Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Июнь 2023, 16:20

Балтырған ашы

Һәр милләт үҙ территорияһында барлыҡҡа килгән йолаларҙы, йәшәү рәүешен, тәртибен һәм зауығын һаҡларға, быуындан-быуынға тапшырырға тырыша.

Балтырған ашы
Балтырған ашы

Татар халҡы ҡунаҡсыллығы, мул аш-һыуы, тәмле һурпаһы, ҡамыр ризыҡтары, тәм-томдары һәм сәй табынына бирелгән эсемлектәре менән дан тота.
Оло Аҡа мәҙәниәт йорто һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре “Мәрйәм ҡулы” аҡланында “Балтырған ашы” исемле байрам үткәрҙе. Байрам күңелле йырҙар, бейеүҙәр, уйындар менән оҙатылып барҙы. Оло Аҡа ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Вадим Шаһибитдинов ҡунаҡтарҙы байрам менән ҡотланы.
Филиза Дәүләева, Ралеза Рәхимова, Раушана Зиннәтулина, Фәриҙә Хәбибуллина, Рәйлә Биктимерова һәм “Зөбәржәт” халыҡ ансамбле ҡатнашыусылары етәкселәре Зөлфирә Сәлимова менән бергә балтырған ашы әҙерләп, ҡунаҡтарҙы тәмле аш, самауыр сәйе менән һыйланы.


Миләүшә МӨХӘМӘТЙӘНОВА-ХАФИЗОВА.

Автор: