Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Март 2023, 11:00

Халыҡ шағиры – халыҡ хәтерендә

Ошо көндәрҙә Тәтешле районында “Күрҙем шишмәләре” төбәк-ара шиғриәт фестивале уҙҙы. Унда Әнғәм Атнабаев исемендәге район премияһы тапшырылды. Премияға лайыҡ булыусылар араһында – Оло Ыҡтамаҡ ауылынан педагогик хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы Венера Шәйхисламова.

Халыҡ шағиры – халыҡ хәтерендә
Халыҡ шағиры – халыҡ хәтерендә

Мәсетле районында ла Әнғәм Атнабаевҡа арналған сара уҙҙы. Ошо хаҡта Венера Шәйхисламованың яҙмаһы:
“Мәсетле районында Башҡортостандың халыҡ шағиры, драматург, башҡорт, татар әҙәбиәтендә исем-дәрәжәле, абруйлы әҙибебеҙ Әнғәм Атнабаев ижадын яратыусыларҙың күп булыуы ҙур ҡыуаныс. Күптән түгел район үҙәге Оло Ыҡтамаҡ ауылының үҙәкләштерелгән китапханаһында шағирҙың тыуыуына 95 йыл тулыуға бағышланған “Йылдарҙан йырҙар ҡала” тигән кисәнең ҙур ойошҡанлыҡ менән юғары кимәлдә үтеүе быға бер дәлил булып тора.
Кисә Мәсетле районы татарҙары милли-мәҙәни автономияһы рәйесе Зөлфирә Ғайса ҡыҙы Сәлимова етәкселегендәге “Зөбәржәт” ансамбле башҡарыуында “Еҙ ҡыңғырау моңдары” йыры менән башланып китте. Алып барыусы, китапхананың уҡыу залы мөдире Гүзәл Вәсил ҡыҙы Хәйретдинова килгән ҡунаҡтарҙы Әнғәм Атнабаевтың биографияһы менән таныштырып уҙҙы. Шулай уҡ тамашаға йыйылған ҡунаҡтар “Еҙ ҡыңғырау моңдары” йырының яҙылыу тарихы менән дә танышты.
Инде биш быуын вәкилдәре Атнабай ижадын яратып уҡый, өйрәнә. Өлкән быуын уҡыусылары уның бигерәк тә әсәйҙәрҙе үлемһеҙ итеп пьедесталға күтәргән әҫәрҙәрен яратып уҡый. Ете бала үҫтергән әсәһе Мәрзиә апай образын күтәрҙе шағир. Беҙ уны “Әсәй, һинең ҡулдар” йыры аша беләбеҙ. Баш-ҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Энгельс Ғәлиәкбәров был йырҙы күңелдәргә үтеп керерлек итеп башҡарҙы.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 10 мартының  10ы һанында уҡығыҙ.

Автор: