Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Июнь 2023, 16:30

ШУЛАЙ ҘА БУЛА ИКӘН. Хикәйә. Рәлиф Кинйәбаев

Йәмилә менән Иршатты һеҙгә бер нисә йыл элек күрергә кәрәк ине. Уларҙың мөхәббәтенә бар донъя һоҡланған һымаҡ булды. Береһенән-береһе сибәр, кейемдәре ҡупшы, килешле, етәкләшеп кенә йөрөйҙәр, матурым, йәнем, аҡыллым, күҙ нурым, тип бер-береһенә өҙөлөп торалар. Ғүмер буйы шулай булыр кеүек ине. Иршат, армиянан ҡайтҡас, институтҡа уҡырға инде. Йәмиләһе тәүҙә бер курста белем алды, уныһы оҡшамағайны, икенсеһенә күсте. Һуңғыһы уны аш-һыу тирәһенә алып барырға тейеш ине.

ШУЛАЙ ҘА БУЛА ИКӘН. Хикәйә. Рәлиф Кинйәбаев
ШУЛАЙ ҘА БУЛА ИКӘН. Хикәйә. Рәлиф Кинйәбаев

Ошо урында Йәмиләнең әсәһе Миңнур Сәләх ҡыҙы тураһында бер кәлимә һүҙ әйтергә кәрәк булыр. Уҡытыусы булып эшләй, үҙен мәктәптә яраталарҙырмы-юҡмы, белмәйем, әммә ул үҙе уҡытыусы һөнәренә мөкиббән киткәндәрҙән. Эшен шул тиклем ныҡ ярата, әгәр дәрес тиһәң, мәктәпкә тиклем шыуышып барырға, кәрәк булһа, тупһаһында ятып үлергә риза. Юҡ-юҡ, аҡса етмәүҙән түгел, тормош рәүеше шулай ҡоролған. Ҡыҙын да шулай тәрбиәләргә тырышты.
Һүҙ ыңғайы ҡыҙ менән егеттең йәш айырмаһы хаҡында бик үк күңелле булмаған һандар. Эйе, Йәмиләбеҙ өс йәшкә өлкәнерәк. Шулай булғас, ул идара итергә, етәксе булырға, егетте артынан ғына эйәртеп йөрөтөргә ярата.
Шулай итеп, Йәмилә менән Иршат бик матур ғына итеп дуҫлашып йөрөй ине. Миңнур ханым ҡартайып барған көнөндә үҙенә ҙур ғына бүләк яһаны: Мысырға путевка һатып алды һәм ялға китте. Ошо сәфәр тип әйтәйекме, ял турымы, бар эште уйҙы ла ҡуйҙы, сөнки аҙаҡ ғәйеплеләрҙе эҙләй башлағас, Йәмилә, әсәһенең күҙенә ҡарап: “Һиңә ул Мысырҙа нимә ҡалмағайны, өйөңдә генә ятһаң булмай инеме? Һин ғәйепле. Беҙ матур ғына йөрөй инек, үҙебеҙҙе тәртипле генә тота инек”, – тип, әсәһен ғәйепле итеп тәғәйенләне.
Ә Миңнур ханым ни тиһен, шунда ыҡ-мыҡ итеп башын ҡағып торҙо инде, ғәйебен таныны. Ә уның ғәйебе нимәнән ғибәрәт ине? Ҡабаланмайыҡ, былар хаҡында – саҡ ҡына һуңыраҡ.
Йәмилә ҡыуанып Иршатҡа шылтыратты: “Беләһеңме, ҡәҙерлем, әсәй Мысырға путевка алған, ике аҙнанан оса, ун бер көнгә!”
Егет телһеҙ ҡалды: “Ысынлапмы?.. Ун бер көнгәме?” – тине һәм үҙен диңгеҙ өҫтөндә йөҙгән ҡалҡыуыс һымаҡ хис итте.
Миңнур Сәләх ҡыҙы сәфәргә бик ентекле әҙерләнде, бер әйберен дә онотмаҫҡа тырышты. Аэропортҡа ветеранды оҙатырға Йәмилә менән Иршат икәүләп барҙылар. Самолет һуңланы. Егет менән ҡыҙ фатирҙа һалҡынса түшәк өҫтөндә аунағанда самолет яңы осоп китте.
Мысырҙа Миңнур ханым нәмәләр күргәндер, нәмәләр кисергәндер – ул бик ҡәнәғәт ҡайтып төштө. Ҡап-ҡара булып янған, тырнаҡтарына маникюр яһатҡан, сәсен ҡыҫҡа итеп ҡырҡтырған, нәмә генә алмаған – ул кейем-һалым, ул сувенирҙар!
Аҙнаға эйәреп, аҙна үтте, бүләктәр таратылып бөттө. Мысырға сәфәр онотолдо, сөнки тормош ғаиләне яңы һынауҙар алдына ҡуйҙы.
Сәфәрҙән һуң ике ай тирәһе үткәс, Миңнур ханым ҡыҙының аш төрләүенә иғтибар итте, һәм йөрәге терт итеп китте. Ул шул тиклем “юҡ” тигәнде ишетергә теләгәйне, ләкин ҡыҙы ҡыуандырманы, “эйе” тине һәм әсәһенән дауаханаға алып барыуын һораны.
– Унда нимә бар? – тине әсәһе, ҡоро ғына итеп.
– Ни булһын, ҡотолорға кәрәк, әсәй, – тине ҡыҙ.
– Үҙе беләме һуң? – тине әсә, Иршаттың фатиры яғына ымлап.
– Белә.
– Нимә тине?
– Нимә тиһен, ҡаршы төштө. Әле мин йәш, тине.
– Йәш инде, йәш, берегеҙ егерме алтыла, икенсегеҙ егерме өстә. Шул да булдымы йәш? Ҡыуандымы, ҡайғырҙымы?
– Өндәшмәне, әсәй, – тине Йәмилә. – Исмаһам, бер һүҙ әйтһәсе.
– Бөгөн киләме?
– Килмәй ҡайҙа барһын? Кис килергә тейеш.
– Керһен бында, һөйләшербеҙ.
Кис ҡайтҡас, ҡыҙы, бер ни булмағандай, былай тине:
– Ҡурҡты, әсәй. Һинең менән һөйләшеүҙән ҡурҡты.
– Ярай, ҡурҡһа, ҡурҡһын, – тине әсәһе. Шунан икенсе бүлмәгә сыҡты ла Иршатҡа шылтыратты.
– Хәлдәр нисек? – тип башланы һүҙен ҡыҙҙың әсәһе.
– Хәлдәр түҙерлек, – тине тегеһе, – уҡыуға әҙерләнәбеҙ.
– Ғаилә ҡороу мәсьәләһе нисегерәк тора әле? – тине әсә.
– Ғәфү итегеҙ, – тине егет, – аңламаным, нимә тураһында һүҙ бара?
– Нисек аңламаның? – тине рәсмиләштерелмәгән ҡәйнә. – Баланы кем ҡараясаҡ?
– Ниндәй баланы? – теге оста аһ иттеләр. – Бер ниндәй баланы ла белмәйем.
– Нисек белмәйһең? – Хәҙер ҡәйнә булаһы кеше аһ итте. – Йәмилә бит бала көтә, һаҡланмағанһығыҙ. Һаҡланыу саралары һатып алыуға аҡса йәлләгәс, тағы ете айҙан бала һатып алыу өсөн аҡса кәрәк булыр.
– Мин был хаҡта тәүләп ишетәм, – тине егет һәм трубканы һалды.
Егет тәү ҡарамаҡҡа ҡойроҡто һыртҡа һалған кеүек булһа ла, төнө буйы уйланып сығыуы һөҙөмтә биргәндер. Иртәнге 7-лә үк килеп, ишек ҡыңғырауына баҫты. Ҡулындағы бәләкәй генә букетына ҡарап, шатлығының күләме хаҡында фекер йөрөтөп була ине. Үҙ баһаһын белгән ҡәйнә гөлләмәнән шунда уҡ баш тартты ла ҡыҙы яғына ымланы. Йәмиләһе иһә һайланып торманы, алып, гәлсәр вазаға ултыртып та ҡуйҙы. Ике яҡ та был сәскә гөлләмәһен шатланыу һәм ризалыҡ билдәһе сифатында эстән генә раҫлап ҡуйҙы.
Сәй эскәндә Йәмиләнең был хаҡта Иршатҡа әйтмәүе, Иршаттың ишетмәгәне мәғлүм булды һәм ошо бер нисә көн эсендә туйҙың булыу-булмауы, булмаған осраҡта оҙайлы ваҡытҡа кисектерелеүе хәл ителергә тейеш ине. Хәйер, Йәмилә бала тыумаған осраҡта ла туй яһау мәсьәләһенә ифрат ыңғай мөнәсәбәттә, ябайыраҡ телгә күсерһәк, туйҙы яһағыһы бик килә, ә баланы бик ҡарағыһы килмәй ине. Ләкин инде Ҡөрьән ҡараштыра башлаған һәм ике көн ураҙа тотоп ҡараған, Аятел Көрсиҙе ятлап алған, хатта намаҙға баҫырға хыялланған Миңнур ханым Йәмиләгә ҡырҡа ҡаршы төштө. “Аллаһ биргән бүләк бит ул, ҡыҙым, аҙаҡ үкенерһең. Ана, Маһинур апайың бер генә барып ҡайтты, әле һаман үкенә, бала үҫтергеһе, ейән-ейәнсәрҙәр һөйгөһө килә. Юҡ шул, гонаһы бар, Аллаһ бирмәй ҙә ҡуя. Уның хатаһын ҡабатлай күрмә, ҡыҙым”, – тине әсәһе ҡат-ҡат.
Ә ҡыҙы нимә тине инде? “Эх, әсәй, ғүмер буйы мине үҙ теләгең буйынса йәшәргә өйрәттең. Бер ваҡытта ла минең һүҙем һүҙ булманы. Ярай, был юлы ла һинеңсә булһын. Тик, ҡара уны, үҫтерергә ярҙам итәһең”, – тине.

Әсәһенең ҡолағына был һүҙҙәр үтенестән бигерәк, янау булып яңғыраны. Ләкин Миңнур ханым был турала уйламаны, уның тиҙерәк өләсәй булыу, ҡулына ейәненме, ейәнсәренме алып һөйөү тойғоһо көслөрәк ине.
Был тормошта иң мөһиме эшләнде – тыуасаҡ баланың ғүмере һаҡлап алып ҡалынды. Тик бер ҡатлы кеше генә, ошоноң менән проблемалар хәл ителде, тип уйлар һәм, әлбиттә, хаталаныр. Шым ғына барып, баланы төшөртөп ҡайтыу, уның йәшәүгә хоҡуғын раҫлау, һаҡлап ҡалыу – икеһе ике төрлө эш. Сөнки йәштәр баланы табырға ҡарар иткәс, Миңнур Сәләх ҡыҙы балалар тауарҙары магазинына инеп, кейем-һалым ҡараштырһа, Йәмилә, сәйен дә эсеп бөтмәйенсә, туй күлдәге ҡарарға йүгерҙе. Уның бар маҡсаты – бала түгел, ә үҙенә ярашлы, оҡшаған туй күлдәге эләктереү. Был ни ғиллә, ике аҙна элек кенә кейеп ҡараған туй күлдәге бөгөн яҡын да килмәй, биленән дә үтмәй икән дәһә.
Тетрәнеүҙең иң тос һәм хәл иткес сәбәпсеһе бөтөнләй көтөлмәгән урындан килде. Иршат түшәктә нисектер, бәлки йылғырҙыр ҙа, ләкин тормошта баҙнатһыҙ, һәлкәү, хатта мәғәнәһеҙерәк кеше булып сыҡты. Үҙе өйләнергә йөрөй, бала тыуырға тора, ә ул был хаҡта әсәһе менән атаһына әле һаман әйтмәгән. Йәмилә битараф булһа ла, әсәһе, был хаҡта ишеткәс, ултыра төштө лә ҡуйҙы.
Миңнур ханым Иршатты йола буйынса ҡыҙҙы һоратыу булырға тейеш, тип күпме генә әүҙемләштерергә тырышып ҡарамаһын, төшөнмәй ҙә ҡуя бит. Булыр булыр ҙа, шул тиклем дә мәғәнәһеҙ кеше булмаҫ.
– Зачем это надо? Ана, кешеләр, никах уҡыта ла, йәшәп тик ята, – тине ул вайымһыҙ ғына, – бәлки никах та кәрәкмәҫ әле.
Миңнур ханым, кейәү үжәтләнгәс, һорауҙы икенсе йүнәлештә ҡороп ҡараны:
– Атайың менән әсәйең был хаҡта беләме? – тип һораны ул, ыңғай яуапҡа өмөт итеп.
– Зачем их беспокоить? – тине тегеһе, күкрәген киреп. – Я – взрослый человек, үҙем хәл итермен...
– Дөрөҫ аңлаһам, һин атайың менән әсәйеңә әле булһа әйтмәгәнһең? – тине ханым мөмкин тиклем тыныс булырға тырышып.
– Мин уларға әйтеп тормаҫҡа булдым! – тине егет.
Миңнур ханым инициативаны үҙ ҡулына алырға булды һәм кейәүҙең ата-әсәһенә шылтыратырға ҡарар итте.
Иршаттың әсәһе Нәжмиә Әхәт ҡыҙы менән атаһы Ҡадир Миңлебай улы ҡалала билдәле генә шәхестәр. Әлбиттә, Миңнур ханым мәғлүмәтте ни тиклем тыныс еткерергә тырышмаһын, сетерекле хәл тегеләрҙе йыға һуҡмаһа ла, һиҙелерлек шаңғытты. Атай менән әсәй, ҡоҙа менән ҡоҙағый була инде, эш сәғәте бөтөр-бөтмәҫтән, аһылдашып, килеп инделәр. Был көтөлмәгән визитты урыны менән ҡыҙ һоратыуға әйләндереп тә булыр ине, әгәр Нәжмиә Әхәт ҡыҙы һөйләшеүҙе ваҡыты менән мөнәсәбәт асыҡлауға бороп ебәрмәһә. Миңнур ханымдың сабырлығы ҡотҡарҙы. Ул Нәжмиә ханымға ҡарап:
– Ҡайһылай һеҙ йәш күренәһегеҙ. Һеҙ 45 йәш, тиһегеҙ, мин һеҙгә 25-те лә бирмәҫ инем. Хатта ҡоҙағыйымдың ошондай матур кейенеп йөрөүен теләгәйнем. Был күлдәкте ҡайҙан алдығыҙ? Ҡолағығыҙҙа – алҡағыҙ, өҫтөгөҙҙә – күлдәгегеҙ, туфлиҙарығыҙ бер иш төҫтән бит әле! – тип әйтеүенән, Нәжмиә ханымдың әсе ҡорот ҡапҡандағы һымаҡ сирылған йөҙө, күҙ алдында асылып, сәскәгә әйләнде лә ҡуйҙы.
– Бына, көтмәгәндә! – тип йылмайып, әллә әйтте, әллә йырланы Нәжмиә ханым. – Беҙ ни Иршатҡа килен ҡараштыра башлағайныҡ ул. Сафиндарҙың да ҡыҙы бар, тигәйнеләр, Мөлөковтарҙың ике ҡыҙы, кейәү таба алмай йонсой, тип ишеткәйнек. Абдуллиндар ҙа ҡармаҡ һалып булаша ине. Ярай, һеҙгә яҙған икән. Атаһына оҡшап, үҙе өндәшмәй ҙә бит әле.
– Өләсәй итергә йөрөйҙәр бит беҙҙе, – тине Миңнур ханым, һөйләшеүгә анығыраҡ йүнәлеш бирергә ынтылып. Сөнки ҡалала бөгөн кемдәрҙең ҡыҙы кейәү эҙләү менән мәшғүл булыуы уны бик аҙ ҡыҙыҡһындыра ине. Кейәү килеп эләкте, ата-әсәһе бына ултыра, улар, кем әйтмешләй, артабан тормошҡа ашырыуға әҙер. Хәҙер туй көнөн билдәләп, ҡайһы бер ваҡ-төйәген килештереп, рәсмиләштереп ҡуяһы ғына бар.
– Ярай, ноябрь айына билдәләйек, – тине ҡоҙағый, – ауылда һуғым һатып алған булғайныҡ, барлыҡ ит шунда китә икән. Итһеҙ ҡалына инде.
– Ноябрь булмай! – тине Ҡадир Миңлебай улы, үҙенең барлығын иҫкә төшөрөп. – Киләһе йылға ҡалмағайы...
– Беҙҙең ике аҙна ваҡытыбыҙ бар, – тине Миңнур Сәләх ҡыҙы, мөмкин тиклем тынысыраҡ булырға тырышып.
Ҡоҙа менән ҡоҙағыйының шаҡмаҡлы күҙҙәрен, һалынып төшкән эйәктәрен күргәс, ике аҙнанан никах уҡытырға, бер айҙан туй үткәрергә, тип төҙәтмә индерҙе.
– Юҡ! Өс аҙнанан! – тине Йәмилә. – Юғиһә,теге туй күлдәге лә миңә һыймаясаҡ. Заказ эшләнгән, аванс түләнгән. Яңынан заказ эшләргә, яңынан түләргә мәжбүр буласаҡбыҙ.
Ошо урында Нәжмиә ханым нимә хаҡында һүҙ барыуын сырамытты. “Бәй, быларҙың эше тамам мөшкөл түгелме һуң, –тине һәм үҙенең шик-шөбһәһенә яуап алырға тырышты, – ә ниңә ҡабаланырға?”
Хәҙер Иршат ярҙам менән ашығырға, үҙенең атай булырға йыйыныуы, ә атаһы менән әсәһенең өләсәй-олатай булыуы хаҡында әйтергә тейеш ине. Ләкин ул өндәшмәне.
Нимә, Миңнур ханым, әллә һеҙ белмәйһегеҙме, ҡыҙымдың ике айлыҡ ауыры бар, тип аҡланырға тейеш инеме? Юҡ. Ҡоҙағый булаһы кеше был хаҡта әйтмәне. Уралтып-суралтып:
– Эйе, туй күлдәге ярамаясаҡ, – тип иғлан итте.
Ниһайәт, Нәжмиә ханымға туйҙың ни өсөн ашыҡтырылыуы барып етте. Уның йөҙө, тоҙ ҡапҡандағы һымаҡ, сирылды, тештәре ҡыҫылды, ирендәре ҡымтылды һәм табындың өҫтөн аҫҡа әйләндерерлек һүҙҙәр ишетелде:
– Атаһы, һиҙәһеңме, былар бит беҙҙе файҙаланырға итә!
– Ә мин кисә үк, һин әйткәндә үк, төшөнгәйнем, – тине ир кеше, – ә ниңә, һин белмәй инеңме ни?
– Белмәй инем, – тине Нәжмиә ханым.
– Күңелең дә һиҙмәнеме? – тине уның ире.
Миңнур ханым, быларҙың йомшаҡ яғын һиҙеп алғас, үҙенең иң көслө дәлилдәрен эшкә ҡушты:
– Һеҙ шул тиклем бер-берегеҙгә пар килгәнһегеҙ! Һеҙҙең һымаҡ йәш, аҡыллы ҡоҙам-ҡоҙағыйым булыуын теләгәйнем, рәхмәт инде һеҙгә. Әйҙәгеҙ, бер төптән булып, туйҙы үткәреп ебәрәйек. Йәштәр табышҡан, улар ҡауышҡан. Беҙгә иһә, раҫларға һәм фатиха бирергә генә ҡала.
Күпселек тауыш менән, уның тәҡдиме ҡабул ителде. Ике аҙнанан – никах, бер айҙан – туй.
Нәжмиә ханым менән Ҡадир Миңлебай улы ҡоҙағыйҙарының фатирынан сығып, өйҙәренә ҡайтып еткәнсе, нимә булыуы, нимәгә тарыуҙары хаҡында аңлай алмай йонсонолар.
– Был беҙме, әллә беҙ түгелме? – тине Нәжмиә Әхәт ҡыҙы, иренә ҡарап. – Ошо йәшкә етеп, берәү миңә, һиңә – 45 түгел, 25 йәш, тип әйткәне юҡ ине. Ошо һүҙҙән иренем дә ҡуйҙым. Был ҡоҙағый тигәнебеҙ сихырсы түгелме икән?
– Дөрөҫ әйтәһең, – тине ире, ҡатынын ыңғайына һыпырып, – атай менән әсәй булып сығып киткәйнек, оҙаҡламай, үҙебеҙҙең олатай менән өләсәй булыуыбыҙҙы төшөндөрөп ҡайтарҙылар.
– Ә был беҙгә кәрәкме? – тине ҡатыны.
– Әлбиттә, кәрәк! – тине ире. – Улыңды тиҙерәк өйләндерергә кәрәк! Тик шуны онотма, оҙаҡламай, беҙҙең ғаилә иң кәмендә ике кешегә артасаҡ. Шулай булғас, бүләк итергә –фатир, ике арала йөрөргә – автомобиль, туй сәйәхәтенә путевка әҙерләргә тура килер. Ләкин быныһы беҙҙең сығымдарҙың башы ғына. Иң төп эштәр сабый тыуғас башлана. Уны ҡарарға, үҫтерергә, кеше итергә кәрәк. Беҙ фатихабыҙҙы бирҙек, эш башланды, беҙҙән туйҙы лайыҡлы үткәреү бурысы ғына талап ителә.
Өлгөрҙөләр. Туй әллә ни мәшәҡәт тыуҙырманы, һәүетемсә генә үтеп китте. Йәмилә генә бер аҙ үкенде, үҙенә оҡшаған туй күлдәген кейә алманы, дөрөҫөрәге, уға һыйманы. Нәжмиә ханым да өлөшләтә ҡәнәғәт ҡалды, сөнки туй бүләктәрен йыйған саҡта бер нисә буш конверт сыҡты.
– Кемдең ҡулы барҙы икән был эшкә? – тип йоҙроҡ төйнәне ул.
Иптәше Ҡадир Миңлебай улы нимә тиһен инде? “Ярар, буш конверт һалғас, аҡсаһы үҙҙәренә булһын”, – тип ҡул һелтәне.
Ҡоҙағыйҙарын әйтәм, Миңнур ханым быларҙың йомшаҡ яғын тиҙ белеп алды: маҡтап хәлдәрен бөтөрҙө, әллә алдан әҙерләнеп килгән, хатта шаштырып та ебәрҙе шикелле. Миңнур ханымдың һүҙҙәренә ышанһаң, ул республиканың иң һәйбәт кешеләре менән ҡоҙалашҡан, ҡоҙаларының абруйы донъяға һыйырлыҡ түгел, улдарын шундай яҡшы тәрбиәләгәндәр, Иршат һымаҡ малай берәүҙә лә юҡ. Миңнур ханым Нәжмиә Әхәт ҡыҙы менән Ҡадир Миңлебай улын маҡтай-маҡтай иң арыуға сығарып ҡуйҙы. Бәй, маҡтамай ҡайҙа барһын, Миңнур кеше көнлө кеше шул. Ярай, ҡоҙалары туйҙың бөтә сығымын күтәрҙе, йәштәрҙе кейендерҙеләр, фатир бүләк иттеләр, автомобиль асҡысы тотторҙолар, туй бүләге тип путевкаға аҡса һондолар. Ә былай туй матур үтте, туйҙы боҙған, эсеп боларған, көрмәкләшкән кеше булманы. Ресторан хужалары ла аптыраған: бер һауытты ватманылар, бер ҡалаҡ юғалманы, әллә күпме ризыҡтары артып ҡалды, тип һөйләнгәндәр.
Миңнур ханым туйҙан һуң оҙаҡ көттөрмәне, йәштәрҙе һыпырып йыйып алып, яңы фатирға күсереп тә ҡуйҙы. Иршаттың атаһы менән әсәһе лә килеп ҡарап, фатихаларын биргән һымаҡ иттеләр. Нәжмиә ханымға, әлбиттә, йорттағы тәртипһеҙлек оҡшап етмәне. Аҙна үтте, иҙән һаман йыуылмаған, аш бүлмәһе тулы бысраҡ һауыт-һаба.
Миңнур ханым тыуасаҡ сабый, уның әсәһе менән атаһын теркәү хаҡында ауыҙын асҡайны, Нәжмиә ханым тын алырға ла ирек бирмәй:
–Ҡоҙағый, был донъя уларҙыҡы. Кеше һымаҡ итеп йәшәргә өйрәнһендәр. Әлегә, минең күреүемсә, килен дә, улым да донъя ҡарап, ашарға бешереп, өй йыйыштырып йәшәп өйрәнмәгән. Беҙ Өфөгә килгәс, ятаҡтарҙа, баҡсаларҙа йәшәп йөрөнөк. Ә былар хәҙергә кешесә йәшәргә өйрәнһен. Шунан күҙ күрер.
Ә был ваҡытта Йәмилә күптән йыуылмаған шәшкенән сәй эсә, ә ире Иршат ҡатып бөткән пицца кимерә ине.
Ике ҡоҙағый менән бер ҡоҙа, тулҡынланып, үҙҙәренең өләсәй-олатай булыр көндәрен һанайҙар, күп ҡалманы, тип ҡәнәғәт йөрөйҙәр. Миңнур ханымдың ҡыҙының килеп хәлен белмәгән көнө юҡ. Килмәй ҙә булмай шул: Йәмиләһе һалышып алды, урынынан да ҡуҙғалмай, өй йыйыштырыу тураһында һүҙ ҙә юҡ. Ҡоҙа менән ҡоҙағыйға рәхмәт инде, бер генә бүлмәле фатир алғандар, ике бүлмәле булһа, нисек йыйыштырмаҡ кәрәк? Ә өсәүле булып ҡуйһа?
– Зачем ике бүлмәлене алманың, – тип һөйләнгәйне Иршат, Нәжмиә яуабын тиҙ тапты:
– Ана, Йәмиләнең ике бүлмәлеһен ҡушырһығыҙ йә бүлерһегеҙ, – тип шунда уҡ тынысландырҙы.
Ниһайәт! Хоҙайҙың бирмешендә ул көн дә килеп етте. Былай Йәмилә бик иртәләмәһә лә, ваҡытын еңел еткерҙе. Бала табыу йортона илтеп һалыуҙарына биш көн дә үтмәне, таң менән шылтыраттылар:
– Ҡотлайбыҙ! Ейәнсәрегеҙ бар!
Һөйөнөслө хәбәр ҡаланы бик тиҙ урап сыҡты. Иң тәүҙә туйҙа ҡатнашҡан кешеләрҙең ҡолағына барып етте, улар ҡотлау-сәләмдәрен еткерҙе. Ҡыуана-ҡыуана, шартына килтереп, сабыйҙы өйгә алып ҡайттылар. О-о, ул көндәр! Шатлыҡ өйгә генә һыямы һуң инде!? Ресторанда ла йыуҙылар, урманға ла сыҡтылар, һыу буйында ла ултырҙылар. Күмәк кешегә эш тейәме ни: өй ҡараулы, ашарға бешкән, донъя теүәл, ҡоҙа менән ҡоҙағый хәлле. Юҡ-юҡ, артығын эсмәнеләр, ғөмүмән, халыҡ эсмәйенсә ҡыуанырға өйрәнә шикелле, Аллаһҡа шөкөр.
Нәжмиә ханым Ҡадир Миңлебай улы менән һиҙенәләр ине: сабыйҙың тыуыуы менән генә мәшәҡәттәр бөтмәйәсәк, улар әле яңы башлана ғына.
Миңнур ханымды таң менән телефон шылтыратыуы уятты. Ҡараһа – ҡыҙы шылтырата, Йәмиләһе. Трубканы алыуына ҡыҙының иламһыраған тауышы ишетелде:
– Әсәй, беҙ ас. Пицца алып кил әле, – тине. Йоҡоһонан айнып та өлгөрмәгән Миңнур ханым тиҙ генә тора һалып кейенде, такси саҡыртты ла ҡыҙы, кейәүе һәм яңы тыуған ейәнсәре йәшәгән фатирға китте. Килеп инһә, тәүбә, ыстағфирулла тәүбә! Өй йыйыштырылмаған, һауыт-һаба нисек ҡуйылһа, шулай өйөлөп ята. Ҡоҙағый-маҙар килеп инһә, харап бит. Миңнур еңдәрен һыҙғанды ла өй йыйыштырырға тотондо. Үҙе йыйыштыра, үҙе уйлай: нимә, уның ҡыҙы иҙән йыуа белмәйме лә һауыт-һаба йыуырға кәрәклеген аңламаймы? Иршат ҡаты-ҡото кимерҙе лә эшенә китте, ә Миңнур ханым, ҡыҙы менән икеһе генә ҡалыуҙан файҙаланып, Йәмиләһен тәрбиәләргә ҡарар итте:
– Һин, ҡыҙым, ҡайҙа килеп эләккәнеңде белмәйһеңме әллә? Һин хәҙер хужабикә, ир ҡатыны, бала әсәһе. Һин ошо фатирыңды гөл-баҡса итеп тоторға тейешһең, – тип кенә өлгөрҙө, тегенеһе утҡа кәрәсин һипкән шикелле тоҡанды ла китте.
– Һин, әсәй, әллә оноттоңмо? Был баланы табыу минең уйымда ла юҡ ине. Һин әйттең, һин өгөтләнең. Әгәр һин ярҙам вәғәҙә итмәһәң, мин әле иркенләп йөрөр инем. Хәҙер һин беҙгә ошо баланы килтереп һалдың да, бөтә эште беҙгә ҡуштың да, үҙең ситтән генә ҡарап йөрөргә итәһеңме? Юҡ инде, әсәкәйем, улай булмай. Теләһә нимә эшлә, өйҙө лә, баланы ла, беҙҙе лә ҡарайһың! Ә мин хәҙер магазинға сығып киләм. Туйға төшкән аҡсаның бер аҙы ҡалды, акция бара, мин тун һатып алырға теләйем.
Миңнур ханым ҡыҙы әйткән һүҙҙәрҙән шаңҡыманы, аптыраманы. Ғәжәпләнмәне, бары тик телһеҙ ҡалды. Ҡыҙы үҙенең хоҡуҡтарын белә. Ул хәҙер бала әсәһе, ҡоҙа менән ҡоҙағый алдында үҙ бурысын үтәне. Бәпесте табып биргән өсөн Иршат та күҙенә генә ҡарап торорға тейеш.
Миңнур ханым аптыранды – ҡара әле, бының балаһы бигерәк илай түгелме? Ә ниңә илай? Ашатмағас, илай инде. Уны бит тәүлек әйләнәһенә ҡарап, ваҡытында ашатып торорға кәрәк. Әйткәндәй, ғалимдар яңы тыуған сабыйҙың ашауға ихтыяжы инстинкт кимәлендә һалынғаны һәм уның ашауҙан башҡаны белмәгәне тураһында һөйләй. Иң ҡыҙығы шул: сабыйҙар ашау хаҡында ғына уйлай һәм уларға ашатҡан һайын етмәгән кеүек тойола. Йәмилә менән Миңнур ханым быны ҡайҙан белһен инде? Әле аҙна-ун көн элек кенә был фатирҙа тыныс ине, бәпес ҡайтыу менән мәшәҡәт артты. Ярай, йөҙәрләгән йүргәк кәрәкмәй, ҡабы менән памперс алып ҡайттылар ҙа сабыйҙы кейендереп һалдылар.
Бер заман Миңнур ханым үҙе лә һиҙмәҫтән тертләп ҡуйҙы, бөгөн йәкшәмбе, сабыйҙы күрергә тип ҡоҙа менән ҡоҙағый килеп сыҡһа? Өйҙәге мәхшәрҙе күреп, ниндәй һығымта яһарҙар? Ҡыҙыңды донъя көтөргә өйрәтмәгәнһең, ошондай өйҙә кеше йәшәйме тип, Миңнурҙың йөҙөнән алһалар? Йәмиләнең әсәһе нишләһен инде – тотондо донъяны таҙартырға. Теге яҡтан да йыйыштыра, был яҡтан да таҙарта, баланы ла ҡарай. Ярай бынау бала аҙығын күпләп алғандар, ас бала ашауҙың кәрәген бирә генә. Ике-өс сәғәт тә үтмәне, донъя ялт итеп тора ине.
Миңнурҙың күңеле күтәрелеп китте. Бына бит, яҙғас, ҡыҙына фатирлы кейәү эләкте. Кейәү генәһе, атай булдым, тип ҡыуанып йөрөй. Ә ҡоҙа менән ҡоҙағый килһен һуң. Былай матур, бөхтә фатирҙы күргәндәре бармы икән?
Хәҙер сабыйҙы тағы ашатыр ҙа йоҡлатыр. Шунан аҙыҡ-түлек алырға магазинға сығып килер. Миңнур өсөн өр-яңы тормош шулай башланды, һәм уның осо ла, ҡырыйы ла күренмәй ине.

Автор:Минзаля Аскарова
 
 
Автор: