Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Май 2023, 14:40

Һағындыра туҙ һағыҙы...

Күптәр уны "ҡара һағыҙ" тип тә йөрөтә. Ҡайын туҙынан эшләнгәнлектән, ул магазиндыҡынан таҙа, сәләмәтлеккә зарар килтермәүе менән айырыла.    

Һағындыра туҙ һағыҙы...
Һағындыра туҙ һағыҙы...

Өләсәйле бала сағымдың матур иҫтәлектәре бик күп. Шуларҙың береһе - яҙ көнө туҙ һағыҙын ҡайнатыу ине.

Бала саҡта Маһира өләсәйем ҡайнатҡан туҙ һағыҙын яратып сәйнәй торғайныҡ, хатта уны күрше-күлән дә һорап инер ине. Муйылдар сәскәгә күмелгән саҡта, ҡайындар япраҡҡа төрөнгән ваҡытта ни өсөндөр өләсәйемдең туҙҙан һағыҙ ҡайнатҡан саҡтары хәтергә төштө.
Ҙур ҡара ҡаҙанды алып, алдан әҙерләнгән һыҙырылған туҙҙарҙы тотоп, кемдер - май, икенселәре - нәҙек кенә итеп туралған утын ҡосаҡлап, кәртә артындағы Аҡма йылғаһы ярына барып ҡаҙан аҫыр өсөн урын әҙерләй торғайныҡ. Ҡағыҙ ҡалынлығындай йоҡа итеп кенә туралған туҙҙарҙы өләсәй тағы бер тапҡыр тикшереп сыҡҡас, ҡара сөгөндөң ситенә туҙ йәбешмәһен өсөн ныҡлап майлағандан һуң лыҡа тултырып, һыҙырылған туҙҙарҙы һала. Артабан уның аҫтына ут яғып, сөгөндөң өҫтөн таба менән ҡаплап, бер аҙ янғандан һуң уны алдан әҙерләнгән махсус таҙа таяҡ менән болғатаһың. Бер аҙҙан сөгөндә ҡара төҫтәге иҙмә барлыҡҡа килә. Уға һыуыҡ һыу ҡойоп, бер аҙ ваҡытҡа ултыртып торорға кәрәк. Һыуый төшкәс, сөгөн эсендәге һағыҙҙы йомғаҡҡа уратып алабыҙ. Уға аҙ ғына май ҡушабыҙ, әммә уны ла самалап ҡына өҫтәргә кәрәк. Сөнки ныҡ йомшаҡ булһа, һағыҙҙы сәйнәп булмаясаҡ, ул тешкә йәбешә. Аҙаҡ инде беҙҙең өсөн иң ҡыҙығы башлана: өләсәй туҙ һағыҙын ҡаҙандан алып, бармаҡ осондай итеп һәр беребеҙгә таратып сыға. Беҙ, бәләкәй ҡыҙҙар, мәс булып туҙ һағыҙын бер-беребеҙҙән уҙышып сәйнәйбеҙ, тәмен хәтерҙә ҡалдырырға тырышабыҙ. Бөтәбеҙгә лә таратып бөткәс, ҡалғанын өләсәй бер иш итеп түңәрәкләй ҙә, ҡурғаштарға урап ҡуйыр ине. Улары инде күрше-күләндәргә, һорағандарға китә. Артабан туҙ һағыҙын кәрәк ваҡытта мунса яҡҡанда ла, йәки аласыҡ янындағы тышҡы усаҡ янында ла "һә" тигәнсе ҡайнатып бирер ине. Өләсәйемдең был ғәҙәтен әле Вәсилә апайым да дауам итә. Шуға күрә өләсәйемдән ҡалған был шөғөл әле лә уның иң яҡты иҫтәлеге булып беҙең күңелдәрҙә һаҡлана.
Әйткәндәй, май аҙаҡтарында туҙ һағыҙын ҡайнатыу өсөн туҙ һыҙырыуға иң ҡулай саҡ. Туҙҙың тәүге ҡаты алынмай, унан һыҙырғанда, һағыҙ еҫе килеп сыға. Шуға күрә башта тәүге ҡатын һыҙырып ташлайһың да, икенсе ҡатын алаһың. Туҙ һыҙырыуҙың да үҙ нескәлектәре бар. Тиҙҙән беҙ ҙә туҙ һыҙырып, өләсәйем өйрәткәнсә, һағыҙ ҡайнатырға йыйынабыҙ. Әйткәндәй, шифалы ямғырҙар ҙа яуып үтте. Ә һеҙҙең яҡта туҙ һағыҙын ҡайнаталармы?
 
Автор фотоһы.
Автор:Карима Усманова
 
Автор: