Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Май 2023, 15:40

Бойҙай

Кеше баҡыйлыҡҡа күсер алдынан үткән ғүмер биттәрен барлай тиҙәр. Инде һикһәнен ҡыуған инәйем менән дә шулай булды. Беҙҙе һоҡландырғаны – уның ауыр ҙа, матур ҙа бала саҡ иҫтәлектәре, хәтере яңылышып, әйберҙәренең ҡайҙа һалғанын онотоп, көндәр буйы яфаланһа ла, һуғыш михнәттәрен ап-асыҡ, яңылышмай тасуирлай, нимә тиеп әйтерҙәр тип, ҡыҫылып, бәләкәсләнеп ҡалған күҙҙәрен төбәп, беҙҙән яуап көтә.

Бойҙай
Бойҙай

Мин инде үҙем күптән әсәй кеше, был хәбәрҙәрҙе ҡатҡат тыңлауҙан ялҡып китһәм дә, эргәһендә тыныс ҡына ултырам, уның кисергәндәрен кино төҫлө күҙ алдыма килтереп, һынландырырға, йәнләндерергә тырышам.
Ятҡан урынын рәтләйем тип мендәрен күтәрһәм, төйөнсөк күрәм:
– Инәй, тағы ла тауыҡтарға һалған емде алып ингәнһең бит. Әнә, емдәре алдында булмағас, баҡсаға инеп еләгемде типкәндәр.
Һуңғы ваҡытта бындай хәл бик йыш ҡабатлана. Бойҙайҙың ишек алдынан хатта һауыты менән юғалыуына күнегеп бөткәнмен, өндәшмәйем.
Һүҙҙе үҙе башлай:
– Кесерткән араһын ҡара әле, балам. Шундалыр. Тиҙерәк барып ала һал. Яуыз Глаша килеп етер ҙә, бойҙайҙы табып алып, баштарыбыҙҙы төрмәлә серетер. Ҡырҙан ас балаларына ике ус самаһы бойҙай алғаны өсөн Маһикамал төрмәнән әйләнеп ҡайта алманы. Ҡуянсыҡтан Шаһиҙәнең малайы туҡмалып, башы ҡортлап үлде. Эй, күп инде ул һөйләй башлаһаң.
Иртәнән кискә тиклем ашлыҡ таҙартабыҙ, асбыҙ, һис туйғансы ашағаныбыҙ юҡ, алабута, кесерткән кеүек үләндәр башта туйҙырған кеүек булһа ла, бик тиҙ асыҡтыра башлай.
Ҡайтырға сығыр алдынан бер-ике ус бойҙайҙы кеҫәбеҙгә тултырҙыҡ. Глаша һиҙеп ҡалды ла, урыҫ телендә ниҙер ҡысҡырып, беҙҙе ҡыуырға тотондо. Төрлөбөҙ төрлө яҡҡа борсаҡ шикелле һибелдек. Ҡурҡыуҙан, күкрәктән ырғып сығырҙай булып, кескәй йөрәк дөп-дөп тибә. Глаша бәпкәне эләктергән төйлөгән шикелле эргәмдә ахылдап йүгергән Маратты эләктереп алды, башына нимә менәндер һуҡты. Дуҫымдың:
– Ай-й! – тигән йөрәк өҙгөс тауышын ғына ишеттем, үҙем күрән шикелле ҡуйы кесерткәнлеккә йүгерҙем. Глашаның тауышы яҡын, артымдан ҡалмай килә.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 19 майҙың  20е һанында уҡығыҙ.

Автор: