Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Июнь 2023, 16:25

Башҡорт драма театры Ҡазанда XVI «Науруз» халыҡ-ара театр фестивалендә ҡатнаша

5 июндән 11-нә тиклем Ҡазанда XVI «Науруз» халыҡ-ара театр фестивале ойошторола. Фестиваль программаһында — Төркиәнән, Ҡаҙағстандан, Үзбәкстандан, Ҡырғыҙстандан, шулай уҡ Рәсәй төбәктәренән: Төньяҡ Осетия-Аланиянан, Адыгеянан, Дағстандан, Чечен Республикаһынан, Ҡабарҙы-Балҡарҙан, Сыуаш Республикаһынан, Саха-Яҡутстандан, Алтайҙан, Тыванан һәм Татарстандан 29 спектакль.

Башҡорт драма театры Ҡазанда XVI «Науруз» халыҡ-ара театр фестивалендә ҡатнаша
Башҡорт драма театры Ҡазанда XVI «Науруз» халыҡ-ара театр фестивалендә ҡатнаша

Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, XVI «Науруз» халыҡ-ара театр фестивалендә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры «Беҙ... Вариҫтар» спектаклен күрһәтә (режиссеры —Рима Харисова).

Быйыл «Науруз» Төньяҡ Кавказ халыҡтарының театр сәнғәте эгидаһы аҫтында үткәрелә. Фестивалгә меңдән ашыу ҡатнашыусы килә.

«Науруз» дың махсус ҡунаҡтары — баш ҡаланың «Драма сәнғәте мәктәбе» һәм «Et cetera» театрҙары. Спектаклдәр асыҡ һауала күрһәтелә.

Фестиваль программаһы менән һылтанма буйынса танышырға мөмкин.

Фото:Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының матбуғат хеҙмәте

Автор: