Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Декабрь 2022, 11:40

Мамыҡ һаҡал

(Юмористик хикәйә) Был иҫәр уй кемдең башына килгәндер – хәҙер хәтерләмәйем инде. Ләкин күңелле төркөмдөң өгөтләү­ҙәренә оҙаҡ ризалашмауым – быныһы иҫемдә ныҡ ҡалған. Ә минең һүҙҙәремә кем ҡолаҡ һалһын? Һаҡал йәбеш­терҙеләр, биҙәкле ниндәйҙер тун кейҙерҙеләр, башыма күҙҙәремә тө­шөрөп шундай уҡ биҙәкле бүрек ба­тырҙылар, ҡулыма таяҡ тотторҙолар ҙа тост әйтергә мәжбүр иттеләр.

Мамыҡ һаҡал
Мамыҡ һаҡал

Кем әйтмешләй, теләйһеңме-юҡмы, эскә­неңде барыбер беләбеҙ – эс! Беҙҙең күңелле төркөмдә минең бала саҡтан драма түңәрәгенә йөрөгәнемде ба­рыһы ла белә.
Мин ҡулыма таяҡ алдым, һаҡалымды һыйпаным да сәғәткә күҙ һалдым: “Йә, Хоҙай! Ун минуттан ун ике, ә беҙ хәмерҙе тәмләмәгәнбеҙ ҙә”. “Рюмка­ларығыҙҙы тултырығыҙ! – тип ҡыс­ҡырҙым. – Тиҙ генә иҫке йыл өсөн эсәбеҙ”.
Эстек. Миңә ҡарайҙар. Тын алырға ла ирек бирмәй, рюмкаларҙы икенсегә тултырырға ҡуштым. Ғөмүмән, мин бик тиҙ үҙ ролемә индем, ике тост өсөн генә Ҡыш бабай булырға ризалаш­ҡанымды бөтөнләй оноттом.
Яңы йыл табыны ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. Музыка яңғыраны. Мишка Ирина менән, Толик Наташа менән, Вовик Галка менән, мин Светка менән бе­йергә тотондоҡ. Костюмды һалып ташларға кәрәк булған да бит, ә мине ен алыштырҙымы ни! Бүлмә буйлап йөрөйөм, һикереп-һикереп бейейем, иҙәнгә таяҡ менән туҡылдатам. Төн уртаһында барыһының да урамға сыҡҡыһы килде: майҙанға барырға булдыҡ. Әммә кире уйланыҡ, ярты юлда өйгә боролдоҡ. Барыһы ла көлә-көлә атлай, йырлап маташалар, ә миңә атларға ла ирек бирмәйҙәр. Ысынлап та, Яңы йыл төнөндә кем Ҡыш бабай янынан ғәмһеҙ үтеп китһен?
Башта мине эләктереп алған ҡаты ҡулдар гармун моңдары аҫтында бер квартал самаһы һөйрәп алып барҙы, һуңынан башҡалар эләктереп алды. Мин, әлбиттә, ҡаршылаштым, ысҡы­нырға тырыштым, ләкин ҡайҙа ул!..
Күпмелер ваҡыттан һуң мин үҙебеҙ күңел асҡан Мишкаларҙың өйө янында инем инде. Өй янында уйланып торам. Бына, тим, фокус килеп сыға: Миш­каларҙың фатирын хәтерләйем, ә подъезды онотҡанмын. Тәҙрәләргә ҡара­йым, бәлки, тәҙрәләренән танырмын. Ҡайҙа ул! Бөтә ерҙә лә бер төрлө шыршы уттары емелдәй, күләгәләр һел­кенешә. Нимә эшләргә – эҙләргә! Икенсе ҡатҡа күтәрелдем. Мишкаларҙың ишегенә оҡшаған, күҙле. Төймәгә баҫам. Астылар. Юҡ, яңылышҡанмын. Ә мине тыңларға ла теләмәйҙәр. Ҡулымдан эләктереп алдылар ҙа өҫтәл янына һөйрәнеләр, ҡойҙолар. Эйе...
Бишенсе фатирҙан үҙаллы сыға алманым. Мине диванға ятҡырҙылар, тунымды һалдырырға теләнеләр, ләкин юл ҡуйманым. Шулай быйма, тун кейгән килеш, һаҡал менән йоҡланым.
Иртән миңә хужалар ҡаты сәй эсер­ҙеләр, минең мажараларҙы тың­лағас, стенаны шаҡынылар. Йә, Хоҙай! Барып етергә ни бары бер ишек ҡалған...
Мишкаларҙың фатирына индем. Әлбиттә, улар ах та ух килеште, кө­лөштө... Яңынан өҫтәл артына ул­тырҙылар. Мин өҫтөмдө алыштырырға икенсе бүлмәгә сыҡтым, артымдан Светка эйәрҙе. “Һинһеҙ миңә шул тиклем күңелһеҙ булды, – тип бышылданы ул үҙебеҙ генә ҡалғас. – Беҙ һине таң атҡансы эҙләнек. Мин ни уйларға ла белмәнем...”
Мин уны ҡосағыма алып үптем. Шунда тормошомда ябай Яңы йыл түгел, ә үҙенә башҡа Яңы йыл тыуғанын аңланым.

Борис УГЛИЦКИХ.

Ф.Мырҙаҡаев тәржемәһем.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
 
 
Автор: