Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Февраль 2023, 11:15

60 йыл ҡулында баян тотоп

Элек гармунсы һәм баянсы егеттәр ауылда беренселәрҙән һаналһа, хәҙер баянда уйнаған кешене күреү – һирәк күренеш. Ә бына Ләмәҙтамаҡ ауылы халҡы был йәһәттән уңды: бында инструментта виртуоз уйнай белгән кеше йәшәй, ауылда бер әһәмиәтле сара ла унһыҙ уҙмай. Тирә-яҡта баян көйҙәре, уға ҡушылып халыҡ йырҙары яңғырай икән, тимәк, ауыл йәшәй.

60 йыл ҡулында баян тотоп
60 йыл ҡулында баян тотоп

Рәфит Зинуров 1948 йылда Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуған. 1959 йылда уны һуҡырҙар һәм насар ишетеүсе балалар өсөн Белорет мәктәп-интернатына ебәрәләр. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Белорет ҡалаһында башлай. Бер үк ваҡытта еңел атлетика, классик көрәш менән шөғөлләнә, саңғыла, конькиҙа шыуа. 1977 йылда Түбәнге Тагил ҡалаһына күсеп китә, һуҡырҙар өсөн предприятиела эшләй, һалҡын штамплау менән шөғөлләнә. 2007 йылда үҙенең тыуған төйәгенә ҡайтырға була.
– Өлкән кластарҙа уҡығанда музыка менән ҡыҙыҡһына башланым. Күреү һәләте буйынса инвалид булғанға күрә, күберәк йыр-ҙар тыңланым, уларҙы үҙем уйнарға тырыштым, – тип һөйләй Рәфит Фәйзрахман улы. – Тәүҙә гармунда өйрәндем, әммә унда бөтә ноталарҙы ла алып булмай, шуға күрә баянға күсергә тура килде. Мин уйнаған беренсе көй – “Уральская рябинушка”. Хәҙер баянда ла, гармунда ла уйнайым. Музыкаль һәләт миңә атайым Фәйзрахман Шаһимәрҙән улынан күскәндер, моғайын. Ул скрипкала, мандолинала, баянда һәм гармунда уйнаған. Үкенескә күрә, атайымды хәтерләмәйем, сөнки ул 9 айлыҡ сағымда вафат булған.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 3 февралдә 5е һанында уҡығыҙ.

Автор: