Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Декабрь 2022, 16:00

“Мөғжизәләр яланы”н ҡарағыҙ: беҙҙекеләр Якубовичта ҡунаҡта!

"Аҡ тирмә" башҡорт фольклор коллективы "Мөғжизәләр яланы" тапшырыуында сығыш яһаны. Уның ҡасан күрһәтелерен сайтта уҡығыҙ.

“Мөғжизәләр яланы”н ҡарағыҙ: беҙҙекеләр Якубовичта ҡунаҡта!
“Мөғжизәләр яланы”н ҡарағыҙ: беҙҙекеләр Якубовичта ҡунаҡта!

Мәскәү ҡалаһының «Аҡ тирмә» башҡорт фольклор коллективы "Мөғжизәләр яланы" тапшырыуында сығыш яһаны, ул 30 декабрҙә күрһәтелә.

“Яңы йыл сығарылышы төшөрөлдө, унда төрлө халыҡтарҙың иң яҡшы коллективтары сағыу милли кейемдәрҙә ҡатнашты. Башҡортостандан ҡатнашырға тейешле кешеләр һауа торошо боҙолоу сәбәпле оҙаҡ ҡына Мәскәүгә килеп етә алманы. Ҡунаҡтарҙы көтөп ала алмағас, таныш режиссерыбыҙ ашығыс рәүештә беҙҙе саҡыртып алды. Өфөләр беҙ репетиция яһағандан һуң ғына килеп еттеләр һәм уйын да башланды. Һөҙөмтәлә өфөләр беҙҙең сығыштан һуң Ҡыш бабайҙың йыры менән сығыш яһаны һәм барыһы ла яҡшы килеп сыҡты!” – тип шатлығы менән уртаҡлашты “Аҡ тирмә” башҡорт фольклор коллективы ағзаһы Гөлсинә Батыршина.

“Аҡ тирмә” башҡорт фольклор коллективы таҡмаҡтар менән сығыш яһаған. Уларҙың ҡумыҙсыһы Лотфулла Сибәғәтуллин уйында ҡатнашҡан.

Баш ҡалабыҙҙа ҡапыл ғына алмашҡа килә алырлыҡ милләттәштәребеҙ йәшәүе һөйөнөслө! Уларға ижади уңыштар, яңы үрҙәр теләйек!

Автор:Рузилә Иҫәнбаева

Фото

Источник: https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-12-20/hyyaldary-ya-ty-ma-sattary-any-3080084 

Автор: