Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Апрель 2023, 11:05

Кеше ғүмерен йылдар билдәләмәй

Эйе, йырҙарҙа йырланған кеүек, кеше ғүмерен эшләгән эше матурлай. Айырыу-са, ир-егеттәрҙе башҡарған эштәренән сығып баһалайҙар. Ә ундай маҡтауға лайыҡ ауылдаштарыбыҙ күп беҙҙең арала.

Кеше ғүмерен йылдар билдәләмәй
Кеше ғүмерен йылдар билдәләмәй

Илебеҙҙә 2023 йыл Педагог һәм остаз йылы булғанлыҡтан, Дыуан-Мәсетле ауылында йәшәүсе, балаларға һәм өлкәндәргә ҡумыҙҙа уйнау серҙәрен өйрәтеүсе, төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр бәйгеһе лауреаты, хеҙмәт ветераны, уҡытыусы Данис Абдулхаҡ улы Ғәлимов тураһында яҙмау мөмкин түгел. Уны ысын мәғәнәһендә остаз уҡытыусы тип әйтеп була. Сөнки халҡыбыҙҙың милли музыка ҡоралы серен үҙе белеп кенә ҡалмай, ул ҡумыҙҙа уйнау оҫталығын башҡаларға еткереүҙе лә маҡсат итеп ҡуя.
Данис Ғәлимов 1956 йылдың 22 мартында Абдулхаҡ ағай менән Хөмәйҙә апайҙың ишле ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килә. Бәләкәс сағынан уҡ бик һәләтле булып үҫә Данис Абдулхаҡ улы. 5-се синыфта уҡығанда атаһынан һәм оло ағаһы Радистан күреп гармунда уйнарға өйрәнә. Дыуан-Мәсетле урта мәктәбендә белем алғандан һуң, армия сафтарында хеҙмәт итеп ҡайта. Троицк ауыл хужалығы институтын тамамлай. Әммә, күрәһең, Хоҙай ҡушыуы буйынса уҡытыусы булырға яҙған. Икенсе юғары белемен ул ситтән тороп БДПИ-ның тарих факультетында ала. Дыуан-Мәсетле мәктәбендә эшләгән дәүерҙә төрлө фәндәрҙән уҡытырға тура килә, ләкин төп фәндәре булып тарих һәм балаларҙа музыкаға һөйөү тәрбиәләүсе йыр дәрестәре була.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 7 апрелендәге  14е һанында уҡығыҙ.

Автор: