Мәсетле тормошо
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Март 2023, 09:15

Ижадында – халыҡ яҙмышы

Дыуан-Мәсетле ауылында билдәле яҙыусы, прозаик, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ринат Камал менән осрашыу үтте.

Ижадында – халыҡ яҙмышы
Ижадында – халыҡ яҙмышы

Ул инде күп йылдар әҙәбиәт һөйөүселәрҙе үҙенең ҡабатланмаҫ ижады менән ҡыуандыра. 2022 йылдың декабрендә яҡташыбыҙ Ринат Әлтәф улы Камалов “Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы” исеменә лайыҡ булды. Шатлығын уртаҡлашырға Ринат Әлтәф улы ауылдаштары янына ҡайтты. Иң тәүҙә мәктәп уҡыусылары менән, артабан мәҙәниәт йортонда “Ижадында – халыҡ яҙмышы” темаһына осрашыу үтте. Клубта ҡунаҡтар күп булды. Сараны алып барыусы китапханасылар Дамира Фәхрисламова менән Гөлназ Әхмәтханова Ринат Камалдың тормошо һәм ижады хаҡында һөйләне, стендта күренекле яҙыусының китаптары күрһәтелде.
Мәсетле районы ауылдарынан осрашыуға Ринат Камалдың ижадын һөйөүселәр йыйылды, Балаҡатай районынан да ҡунаҡтар булды. Осрашыуҙы үҙ концерт номерҙары менән Ғүмәр (етәкселәре – З. Сәйфуллина) һәм Дыуан-Мәсетле (Э. Исмәғилева) ауылдары коллективтары биҙәне. Шулай уҡ М. Зарипова, Л. Фазылова, Л. Кинйәбаева сығыш яһаны. Барыһы ла яҡташтары өсөн ғорурлыҡ белдереп, артабан да ижади уңыштар теләне.

Автор: