Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Март 2023, 11:00

Тоҙ әсеһе әсе түгел

Яҙҙарҙың да матуры була. Көндәр йылына, ҡарҙар ирей, ҡоштар ҡайта, ер йәшәрә, донъя йәмләнә, тиеү менән генә яҙ яҙ булып бөтмәй ул. Күктәр бе­йегерәк, ҡояш алсағыраҡ, офоҡтар киңерәк, елдәр наҙлыраҡ була бындай миҙгелдә. Сасҡау һыуыҡтар­ҙан, ыжғыр бурандарҙан, ҡалын-ҡалын көрттәрҙән арыған, йонсоған, талсыҡ­ҡан ер, әйтерһең, ниндәйҙер ауыр йөктән, ниһайәт, ҡотола һәм күптән зарығып көткән иреккә сыға. Әкиәт батыры кеүек аяҡтарын кирә баҫып, турайып ҡалҡына ла тирә-яғына диҡҡәт менән баға.

Тоҙ әсеһе әсе түгел
Тоҙ әсеһе әсе түгел

– Етте! Былай бармай!
Уның шундай ҡәтғи ҡарарынан һуң яңыса килә ергә матур яҙ. Ә кешеләргә ҡалай танһыҡ бындай яҙҙар! Ҡары ла матур ирей, гөрләүектәр ҡолонсаҡ кеүек шаян, баш өҫтөнән талпынып осоп үткән ҡоштарҙың тауыштары шатлыҡ ауаздары булып яңғырай, шаңдауы һауала оҙаҡ тирбәлеп тора. Кешеләрҙең күҙҙәрендә өмөт, күңел­дәренә дәрт ҡабына ошондай мәлдә.
Яҙ матурлығын күрерлек булдымы ни дүрт йыл барған анау ҡәһәрле һуғыш мәлендә. Башҡа урап килмәҫлек та­рафтарға китеп олаҡҡандыр, мо­ғайын. 14 йыл үтте бит инде, һуғыш аҙап­тарынан арынырға ваҡыт. Өй беренсә атайһыҙ етемдәр, ирһеҙ етемдәр, тол яңғыҙаҡтар, ғәрип ҡайт­ҡандар әк­ренләп ҡалҡынды, йөҙҙәре яҡтырҙы. Тамаҡтары икмәккә туйынды, өҫ-баштары бөтәйҙе кеше­ләрҙең. Һуғыш йылдарында бауыры ҡалҡҡан береһе фронт өсөн, еңеү өсөн тип бөтмәҫ-төкәнмәҫ эшкә егелә барған үҫмерҙәр матур-матур егеттәр, һылыу-һылыу ҡыҙҙар булып өлгөрөп беште. Туйҙар йышайҙы, сабыйҙар артты. Ауыл­ды­ҡылар асығын белеп, аңлап етең­керәмәһә лә, илдә лә әлеге матур яҙҙы хәтерләткән йылы осор баш­ланған булған. Уның йылымыҡ ипкене һәр ауылда, һәр өйҙә һиҙелде.
Ана шундай матур яҙҙа килен оҙа­тылып килде ауылдың «Оялы ҡорттар» тигән араһына. Был ара ауылда үҙе айырым бер дәүләт һымаҡ ине. Тынғыһыҙ бал ҡорттары кеүек егәрле, донъясыл, намыҫсан ине улар. Туған йәнле үҙҙәре, тоҡом-нәҫелдәрен ҡәҙер итәләр, һаҡлайҙар, яманат һатмайҙар, ара данын тоталар. Был тирәнеке түгел яңы килен, урман яғынан. Исеме – Сәрүәр, 17 йәштә. Атаһы һуғышта ҡалған, әсәһе лә вафат булған, уны апайҙары үҫтергән. Ырҙын табағында эшләп йөрөгән тилбер ҡыҙҙы кал­дауайҙа иген иҫәбен алып ултырған Хәсибә һынап йөрөгән-йөрөгән дә, 24 йәшлек өйләнмәгән улы булған бер туған һеңлеһе Фәтхеямалға кәңәш иткән. Берәй тол киленгә әүрәп кит­мәһен, тип ҡото осоп йөрөгән Фәт­хея­мал ҡыҙҙың апайҙарына яусы ебәргән. Ҡалғаны – димселәр, яусылар эше. «Тәүге ишекте фәрештә ҡаға. Ике лә уйламағыҙ. Егет шәп, әсәһе торғаны менән әүлиә! Аралары көслө, кәм булмаҫ!» 
Риза булды ҡыҙ яғыныҡылар. Йәш бит әле, бала ғына бит әле, тип ҡараған да апайҙарының өлкәне. Ҡыҫҡаһы шул: барып әйттереп ҡайттылар Сафаға кәләште. Кейәү үңгәре булып үҙе лә яңы ғына өйләнгән Кәрим ҡорҙашы барҙы. Шунан яңы йылға ҡыҙ яғынан саҡырыусылар килде. Туй ҡышҡы селлә үткәс, февраль аҙағында булды. Билен сискән бикәсе бер башҡа ҡалҡыуыраҡ булғас, еңгәһенең билен­дәге матур яулыҡты сүкәйеп ултырып сисеп алды. Бәләкәс кенә, үҙе яп-ябыҡ! Йәне ҡайһы ерендә эленеп торалыр. Ауырлы, тип һөйләшә ҡатындар. Бә­пәйе ҡайһы ерендә ятҡан була икән? Тәүге бәпәйе тыуыр мәл еткәс, ҡы­йынһынып, уңай­һыҙланып ҡына  ҡәй­нәһенә һүҙ ҡушты:
– Ҡәйнәм, мин бәпәйҙе ҡалайтып имеҙермен икән? Түшем юҡ бит... Улың әйтә, имсәгең сәпсим юҡ бит, ти. Ҡалайтырмын икән, ҡәйнәм?
Ҡәйнәһе аптырап китте, ләкин киленен йыуатырға башы етте:
– Бәпәй тыуһа, һөт төшә, шунда түш ҙурая ул. 
Сәрүәр тынысланды.
– Алтын ҙур булмай. Үҙем ҙурайтып алырмын әле, – тигән була Сафа. Үҙе ҙурайтып алыр инде, үҫтереп алыр ете йәшкә кесерәк кәләшен. Ниҙәр генә уйлап, ниҙәргә өмөт итеп риза булды икән был бала? Хәйер, кем Сәрүәрҙән ризалыҡ һорап, һүҙенә ҡолаҡ һалған, тиһең? Етемлек тә үҙәгенә үткәндер. Йә еҙнә икмәге әсерәк булғандыр, кем генә белә? Шулай ҙа әҙерәк кәүҙәлерәк булһа, килен кешегә яҡшыраҡ булыр ине донъя көткәндә.
– Итен күр ҙә һурпаһынан төңөл, – тиеүселәр ҙә бар бит, юғиһә....
Ана, араға былтыр көҙ оҙатылып килгән Ҡөлгезәр килен былай-алайыммы! Ат һымаҡ, биллаһи. Үҙ ауылыныҡы ул, аръяҡ урамдыҡы. Ысын исеме Гөлгизәр икәнен аҙаҡ, уҡытыусы әйт­кәс кенә, белделәр. 
Ә Сәрүәр килен һылыу ине! Ап-аҡ йөҙлө, ҡап-ҡара оҙон толомло. Яулығы аҫтынан күренгән сикә сәстәре ал­ҡаланып, балдаҡланып төшкән. Хатта керпектәре лә бөҙрәләнеп тора кеүек: осо ҡапыл ғына бөгөлөп, төрөлөп тора. Бөҙрә керпектәр ҙә була икән. Ә тауышы... Тауышы ла һылыу ине уның, арбатҡыс яғымлы. Оялы ҡорттарҙа бындай килен булғаны юҡ ине әле.
– Һөйәге булһа, ите ни, ҡуныр, – тигәйне Фәтхеямал, белеп әйткән икән – бәпәйҙән һуң тағы ла һылыуыраҡ булып, матурайып, ябыҡ кәүҙәһе йомроланып китте Сәрүәр килендең. Сикәләре алһыуланды, күҙҙәре ал­саҡланды. Кеше араһына ла сыға башланы. Юғиһә башын эйеп һыуға бара, быҙау ҡайырып индерә, кер сайҡарға төшә, ҡош-ҡорт ҡарай. Һыйырҙың ағын аш итә. Баш баҫып эшләп тик йөрөй аҙ һүҙле килен. Кәперәткә (магазинды Сәрүәрҙәрҙең ауылында лафка, ти­гәндәр, бында кәперәт тиҙәр икән) ҡәйнә барҙы һаман. Мәғниткә килене тарап биргән дебетте, бәйләгән шәл­дәрҙе һатырға ла араның килен­дәре менән ҡәйнәһе йөрөнө. 3 – 4 көн улайтып йөрөй алмаҫ ине Сәрүәр: бер балаһы етәктә булһа, икенсеһе  итәктә ине. Уба-туба кейем, сатин-ситса тауарҙар, был яҡта булмаған сәйнүк-сынаяҡтар (үрьяҡ­тағы бер ҡатын ете пар кирзауай ҙа тейәп ҡайтҡан әле. Нишләһен, кәрәк: гел ир балалар) тейәп ҡайталар ине аҙна тултыра яҙып йөрөп. Иртәгәһенә мәктәптә – яңы кейем кейгән балалар, ауылға яңы кәпәсме, салбармы кейеп алған ирҙәр байрам төҫө өҫтәп ебәрә. Һай, Мәғнит эпо­пеяһы! Үҙе бер матур дәүер булды ул! Сала байығып ҡайтҡас, ҡала күстә­нәстәре менән сәйгә саҡырышалар, баҙар мажараларын һөйләйҙәр. Ба­ҙарҙан ҡайтҡандың иртәгәһенә иң тәүҙә Сәрүәр саҡыра – ул өйҙә бит, башҡалар кеүек юлдан ҡайтмаған. Ҡәйнәһе алып ҡайтҡан ситсанан бер төн эсендә күлдәк тегеп кейеп ала ла баҙарсыларға «муды» күрһәтә. Тегеләр әҙер күлдәк алып ҡайта, ә Сәрүәргә яраҡлылары Мәғ­ниттә юҡ икән.
Сәрүәрҙән дә тектереп алалар – кемдән өйрәнгәндер, ҡулы эш белә. Оялы ҡорт килендәре матур кейенергә ярата. Ҡөлгезәр, Зәлифә, Яңылбикә, Мәрүәт, Раҡия, Мәрғизә, Сәфәрбикә, Сәрүәр үҙ-ара татыу булды. Өй йыуа­лар, кәзә тарайҙар, һарыҡ ҡыр­ҡалар, нигеҙ һылайҙар. Сөгөлдөр утарға йөрөйҙәр. Ҡыш иһә – һуғым. Үҙе байрам бит ул һуғым ашына йөрөшкән кистәр. Уйын­сыл, мәрәкәсел бөтәһе лә. Зәки мандолина сиртһә, Сафа гармунда һыҙҙыра. Йырҙары-таҡмаҡтары ла донъя. Кис ултырып, шәл, ирҙәренә дебет шарф, бирсәткә бәйләнеләр. Сәрүәрҙе­ке­лә­ренә «хут хәҙер үк Мәс­кәүгә выс­тыф­кыға ебәр!» тип һоҡ­ланған Сәфәр­бикәнең генә барымы булмай сыҡты был эшкә.
– Мин уншы бер арба утын ярам! Ултырып эш эшләргә ултырышым да юҡ, нирвым да етмәй! Минеке лә һеҙҙекеләр ыңғайына фарсит итһен, әй, – тип, бы­ларҙан бәйләтеп ала. Ҡул әжеренә дебет бирә: кәзәләренең мамығы шәп – дөм-ҡара, иләгәндә үк ҡабарып күперә башлай. – Ҡана, мин самауыр ҡуя һалып ебәрәйем, берәй нәмә – картуфмы, бутҡамы бешереп алайым! – Шундай эштән баш тартмай Сәфәрбикә, һә тигәнсе әҙерләп ҡуя.
Матур йәшәне Оялы ҡорт ки­лен­дәре. Килгән береһе таштай-ҡомдай батты, үҙ тирмәнен тартты, кемуҙарҙан бәпәйҙәр тапты. Гел генә шулай булыр кеүек ине лә, 25 йәшлек кенә кәләшен – Сәрүәрен ҡалдырып, Сафа үлеп ҡуйҙы. Дүртенсе бәпесе ике айлыҡ ҡына ине. Ауырыны. Дауахана­ларҙың да, шифа­ханаларҙың да үпкә сиренә көстәре етмәне.
– Ыҙаларһың инде, Сәрүәр. Риза бул. Мин Кәрим ҡорҙашҡа әйтеп ҡуйғанмын, ярҙам итеп тор, тигәнмен. Утын-бесән яғынан да, иген-ашлыҡ яғынан да. Бригадир бит, йомошоң төшһә, уға бар. Эх-х, яратып та туйманым һине... Йәшәп тә. Урыны килеп сыҡһа, иргә бар, Сәрүәр, һигеҙ йыл ғына йәшәп ҡалдыҡ. Бәхетле ҡатын итеп көтә алманым инде. Балаларҙы ҡаҡмаҫтай кешегә генә бар. Ризамын. Әсәйгә лә әйт­кәнмен, ҡаршы төшмәҫ. Һин йәшә, Сәрүәр, оҙаҡ йәшә, минең янға килергә ашыҡмаҫһың. Мин үҙем... – Сафаһының һуңғы һүҙҙәрен ишетмәне ҡатын, күҙ йәштәрен артабан тыя алманы.
Бәләкәсе ишек алды, урам эсе менән генә риза булмай башланы бер саҡ. Ҡапҡа тышында башҡа тормош бар икәнен тоя ине зирәк ҡыҙсыҡ. Ағай­ҙары, өләсәһе ҡапҡаны асып сығып китәләр, ҡайтып инәләр. Кешеләр ҙә килә, кире сығып юҡ булалар. Тик улар ғына, әсәһе менән икеһе, бер ҡайҙа ла, бер ҡасан да сыҡҡандары юҡ. Урам яғына ҡараған ике тәҙрә аша бер ни күрерлек түгел: баҡсала атаһы ул­тыртҡан муйылдар аҡ күперек сәскәгә күмелгән. Йәш ярымлыҡ сағында әсәһен, ҡулынан тартып, ҡапҡа янына алып килде лә:
– Ас! Сығам! – тип бойорҙо Хазина.

Сафаһын һуңғы юлға оҙатҡандан һуң үҙе өсөн ябылған ҡапҡаны яңынан асты шулай Сәрүәр, ҡыҙын етәкләп ауылға сыҡты. Унда ла сыҡмаҫ ине – ҡәйнәһе әрләне. Илай-илай, һамаҡлай-һа­маҡлай әрләне:
– Һинең генә ирең үлгәнме? Ғүмер бирмәгәс, ҡалайтаң? Миңә рәхәтме бутта? Йөрөйһөң ҡайғымды арттырып! Терегөйөк! Ана, балларыңдан, әллә һинең әсәң дә үлдеме, тип һорайҙар, ти мәктәптә. Нуриманың илап ҡайтҡан! Нишләп улай ваз кисәһең донъянан? Нишләп кеше араһына сыҡмайһың? Ә?! Нишләп минең менән һөйләшмәйһең, исмаһам? Нимуй булдыңмы шыпа?
– Сафа әйтте бит: өйҙә бул, мин үҙем килеп алырмын, тине... – Сәрүәр ҡы­йыу­һыҙ ғына аҡланды.
– Шунан? Һин үлергә йыйындың­мы? Анһат икән! Һинең етемдәреңде мин көтөрмөнмө, ә? Шулайтырмын инде, ҡалайтаң. Диттумға ебәрәйемме ба­лаҡайҙарымды. Көтөрмөн инде, әҙ көттөм бит үҙемдекеләрҙе...
Эй илаштылар, эй илаштылар икәү­ләп. Сәрүәрҙең күңеленән ҡара юшҡын йыуылып төштө гүйә – еңел булып ҡалды, тын алыуҙары иркенәйҙе. Үҙен ҡулға алды ҡатын. Балаларының да йөҙҙәре яҡтырҙы, тауыштары көрәйҙе. Йомошо төшһә, өлкән улын йәки ике тамсы һыу кеүек үҙенә оҡшаған тере ҡурсағы – Хазинаһын эйәртеп Кәримгә барҙы. Кәнссәләгеләр ҙә алсаҡ ҡаршы алды, ололар, килен, тип, йылы һүҙ, ә йәшерәк ирҙәр еңгә, тип, шаян һүҙ­ҙәрен әйтте. Сәрүәрҙең тыйнаҡ ҡына йылмауы, йомшаҡ тауышы бөтәһенә лә танһыҡ ине.
Тик бер генә кешенең, идара йортонда йыйыштырыусы булып эшләүсе Мәхмүзәнең, Сәрүәрҙе күреү менән йөҙө сирыла. Кәрим еҙнәһенең Сәрүәр менән айырыуса ихлас һөйләшкәнен, күҙҙәренән бөркөлгән йылылыҡты үҙ өйөндә булғандағы битарафлыҡ, һалҡынлыҡ менән сағыштыра ла, апаһы өсөн йәне әсей. Бындай үҙгәрештәрҙең сәбәбен Сәрүәрҙән эҙләй, аҫтыртын ғына күҙәтә. Был тиктәҫкә түгел, был икәү араһында ниҙер бар, булмауы мөмкин түгел, тип шикләнә. Ни бул­ғанда ла Мәхмүзә кеүектәр ул ғына түгел ине.
Сибәр, йәш, яңғыҙ ҡатын Сәрүәр менән һәр саҡ бөхтә кейенеп йөрөгән, шығырлап торған хром итекле һылыу бригадир Кәрим араһында ниҙер булырға тейеш. Мотлаҡ. Тик бел­гертмәйҙәр. Йөҙҙәренә сығармайҙар. Эйәрләнгән туры атында бригада йомоштары менән ауылды һәр көн иртә менән йөрөп уҙған Кәрим Сәрүәр өсөн генә йөрөмәй микән? Ай -һа-ай... Ә Сәрүәрҙе яратмау мөмкин түгел. Сафаның йәндәй дуҫы булһа ни? Үлер алдынан Кәримде саҡыртып, киле­неңде ҡалдырма, ярҙам ит, ҡорҙаш, тип әйтһә ни? Кәримдең ҡатыны Санияға ла мәғлүмәт барып етеп торалыр, моғайын. Утһыҙ төтөн булмай, бер осо сығыр. Көтөргә кәрәк.
Бесән мәле еткәс, Сәрүәр бесән­селәргә ашнаҡсы булып эшкә сыҡты. Эшләһәң, һүҙең үтә: колхоз аты менән күбә тарттырһаң да, кәбән ҡойҙороп, утын ташып алһаң да. Ә ярҙамсыһы Сәфәрбикә, саммай шуның кешеһе. Бесәнселәр янына Кәрим инде һыбай түгел, тарантасында килә. Ит-маҙар, икмәк һәм башҡаһын юл ыңғайы алып килә, салғылар сүкеп биреп китә. Ирҙәргә кәбән-экҫерттәрен ослаша, ҡуша ултырып тамаҡ ашай. Бының ни ғәйебе, башҡа звеноларға ла йөрөй ул. Тик ауылға кис ҡайтҡанда бесәнсе ҡатындар янына туҡтап, бер нисәүһен тарантасына ултыртып ала. Еҙнәһе янында Мәхмүзә ултыра. Ҡыҙы менән Сәрүәргә лә урын бар, әлбиттә. Шая­рышып, мәрәкәләрен һөйләп ҡай­талар, йырлашып та алалар. Сәрүәр генә күбеһенсә өндәшмәй. Бер көндө ҡараштарын байып барған ҡояштан алмай, үҙенә һыйынып йоҡлап барған ҡыҙының сәстәренән һыйпап, уйланып барған Сәрүәргә Яңылбикә һүҙ ҡушты:
– Йә сәле, бер йырла сәле, Сәрүәр. Тауышыңды онотоп та барабыҙ бит.
Был юлы нисектер ҡуй, тимәне Сәрүәр, башын эйгән көйө йыр башланы:.
Ал яулығымды сисмәйем,
Туҙмаһын елдә сәсем.
Бындай йырҙарға ҡушылып китеүе ҡыйын түгел, күп яулыҡ тураһында йырҙар. Бергәләп дауам итергә лә була. Ҡатындар әҙер ине ҡушылырға, тик был йырға эйәрә алманылар:
Тоҙ әсеһе әсе түгел,
Күҙ йәшкәйҙәре әсе лә,
Бер семтем бәхет әсе.
– Ы-ыста... Был ниндәй йыр ул? Ят йыр, көйө лә, үҙе лә. Әллә үҙең сығарып йырланыңмы? Эй, Аллам... – Ҡатындар, Сәрүәрҙең йырына әҫәрләнеп, та­рантастың ҡапыл шәбәйеп китеүенә яңы саҡ иғтибар иттеләр. – Һәй, һәй, ауҙараң бит кешене!
Бригадир атын тыйып алды. Сәрүәр һағышлы йырын дауам итте.
Иҙелдә аҫмалы баҫма,
Баҫмаһам да бәүелә.
Төн ҡараһы ҡара түгел,
Яңғыҙ башым эйелә лә,
Үҙәккәйем өҙөлә.
– Үҙәкәйем өҙөлә, – тип ҡабатлап ҡуйҙы ҡатындар.
– Бынан кире йыр һорамаҫһығыҙ минән, – тип көлгән булды Сәрүәр.
– Һорарбыҙ ул, йырларһың ул, та­уышың зәрә моңло, тыңлаған һайын тыңлағы килә.
Зәлифә, Сәрүәрҙең күңелен күрәйем, типтер инде, таҡмаҡ әйтте:
Ҡулымдағы балдағымдың
Исемдәре Сәрүәр.
Һинең зифа буйҙарыңа
Кем булһа ла әүрәр.
Әйтте лә, Сәфәрбикә семтеп алғас, сар итеп ҡалды:
– Әләкәй, нимештәйең ул?
Сәфәрбикә Кәрим менән уның эр­гәһендә ултырған Мәхмүзәгә ымланы ла, Зәлифәгә йоҙроҡ күрһәтте. Теге­неһе ауыҙын баҫты.
Бесән бөткәс, ырҙын табағына йөрөнө Сәрүәрҙәр. Ферма һарайҙарын һылап ағарттылар. Эше сығып ҡына тора бит ауылда. Кәрим дә килә-китә йөрөнө. Килә инде – бригадир бит. Ә Сәрүәргә, ҡайһы берәүҙәр бик көтһә лә, бик теләһә лә, ғәйбәт йоҡманы. Шулай булһа ла Кәримдең өйөндә тауыш сыҡҡыланы. Бер ҡасан да икәүҙән икәү тап була алмаһалар ҙа, улар тураһында хәбәр йөрөнө лә йөрөнө. Яманат сығарманы аҡыллы килен.
Мал йәйләүҙән ҡайтҡас, Сәрүәр һыйыр һауырға сыҡты.Күрше ауылдағы тирмәнгә он һалдыра барырға кәрәк, тип Сәрүәр ҡәйнәһен ат һорарға бригадирҙан рөхсәт алырға ебәрергә теләгәйне, Фәтхеямал:
– Үҙең бар, эшләп йөрөйһөң бит, атказ итмәҫтәр. Мин барып ни, – тине лә ҡуйҙы.
Идара йорто йәй-көҙ мәлдәрендәге кеүек геүләп-шаулап тормай икән ҡышын. Бригадир Кәрим бер үҙе ине. Сәрүәрҙе күреп, ырғып торҙо.
– Үт, ки-лен... Үт, Сәрүәр! Ни йомош?
– Ат кәрәк ине. Тирмәнгә баралар малайҙарым.
– Үт, ултыр, хәҙер яҙып бирәм, ултырып тор, – Өҫтәл тартмаһынан мисәт кенә түгел, тағы ниҙер сығарҙы Кәрим.– Сәрүәр... Кил әле... Бында килеп ултыр әле.
Сәрүәр өҫтәл янына килеп Кәримдең ҡаршыһына ултырҙы.
– Сәрүәр... Бына ошо балдаҡты мин һиңә, тип алғайным. Анау йылы Сафа менән бергә санаторийға барғанда. Бер нәмә лә уйламаным да, алдым да ҡуйҙым инде, – Кәрим усын яҙҙы. Усында ҡашлы көмөш балдаҡ ята ине. – Сафа һиңә аяҙ күк ҡашлыны алды, мин Санияға йәшел ҡашлыны. Зәһәр төҫтән алғанһың, тип, тәүҙә оҡшатың­ҡыра­маһа ла кейҙе.
Сәрүәр һүҙемде тыңлап бөтмәйенсә, боролоп сығып китмәһен, тип, ашыға-ашыға һөйләне Кәрим, өҫтәл артынан сығып, Сәрүәрҙең алдына килеп баҫты.
– Ошо балдаҡты кей, Сәрүәр. Минең һине яратыуым билдәһе итеп кей. Миңә һинән бер нәмә лә кәрәкмәй, Сәрүәр. Һин бар булһаң, шул да етә миңә. Кейеп йөрө. Ал, зинһар.
Сәрүәр көмөш балдаҡты алды, уң ҡулының сығанаҡ бармағына кейҙе. Балдаҡтың ҡашына күҙ йәше тамды. Кәрим һүҙҙе икенсегә борорға ашыҡты:
– Һин Санияға балдаҡты икәү итеп алдың түгелме, тип беҙгә бер кил­гәнендә Сафа дуҫым мине тоттора яҙҙы әле. Алманым, аҡсам етмәне, тип ҡотолдом. Илама, Сәрүәр... Мин һине тәү күреүҙән, һине Сафа дуҫҡа әйт­терергә барғандан алып яратам. Йөрәгемә уйылдың, йолҡоп алырлыҡ түгел. Һин мине ярата алмаһаң да, рәхмәт һиңә.
Сәрүәр шунда ғына башын ҡалҡытты. Мөлдөрәмә тулы күҙ йәштәре аша Кәримгә ҡараны.
– Яратам, тип ҡалайтайым... Яратам мин дә... Тәү күреүҙән. Күңелем индең дә шунда ҡалдың ғүмерлеккә. Айына бер күрһәм, шуға риза булып, бер семтем бәхетемә ҡәнәғәт булып йәшәйем.
– Китәйек тә барайыҡ, Сәрүәр...
– Юҡ. Сафам эҙләр. Ул миңә минең янға килергә ашыҡма, мин үҙем килеп алырмын, тине. Бер ҡайҙа ла китмәйем мин. Өйҙә булам.
– Ә беҙ?
– Йәшәрбеҙ ошолайтып. Өйрәндек бит инде. Балаларыбҙ бар, үҙ донъя­ларыбыҙ. Санияң бар. Уның ни ғәйебе? Беҙҙең дә ғәйебебеҙ юҡ, – Сәрүәр балдағын һыйпап алды. – Матур. Ке­йер­мен, ҡулымдан һалмаҫмын. Мин дә яратам һине, Кәрим... Һөйәркә булып түгел тик. Ҡатын кеше булып яратам.
– Рәхмәт, Сәрүәр! – Кәрим Сәрүәргә ынтылды. Ҡатын уны һаҡ ҡына ситкә этәрҙе лә сығырға ыңғайланы.
Һыу көйәнтәләп инеп килгән Мәхмүзә менән ҡулына ҡағыҙ тотоп сығып барған Сәрүәр бейек күтәрмәлә тап булыштылар.
– Һаумы, Мәхмүзә! Һинең Ильясың да тирмәнгә бара икән. Минең малайҙарҙы ҡараштырыр әле, йәме? Ильяс аға­йығыҙҙан ҡалмағыҙ, тиермен.
Шәп-шәп атлап ҡайтып барған Сәрүәрҙе тәҙрә янында торған Кәрим күҙҙәре талғансы ҡарап ҡалды. Ә көйәнтәһен яурынында алыштыра-алыштыра ҡарап торған Мәхмүзәнең ҡараштары элеккесә ҡырыҫ, уҫал түгел. Сәрүәр күптән инде уның өсөн дә, башҡа ҡатындар өсөн дә сиселмәгән матур бер сер генә.

Фото: foto-tula.ru

Автор: