Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Июнь 2023, 14:15

Кәкүк сәйе йыйҙы халыҡты

“Кәкүк сәйе” йолаһы – уйындар, йырҙар, бейеүҙәр менән барған күмәк күңел асыу сараһы. Унда халыҡтың ҡышҡы йоҡонан уянған тәбиғәткә табыныуы, ҡоштарҙың йылы яҡтан ҡайтыуына шатланыуы асыҡ сағыла.

Кәкүк сәйе йыйҙы халыҡты
Кәкүк сәйе йыйҙы халыҡты

Легенда буйынса кәкүк – ул хәрби походҡа киткән егет, һөйгәне тороп ҡала, ләкин, көтөп ала алмай, уны үҙе эҙләргә юллана, һәм бына, икеһе лә ҡошҡа әйләнеп, бер-береһен эҙләйҙәр, ләкин таба алмайҙар... Ата-бабаларыбыҙ ҡоштарға айырыуса мөнәсәбәт менән ҡараған, уларҙы хупларға һәм ашатырға тырышҡан.
Сара Мәләкәҫ ауылында уҙҙы. Ул ҡумыҙҙа уйнау, төрлө уйындар, йырҙар, бейеүҙәр, конкурстар менән оҙатылып барҙы. Байрамда ҡунаҡтарҙы башҡорт милли ризыҡтары, төрлө үләндәр ҡушып әҙерләнгән самауыр сәйе менән һыйланылар. Байрам майҙансығын күргәҙмә менән Әләгәҙҙән сигеү оҫтаһы Зөләйха Фазлыева һәм Октябрьск ауылынан оҫта Гөлшат Хәмзина биҙәне.

Автор: