Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Август 2023, 16:30

Санкт-Петербург ҡалаһында башҡортса байрам

Урында 25-27 августа Башҡортостан Республикаһы көндәре үтә

Санкт-Петербург ҡалаһында башҡортса байрам
Санкт-Петербург ҡалаһында башҡортса байрам

Унда Башҡортостан Республикаһының иҡтисади, инвестиция һәм туристик потенциалы менән таныштырыу, Башҡортостан республикаһының тауарҙар йәрминкәһе, Өфөнөң 450 йыллығына арналған презентация һәм башҡа саралар көтөлә.

– Башҡортостан һәм Санкт-Петербург араһындағы хеҙмәттәшлек яңы кимәлгә сыҡҡанына шатбыҙ. Беҙ башҡорт халҡының бай мәҙәниәтен күрһәтәсәкбеҙ һәм турист ҡеүәте хаҡында һөйләйәсәкбеҙ, – тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

Сара сиктәрендә төп ваҡиғалар 26 августа, атап әйткәндә, башҡарма власть органдары вәкилдәре ҡатнашлығында пленар ултырыш, килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу тантанаһы, ҡала парктарын төҙөкләндереү буйынса тәжрибә уртаҡлашыуға арналған түңәрәк өҫтәл үтә. Шулай уҡ был көндә “Башҡортостан дуҫтарын йыя” исемле концерт көтөлә. 

Башҡорт этноихатаһы күргәҙмәһе, балалар майҙансығы, турист-мәғлүмәт үҙәге, волейбол буйынса халыҡ-ара турнир, өс көн барышында башҡорт фильмдарын күрһәтеү ойошторола.

Санкт-Петербургта үтәсәк Башҡортостан көндәре тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте сараның рәсми сайтында https://spb-and-bashkortostan.ru/ һылтанмаһы аша белергә мөмкин.

 

Фото Өфөнөң Совет районы телеграмынан алынды

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
 
Автор: