Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Апрель 2023, 11:20

Тыуған төйәктән илһам алып

31 мартта үҙәк район китапханаһында Башҡортостан Республикаһында Атайсал өсөн файҙалы эштәр, Рәсәй Федерацияһында Педагог һәм остаз йылдарына арналған “Илһам шишмәләре-2023” район конкурсы уҙҙы.

Тыуған төйәктән илһам алып
Тыуған төйәктән илһам алып

Мәсетле районы өсөн матур йолаға әүерелгән сара яңы талантлы әҙиптәрҙе асыҡларға, уларҙың ижади потенциалын асырға ярҙам итә. Конкурста башҡорт, рус, татар телдәрендә шиғырҙар, проза әҫәрҙәре ижад иткән авторҙар ҡатнаша. Уларҙы нәфис һүҙгә, тыуған ергә, туған телгә, үҙ халҡына һөйөү берләштерә.
Йәш ижадсыларҙың эштәрен шағирә, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Яҙыусылар союзы ағзаһы Гөлсирә Шафиҡова, район мәғариф бүлеге методисы Венера Шафиҡова, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Энгельс Ғәлиәкбәров, яҙыусы, педагогик хеҙмәт ветераны Венера Шәйхисламова составындағы жюри баһаланы.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 7 апрелендәге  14е һанында уҡығыҙ.

Автор: