Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Декабрь 2022, 16:00

ПУШКИН ШИҒРИӘТЕ - ТӘРЖЕМӘЛӘ

Шағир А.С. Пушкин әҫәрҙәренең башҡортсаға тәржемәләрен тәҡдим итәбеҙ. 

ПУШКИН ШИҒРИӘТЕ - ТӘРЖЕМӘЛӘ
ПУШКИН ШИҒРИӘТЕ - ТӘРЖЕМӘЛӘ

Тотҡон

Ултырам ситлектә, ҡаҡмай керпек тә,
Ирекһеҙ иптәшем – бер йәш бөркөт тә,
Ян тәҙрәм төбөндә, ҡарғап донъяһын,
Ҡағына һәм суҡый ҡанлы ҡалъяһын.

Суҡый ҙа ырғыта, текләй тәҙрәгә,
Әйтерһең, бер уйҙы уйлай ул бергә.
Ҡарашы, тауышы ниҙер көткәндәй,
“Әйҙәсе, остоҡ!” тип әйтер киткәндә.

Беҙ ирек ҡоштары! Ваҡыт осорға,
Болттар артылып тауҙар ҡосорға,
Ундағы диңгеҙҙең күм-күк ситендә
Йөрөйөк һин дә … мин елдәр иркендә!..

(Рәми ҒАРИПОВ тәржемәһе).

 

Ҡышҡы кис

Күк йөҙөн буран томалай,

Ҡарҙы борҡотоп тулай;

Йә, йыртҡыстай, олоп ҡуя,

Йә, сабый кеүек, илай,

Йәиһә туҙған ҡыйыҡтың

Һаламын гөпөлдәтә,

Йә, аҙашҡан юлсы һымаҡ.

Тәҙрәне дөңкөлдәтә.

 

Беҙҙең иҫке аласыҡта

Күңелһеҙ һәм ҡараңғы.

Ниңә һин дә тымдың, ҡортҡам,

Тышҡа һирәк ҡарайһың?

Кәйефең әллә төштөмө

Был буран шашыуына.

Әллә серем итәһеңме

Орсоғоң тауышына?

 

Әйҙә әле, бер эсәйек,

Үкһеҙ йәшлек моңдашым,

Ҡой шарапты; ҡайҙа каса?

Шатлыҡтар китһен ташып:

Ҡасһын ҡайғы; йырла миңә

Бәхет ҡошо хаҡында;

Йырла: нисек бер ҡыҙ һыуға

Барған йәйҙең таңында...

 

Күк йөҙөн буран томалай.

Ҡарҙы борҡотоп тулай,

Йә, йыртҡыстай, олоп ҡуя,

Йә, сабый кеүек, илай.

Әйҙә әле, бер эсәйек.

Үкһеҙ йәшлек моңдашым,

Ҡой шарапты, ҡайҙа каса?

Шатлыҡтар торһон ташып.

(Әсхәл ӘХМӘТ-ХУЖА тәржемәһе)

 

Сәскә

 

Килеп сыҡты китап эсенән

Онотолған, кипкән сәскә;

Солғанды ла ҡуйҙы күңелем

Сәйер генә хыял-хискә:

 

Ҡасан, ҡайҙа, ҡайһы яҙҙарҙа

Кем һуң өҙөп алған икән?

Араһына китап битенең

Ниҙәр уйлап һалған икән?

 

Өнһөҙ йәдкәреме был сәскә

Осрашыуҙың, айырылыуҙың,

Тын яланды йә һил урманды

Яңғыҙ гиҙеп ҡаңғырыуҙың?

 

Кисерәме әле ул икәү

Тормоштоң тат ейгән мәлен?

Уртаҡлашҡан әллә күптәнән

Ошо кипкән сәскә хәлен?

(Аҫылғужа БАҺУМАНОВ тәржемәһе)

 

Бағыусыма

 

Дуҫым минең ауыр көндәремдә,

Күгәрсенем минең ҡарыуһыҙ!

Яңғыҙ, ҡарағайлыҡ төпкөлөндә

Көтәһең күп-күптән арыуһыҙ.

 

Ҡарауылда төҫлө, көйәләнеп

Ултыраһың тәҙрә буйында,

Туҡтап ала бәйләм энәләрең

Йыйырсыҡтар баҫҡан ҡулыңда.

 

Онотолған ҡапҡа яғын бағып,

Ҡара ҡойған алыҫ юл сатын,

Һағыш-хәсрәт, һиҙенеүҙәр баҫып

Күкрәгеңдә ята гел ҡатыу.

(Гүзәл СИТДИҠОВА тәржемәһе)

Автор:Луиза Кирәева
 
 
Автор: