла, йә нимә әйтергә теләгәйнегеҙ, ҡабатлағыҙ, кем әйтте әсәйегеҙ эсеп ята тип, бәлки өй беренсә эсеп йөрөй тигәндәрҙер.Кешенең күтен һөртә имеш, кемегеҙ ҡайтып бесән эшләшкәне бар атайығыҙ үлгәс, ауырыған саҡта ла рулонлап һатып алдыҡ, ана шул ауыл кешеләре ярҙам итте. Аҡсаһы юҡ тинеләрме,  булмаҫ та шул, бесән һатып алырға ғына нисә айҙың  пенсияһы китә, утынға, быстырып-ярҙырырға, өйөшөргә килгәнегеҙ бармы, үҙем өйҙөм.
   Атайың сирләгәндә өйҙө йыйыштырманым ауырыуын яңыртмайым тип , алынған обой нисә йыл келәттә ятты, үлгәс ҡулым барманы йәбештерергә, һеҙҙең ваҡытығыҙ юҡ, ана шул Мәүрә килен йәбештереп бирҙе, нисек уға бармайым тей.
   Марат ҡайнаға гел утынымды бысып бирә, ҡош-ҡортомдо йыл да сала, уға нисек ҡаҙ йолҡошмайһың, Сәғит класташың утынымды ярыша, хәлем еткәнсә минең дә ярҙам иткем килә уға, эсеү өсөн йөрөймө кеше.
   Ағинәй булмаған өсөн әсәһенән оялалар имеш, бер көтөү ҡош-ҡорт ҡарап, мал-тыуарҙы тәрбиәләп, араһында матур кейенеп ялпылдап йөрөп ҡара, хәҙер тырым-тырағай таралышып бөтөрҙәр.
  Ағинәй башлығы булып йөрөгәнен әйтәйем тағы,  тауыҡ та көтмәй үҙе өсөн, шунан нисек ваҡыты булмаһын. Теге атаманын әйтмәйем дә, уның өсөн изге нимә бар микән күңелендә, ней иренең хаҡын ҙурламай, ней бала хаҡын уйламай, йөрөй ауылдан-ауылға, илдән-илгә, картуф та сәсмәй, баҡса ла ултыртмай аҙманлап.
  Ә бәлки улар дөрөҫтөр ҙә, мин генә йөрөйөм ул һеҙгә әҙерәк ярҙам булһын тип, ҡустың өйөн төҙөп бөтөрһөнгә, кеше тупһаһында йөрөмәһенгә тырышып, ә һеҙ эсәһең имеш.
  Атайың һиңә нимә тине, ҡустыларыңды ташлама, һин ғаиләнең төп ҡаҙығы булып ҡалаһың тине. Ҡустың өс йыл һиңә ҡола яланда ике ҡатлы өй төҙөштө, һин уға исмаһам өс тапҡыр барып ярҙам иттеңме? Уртансы ҡустыңа өй төҙөгәндә уҡып бөтәйем тип һылтау таптың, уның да ярҙамы һиңә күп булды, оноттоңмо.   
    Өндәшмәгәс тә әле, мин ҡараға батып йөрөмәһәм, һеҙ аҡ булмаҫ инегеҙ, был турала әҙерәк уйлағанығыҙ булдымы, әсәһенә аҡыл өйрәтергә килгәндәр берәүҙәр. Һинең ағинәйҙәреңдең кемеһенең ҡырҡ йыл һауынсы стажы бар, кемеһе ауырыу ирҙе тәрбиәләп йәшәне, башың менән уйлап ҡара интернетта һоҡланырҙан алда.
   Ауыр һулап тынып ҡалған бейеме янына оло килен килде:
   - Көйәләнмә бейем, беҙ һинең хәлеңде белергә генә тип килгәйнек, һуңға ҡалғас ҡабаланып күстәнәсләр алырға ла ваҡыт булманы, ҡыҙма улай, йә ауырып китерһең.
   - Эскән бисәнең хәлен белдегеҙ, рәхмәт, хәҙер кире боролһағыҙ ҙа була, һуңға ҡалмағыҙ, юл оҙон, оҙата сығып тормам был юлы.
   Өйҙә ауыр тынлыҡ урынлашты, әҙерләнгән сәй табыны янына бер кем дә яҡынламаны, бары тынлыҡты боҙоп сәғәттең генә текелдәүе ярһып ишетелә.
   - Ярай ату, беҙ ҡуҙғалдыҡ, хәлегеҙҙе белдек,- Филүс Гәрәйевичтең артынан башҡалар ҙа ҡуҙғалдылар, ултырғыста тын ғына ултырған әсәһен ҡыҙы ҡосаҡлап иларға кереште.
   - Ярай балам, илама, үҙеңсә йәшә, мин һеҙгә һалығымды һалмаҫҡа тырышырмын, һаулыҡ бирһен, имен йөрөгөҙ юлдарығыҙҙа, һау булығыҙ.
   Кемеһе ҡул биреп, кемеһе ҡосаҡлап һаубуллашҡан балалар бер-бер артлы ишеккә еткәс тә арттарына боролоп ҡаранылар, тик әсәләре нисек ултырһа, шул килеш ҡалды, балаларын оҙата сыҡманы, өҫтәлгә саҡырманы, күстәнәстәрен тейәмәне.
  Ҡалаға кире ҡайтырға сыҡҡанда һәр кем үҙ уйына батҡан ине. Кемеһенеңдер уйында туғандар йыйылған ерҙә кәгеп алырға юл сумкаһына тыҡҡан ,,йылтыр" булды. Икенсеһенең башында балалары ине, өләсәй күстәнәсен көткән балаларына нимә тиеп яуап бирер. Асыҡҡан ҡорһағын һаман өмәнән күстәнәскә ҡайтҡан, ризыҡҡа яҙмаған һимеҙ тауыҡ ите ярһыта өсөнсөһөнөкен. Ҡуҙғалған  намыҫты, үкенеүҙе, оялыуҙы баҫырға теләүселәр ҙә барҙыр араларында, тик һүҙ башларға ғына ҡыймайҙарҙыр.
  Филүс Гәрәйевичтең  ҡатынынын телефоны шылтыраны, Сәриә икән, илауҙан өҙөк-өҙөк һөйләшә.
  - Гөлдәремә һыу һибеп торһаңсы еңгә, асҡысымды ҡалдырырға тип уйлағайным, әсәйем мәрхүм булған, көн аша барып тәрбиәләй инем,-ауылдашының ҡатынын яҡын күреүенән еңгә тип өндәшеүе.
   - Болғаҡ, һинең арҡала ауылдан бер күстәнәсһеҙ оятҡа ҡалып ҡайтып киләбеҙ, ниңә бейемемде эсеп ауырып ята тинең.
   - Инәйҙең эсмәгәнен беләһегеҙҙер ҙә, эскән кешенеке кеүек күҙҙәре шешкән, ауырый тинем дә. Һин бәлки үҙең теләгәнде ҡолағың ишеткәндер, мин улай тип әйтмәнем, бейемең минең әсәйемдән күпкә оло, минеке китте.
    Рулдә килгән Филүс Гәрәйевичтең быны ишеткәс тә ҡулы ҡалтыранып машина тигеҙлеген юғалтты, ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡанлыҡтан көскә боролоп юл ситенә туҡтаны. Оло ҡаза ситтән урап үтте, хәйерлегә булһын...

Гөлдәр әбей.

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-186982060_4106?access_key=ddf151ccfab88abec3

Источник: https://shonkar.com/news/-bi-t/2023-10-03/bol-a-hik-y-3463959 

Автор: