Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Октябрь 2023, 14:00

“Таныштарға күрһәтергә лә оялам”

...Туйҙан һуң тәүге тапҡыр улар көтмәгәндә бер уртаҡ табында осрашты. Дуҫы эргәһендә һис тә ул өйләнгән ҡыҙ түгел, ә дәрт-дарманы ташып, күҙ-башы уйнап торған сибәркәй бар ине...

“Таныштарға күрһәтергә лә оялам”
“Таныштарға күрһәтергә лә оялам”

...Камилды күптән, бик күптән күргәне юҡ ине Мараттың. Баштараҡ, бер ҡалала йәшәп, бер үк урамдарҙан йөрөһәләр ҙә, донъя мәшәҡәттәре араһында бер һөйләшеп ултырыу түгел, сәләмләшергә лә ваҡыттары етмәне. Хәйер, яртышар йыл вахтанан ҡайтып инмәгән ирҙәрҙең тормошо башҡаса нисек булһын?

Ә ҡасандыр Марат ул саҡта дуҫ тип иҫәпләп йөрөгән Камилдың туйында ла булғайны бит. Хәйер, “туй” тип әйтерлеге бармы икән... Яҡын туғандарҙан һәм бер нисә дуҫ-иштән торған, тыныс, тиҙ үткән ҡәҙимге табын ине ул. Йәштәргә күҙ ташлау ҙа етә: был тиклем дә ҡапма-ҡаршылыҡлы, бер-береһенә тамсы ла тап килмәгән пар артабан бергә йәшәп китеүе ихтималмы? Хәйер, был икәүҙең уртаҡ киләсәгенә шикләнгән кеше бер Марат ҡына булмағандыр.

...Дөрөҫөн әйткәндә, Камилды өйләндерҙеләр. Ҡыҙҙарҙы туҡтауһыҙ алмаштырып, буйҙаҡ тормошҡа бөтөнләй күнегеп китә башлағас, дәрт-дарманлы туғандары уға ныҡлап тотондо. Тәүҙә димләнеләр, үҙҙәренә ҡалһа, һәр яҡтан килгән ҡыҙ менән таныштырҙылар, егет тәүҙә ыңғайламаҫтай булғас, кире һәм ыңғай яҡтарҙы асыҡтан-асыҡ баһалап, аҡыл бизмәнендә үлсәп, барыбер маҡсатҡа өлгәштеләр. Һөҙөмтәлә егет баш ҡалала фатирлы-йыһазлы һәм, әлбиттә, уның ҡарамағына, шәптән булмаһа ла, кәләшле булды.

Эш шунда: бай бирнәле ҡыҙ ир-ат иғтибарынан мәхрүм, сибәрлеге самалы, ҡыйыуһыҙ ғына бер зат һәм ике яҡтың туғандары тырышмаһа, бындай "бәхет”, бәлки, уға йылмаймаҫ та ине...

Шулай итеп, ҡыҙҙың иң ҙур хыялы тормошҡа ашты: бынамын тигән күркәм егеткә кейәүгә сыҡты, уға шунда уҡ өҙөлөп ғашиҡ булды, өмөтһөҙлөккә һуғарылған ғазаплы көндәре хәтер томандары артында төш кеүек кенә юғалып ҡалды. Киләсәге, әлбиттә, болотһоҙ, ҡояшлы, яҡты булып күҙалланды.

Камил иһә, гүзәл заттарҙың башын әйләндереп өйрәнгән ирекле ҡош, тәүҙә төшөнкөлөккә бирелде. Ҡыҙҙар иғтибарынан туйып бөткән типһә тимер өҙөрҙәй һөйкөмлө ир, бөгөн килеп, ҡатынын таныштарына күрһәтергә лә оялды; элек дуҫтарһыҙ йәшәй алмаған әҙәм осрашыуҙарҙан ҡасты, бойоҡто, үҙенә үҙе йомолдо. Уның ҡарауы, ҡасан­дыр хыялланғанса, бер матди ҡыйынлыҡ кисермәйенсә донъя көтә башланы.

Ә ҡатын, киреһенсә, яҙын тәүге ҡояш нурҙарына табан ынтылған сибек кенә умырзая төҫлө, баш ҡалҡытты, мөхәббәт нурында ҡой­ондо, хыял тулҡындарында йөҙҙө. Янды, көйҙө, үҙенсә өҙөлөп һөйҙө. Эргәһендә яратҡан кешеһе булғанға сәскә атты - бәхет кисереү өсөн уға үҙ тойғолары ла хаттин ашҡан ине. Уны күптән белгәндәр таныманы: ҡатындың үҙ-үҙенә ышанысы артты, һыны турайҙы, аҙым­дары ныҡлыраҡ була барҙы. Иң ғәжәбе шунда: ул иренә сат йәбешеп ятманы, сабыр һөйөү менән ярата белде, сикләү-тыйыуҙарҙан азат булды.

...Марат менән Камил иһә туйҙан һуң тәүге тапҡыр көтмәгәндә бер уртаҡ табында осрашты. Дуҫы эргәһендә һис тә ул өйләнгән ҡыҙ түгел, ә дәрт-дарманы ташып, күҙ-башы уйнап торған сибәркәй бар ине. Ҡосаҡлашып бер булалар, бер-береһенең күҙҙәренә генә ҡарап торалар...

Тәмәке көйрәтергә сыҡҡан ыңғайы түҙмәне Марат, һорай ҡуйҙы: “Айырылыштыңмы әллә?” Камил йәшереп торманы: бушты һөйләмә, айырылышырға уйында ла юҡ, барыһы ла яҡшы, ике балаһы үҫеп килә, әле иһә ул былай ғына күңел аса... Марат бот сапты – барыһы ла шулай ябай һәм асыҡ эшләнәме? Ә бисәһе? Камил ҡул ғына һелтәне.

...Марат  ғаиләһе менән күптән башҡа төбәккә күсеп төпләнгәйне инде. Бихисап йылдар үткәс, ул тағы йәшлек йылдары үткән ҡалаға килде. Был юлы Камилды фәҡәт эш буйынса эҙләп тапты ул. Ит ҡунған, олпатланған ир-ат шатланып күреште. Камилдың өйөнә барҙылар, мул ғына табын артында гәпләшеп ултырҙылар. Бик тә күркәм, мул йәшәй булып сыҡты дуҫы.

...Ә ҡатыны һаман шул икән: тып-тыныс, иренең ауыҙына ҡарап, йылмайып ҡына тора, сабыр. Булмаған сибәрлек кенә ҡайҙан булһын: бер аҙ һөйкөмлөлөк кенә өҫтәлгәндер, бәлки. Хәйер, был тыныслыҡ һәм һиллек артында ниндәй уй-кисерештәр йәшеренгәнен кем белә? Әллә ҡулына эләккән бәхет ҡошон, мөхәббәтен бер ниндәй ҡаршылыҡтарға ҡарамай тотоп ҡала алдым тип иҫәпләйме икән был ҡатын?

Ҡасандыр матди байлыҡҡа ҡыҙығып, димселәрҙең тәҡдименә риза булған Камил иһә бәхетле лотерея билетын тартып сығарҙымы йәки тормошо нисек барһа ла барһын тип ҡул һелтәп йәшәйме? Донъяның бар матди шатлыҡтарын татып та, ғүмер буйы күңел тыныслығына, остоҡ ҡына йөрәк йылыһына ла мохтаж­лыҡ кисереп, ғүмер ебен һүтә бит бәғзеләр...

Хәйер, нисәмә кеше – шунса яҙмыш. Был тормошто аҡҡа һәм ҡараға ғына айырып ҡараған, ҡасандыр яратҡан ҡыҙына өйләнгән, үҙен бик бәхетле кешегә һанаған Марат Камилдың  йәшәйеш серен бер нисек тә төшөнә лә, аңлай ҙа алманы: башҡаларҙың күңелендә ни ятҡанын белмәҫһең – ҡуйы урман, сиселмәҫ сер шул...

Фото: avatars.dzeninfra.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
 
Автор: