Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Март 2023, 15:30

Үҙәк район китапханаһы президент грантын тормошҡа ашыра

Үҙәк район китапханаһында Мәсетле районы яҙыусыларының ижадын яҡтыртыуға һәм киң ҡатлам араһында таратыуға, тыуған яҡты өйрәнеүгә бәйле китаптар уҡыуға, йәштәрҙең әүҙем тормош позицияһын формалаштырыуға, тыуған яҡты өйрәнеү китаптарын популярлаштырыу, заманса креатив индустрия алымдары аша урындағы мәҙәни мираҫты һаҡлауға йүнәлтелгән “Мәсетле ере яҙыусылары” проекты буйынса түңәрәк өҫтәл уҙҙы. Проект 14-18 йәшлек үҫмерҙәр аудиторияһына иҫәпләнгән.

Үҙәк район китапханаһы президент грантын тормошҡа ашыра
Үҙәк район китапханаһы президент грантын тормошҡа ашыра

Сара барышында район китапханаһы методистары урындағы яҙыусыларҙың тормошо, ижады хаҡында һөйләне. Программа яҡташ яҙыусыларҙың тормошо, ижады хаҡында үҙ аллы мәғлүмәттәр эҙләү һәм дөйөмләштереү кеүек бурыстар ҡуя. Шулай уҡ проект йәштәргә мәҙәниәттең дә заманса, ғәҙәти булмаған формаға эйә булыуын күрһәтеүгә, йәш быуындың ижади һәләттәрен үҫтереүгә, ҡыҙыҡһындырыуға, илһамландырыуға йүнәлтелгән.
Кисәлә шағирҙар һәм яҙыусылар Мостай Кәрим, Рәшит Әхтәри, Гөлсирә Шафиҡова, Зөһрә Алтынбаева, Тәскирә Даянова, Ринат Камал, Ҡотдос Латипов, Зәлифә Ғилметдинова, Мәүлиҙә Әхмәтйәнова, Ризван Хажиев тураһында һүҙ барҙы.
Проект ярҙамында райондың тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына, мәктәп музейҙарына барырға, яҙыусылар менән осрашырға, урындағы тыуған яҡты өйрәнеүселәр менән әңгәмәләшергә, яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен һәм урындағы гәзит мәҡәләләрен өйрәнергә мөмкин буласаҡ. Фотоальбом эшләү һәм биш онлайн мәғариф трансляцияһын уҙғарыу эҙләнеү эшенең һөҙөмтәһе буласаҡ.
Проектты яҡташ яҙыусылар-ҙың тормошо һәм ижады тураһында электрон материал тормошҡа ашыра. “Мәсетле ере яҙыу-сылары” проекты төбәктең тарихи-мәҙәни мираҫының нисек формалашыуын, әҙәби ижадты һаҡлау һәм киң ҡатлам араһында таратыу-ҙың ни тиклем мөһим булыуын күрһәтәсәк.
Гөлназ ВӘЗИРОВА.

Автор: