Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Декабрь 2022, 14:25

«Юлдаш» радиоһы коллективы «БуранФМ» спектаклен сәхнәләштерҙе

«Юлдаш» радиоһы коллективы тәүге тапҡыр спектакль сәхнәләштерҙе, ә республиканың төп телеканалы уның буйынса кино төшөрҙө. «БуранФМ» — йәш ғаилә, мөхәббәт һәм ябай кешеләр яҙмышында «Юлдаш» радиоһының уйнаған роле тураһында. 

«Юлдаш» радиоһы коллективы «БуранФМ» спектаклен сәхнәләштерҙе
«Юлдаш» радиоһы коллективы «БуранФМ» спектаклен сәхнәләштерҙе

Коллектив көн дә 24 сәғәт эфир уҙғарған арала ике ай дауамында спектакль әҙерләп, 30 июндә уны «Башҡортостандың иң әүҙем ауылы» конкурсында еңгән Әбйәлил районы Күсем ауылы клубында халыҡ хөкөмөнә сығарҙы.

Әбйәлилдә рухланған, илһам алған коллектив спектаклде Өфө тамашасыһына күрһәтергә, тигән хыял менән ҡайтты. Был идеяны телевидениела эшләгән хеҙмәттәштәре лә күтәреп алды һәм тулы метражлы телеспектакль төшөрөп, республика халҡына күрһәтергә хәл итте.

Пьесаның авторы – йәш алып барыусы Айбулат Сәсәнбаев, спектаклгә көйҙәрҙе композитор Р. Арҫланов яҙҙы, аранжировкалаусы – Азат Әмирханов, сәхнәгә ҡуйыусы режиссер – Зилә Лира, идея авторы һәм проект етәксеһе — Миләүшә Ғәлиева.

Спектаклдең телеверсияһын ижади төркөм менән режиссер Франгизә Илбәкова тормошҡа ашыра. Ролдәрҙе төрлө бүлек мөхәррирҙәре, реклама һәм СММ белгестәре, алып барыусылар, тауыш режиссерҙары башҡарҙы. Төп ролдәрҙә —  «Теге өсәү» проекты алып барыусылары.

Спектакль 26 декабрҙә «Родина» кинотеатрында күрһәтелә. Киске сәғәт 7-лә башлана, инеү ирекле.

Фото

Источник: https://bash.bashinform.ru/news/culture/2022-12-20/yuldash-radio-y-kollektivy-buranfm-spektaklen-s-hn-l-shter-e-3079973 

Автор: