Мәсетле тормошо
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Декабрь 2022, 14:15

Башҡортостанда «Яңы йыл календары-2023» әҙерләнде

Башҡортостанда Яңы йыл календары әҙерләнгән. Унда Башҡортостан ҡалалары һәм райондарының административ үҙәктәрендә, шулай уҡ мәҙәниәт, спорт һәм мәғариф учреждениеларындағы байрам саралары тупланған. Былтырғы кеүек үк, календарь республиканың Мәҙәниәт министрлығы сайтында баҫылған.

Башҡортостанда «Яңы йыл календары-2023» әҙерләнде
Башҡортостанда «Яңы йыл календары-2023» әҙерләнде

Байрам алдынан һәм Яңы йыл каникулдарында республикабыҙҙа төрлө спорт һәм мәҙәни саралар ойошторола. Һәр кем күңеленә ятҡан шөғөл табып, ғаиләһе һәм яҡындары менән күңелле итеп ял итергә мөмкин.

Яңы йыл календары һылтанма буйынса асыла.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, яңы йыл байрамдарында республиканың мәҙәниәт учреждениеларында 450-нән ашыу яңы йыл программаһы һәм тамашаһы ойошторола, унда бөтәһе 150 меңдән ашыу тамашасы ҡатнаша ала. Муниципаль мәҙәниәт учреждениеларында һәм ҡала, ауылдарҙың урам майҙандарында, 1,1 миллиондан ашыу кешене йәлеп итеп, 27 меңгә яҡын сара үткәреү планлаштырыла.

Республиканың күп кенә муниципалитеттарында офлайн-саралар менән бер рәттән онлайн форматтағы саралар уҙғарыла. Халыҡты хеҙмәтләндереүгә автоклубтар әүҙем йәлеп ителә, улар төпкөл ауылдарға барып, яңы йыл концерт программалары һәм театрлаштырылған тамашалар менән сығыш яһай.

Фото

Источник: https://bash.bashinform.ru/news/culture/2022-12-22/bash-ortostanda-ya-y-yyl-kalendary-2023-erl-nde-3082622 

Автор: