Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Август , 11:00

Ойоҡбашым

Ҡунаҡтабыҙ, яңы ғына бер-беребеҙгә эйәләшеп, әле генә геүләшә башланыҡ. Түр башында ултырған оло йәштәрҙәге Хәлим ҡоҙа, ойоҡбашы менән булған тарихты иҫкә төшөрә.

Ойоҡбашым
Ойоҡбашым

Һүҙ баҙар ойоҡбашы түгел, ә һарыҡ йөнөнән бәйләнгәне хаҡында. Беләһеҙ инде, беҙ, ауылдыҡылар, йомшаҡ ҡына, йөнө ҡабарып ҡына торған шундай ойоҡбаш кейеп үҫтек, ауылда әбейҙәр әле лә ҡап-ҡара ялтыр кәлүш менән шундайҙа йөрөй.
Хәлим ҡоҙаның тарихын уның менән нисә мәртәбә бер табында ултырырға тура килһә, шунса тыңлайым. Ана, хатта әллә кеме: ”Хәлим абый был ойоҡбашы тураһында йөҙ мәртәбә һөйләйҙер инде,” − тип мығырлап та ҡуйҙы.
Башҡа ҡунаҡтар ҙа яттан беләлер, тик беренсе мәртәбә ишеткәндәй, иғтибар менән тыңлай. Оло кешеләргә ихтирам менән ҡарарға кәрәк икәнен, инә һөтө менән төңөлдөрөп үҫтергән балалар бит.
Уның тарихы ла әллә ни оҙон түгел, ул бәрән һарыҡ йөнөнән генә бәйләнгән булһа ла, ойоҡбаш тураһында нәмә генә һөйләйһең инде?
* * *
− Миңә ул саҡта һигеҙме, туғыҙмы йәш. Был һуғыштан һуң инде.
Шунда берәүҙәр өйҙән ойоҡбашымды алып сығып киткән. Өпөр яңы ғына ойоҡбашымды. Уларҙы нисек күҙ ҡараһылай һаҡлап, “өф” итеп кенә йөрөтә инем. Йомшаҡ ҡына, йылы ғына ойоҡбаштарымды йоҡлағанда мендәр аҫтына ғына тығып ята инем. Тишелер тип ҡурҡып, кеймәнем дә әле. Утынға барғанда ла йоғанмайым, сылғау ғына урап йөрөйөм. Улары ла селтәрләнеп бөткән. Кеймәйем, үксәһе тишелер ҙә ҡуйыр, тип ҡурҡам. Ямаулыны кейәһе килмәй, ойоҡбаштарымда бары мәктәпкә генә йөрөйөм.
Бына шуны урлағандар инде.
Барыһына ла Ғәйшә апай ғәйепле. Теләһә кемде өйгә эйәләштерҙе. Имеш тә, Әртәлә торфта бергә эшләйбеҙ. Ауыл апайҙары, теге лә, был, уларға әле ауылдарына ҡайтып еткәнсе, атларға ла, атларға тип, үҙе булғанда, гел шул ике бисәне беҙҙең өйҙә төн ҡундырҙы.
Һәм был юлы ла, шулар китеп барышлай, беҙгә ҡунырға ингән.
Инәйем дә инде, йоҡларға урын юҡ тиң дә, сығар ҙа ебәр. Изге йән, етмәһә, улар өсөн иҫке фуфайкаларҙы йортҡа алып сығыптырып ҡағып, иҙәнгә урын йәйеп, ҡунаҡтай хәстәрләй бит әле. Имеш, меҫкенкәйҙәр, юлда арып, нисә саҡрым киләләр. Үҙе аҙаҡ: “Хәйерсегә яҡты йөҙ күрһәтһәң, ямаулыҡ һорай”, − тигән була. Һорай һиңә, урлай, тип әйтергә кәрәк, тим.
Мин иртүк утынға йөрөйөм, аҙаҡ мәктәпкә китәм, бына мин өйҙән сығып киткәндә, улар “хыр-пыр” йоҡлай ине әле.
Ойоҡбашым мөстөбәлә генә ҡалды. Йоҡонан уяныу менән сылғау урап ҡиндраҡ кейҙем дә, киттем. Ә улары яңы ғына инеләр, ҡиндраҡтарымды әйтәм. Инәйем уларҙы бошомталаптырып бирҙе, йүкәнән бауҙарын ишеп бәйләне. Күрше Кәрим бабай былтыр көҙ ит буйынса һалым түләргә заготконторға барғанда Петровичтан тояҡтарҙан ҡалған ваҡ-төйәк тиреләрҙе һорап алған. Тегеһе: “Ал, барыбер ташларға”, − тигән. Ул алып ҡайтып күрше-тирәгә таратҡан, инәйемә лә биргән.
Бына мин ошо өр-яңы ҡиндраҡтарымды кейеп, урманға саптым, ә ойоҡбаштарым мине көтөп эленеп ҡалды. Уларҙың нисек мейес ҡырында пары менән, береһе өҫтөнә икенсеһе фаслап ҡуйылып, ҡуңыс яғы өҫтә, табаны аҫылынып торғаны, әле лә күҙ алдында ғына.
Утын алып ҡайтҡанда теге бисәләр юҡ, китеп тә барғандар. Сәй эсеп, мәктәпкә йыйынһам, ойоҡбаштарымдан елдәр иҫкән. Инәйемдән һорайым. “Эй, Хоҙай! Теге икәү шылдырған инде! Таландыҡ та! Һин уларҙы кешегә һанайһың. Ә улар ана нишләй?” − тип ахылдай башланы.
Инәйемде әйтәм, шунда күҙ-ҡолаҡ булып торһасы.
Ни эшләргә? Төштөм арттарынан. Әллә ҡайҙа ла китеп өлгөрмәгәндәрҙер, тим. Хәҙер барып тотам уларҙы, кире алам ойоҡбаштарымды.
Йүгерәм, йүгерәм, инде ауылды ла сыҡтым, һаман күренмәйҙәр. Шулай шәп атлайҙармы икән?
Үҙем һаман шуны уйлайым, ниндәй оятһыҙ кешеләр була донъя йөҙөндә? Башыма һыймай. Уларҙы йылы өйҙә ҡунырға ҡалдыралар, ә утын артынан кем, мин йөрөйөм. Ә улар һинең әйбереңде урлап алып сығып китә. Шунда туҙған сылғауҙар тора, бер ҙә иҫке-боҫҡоға теймәгәндәр, ә минең ап-аҡ ойоҡбашымды алып сығып киткәндәр.
Инде Аҡабаш шишмәһенә лә еттем, ә улар юҡ, ер аҫтына төшөп киткәндәр тейерһең. Тимәк, мин утынға китеү менән сығып ысҡынғандар.
Сит кешеләр артынан ҡарап ҡына торорға кәрәк тә бит инде. Инәйем үҙе эшкә китергә булһа, беҙгә өйгә күҙ-ҡолаҡ булың, ҡапҡаны терәп кенә ултырың, сығып китмәң, тип өйрәтә. Беҙ өйҙә саҡта бер нәмә лә юғалмай ине.
Инәйем гел көйөп, башы ла эшләмәй хәҙер. Тәүҙә әтей өсөн ҡайғырҙы. Бер йыл унһыҙ донъя көтә инек. Әтей-ҙе урман киҫкән ерҙән алып киткәндәр. Ул бер грамоталы кешенән ауылға хат яҙҙырып ебәргән. Ултыртып ҡуйҙылар мине, тигән. Шуға уның ҡайҙа икәнен ауылдыҡыларға белдермәйбеҙ. Урмандамы, урманда. Инәйем шулай ҡушты.
Әтейҙе ҡулға алыуҙарына ат ҡына ғәйепле. Уны урмандан тимер юлына ағас ташырға ебәргәндәр, ә хайуан йығылған да үлгән. Уның үлемендә кешене ғәйепләп ҡуйыуҙарын белһә, тәнтерәкләп булһа ла, йөрөп ятыр ине, аҙаҡ колхозға кире ҡайтҡас, аҙбарҙа ғына үлер ине. Мал бит уйларға белмәй. Ахылдап ятҡан да, күҙҙәрен аҡайтҡан. Йүнһеҙ йән.
Бына хәҙер йортта эшләргә лә кеше юҡ. Йә энемдәр, һеңлемдәр бәләкәй, бар белгәндәре ашау. Ә ашарға бер нәмә лә юҡ. Ҡасандан йүкә ҡайырыһы менән йән аҫырайбыҙ. Тиҙерәк тирә яҡ йәшәреп китһә, балтырғанға, шыма көпшәгә йөрөй башлар, шуның менән тамаҡ туйыр ине. Ярай мәктәптә ашаталар, аҙ-маҙ тамағыбыҙ туйып ҡайта, ә бәләкәстәргә ул да эләкмәй. Эх, улар ҙа ҡасан ғына үҫә инде, исмаһам, мәктәпкә йөрөй башларҙар ине, тибеҙ.
Инәйемде көйҙөргән икенсе нәмә − Ғәйшә апай. Уны Әртәгә торфҡа эшкә ебәргәндәр ине, мунса инәм тип, аҙна һайын ҡайтып йөрөнө. Мунса тиһә лә, кис клубҡа сығырға ҡайтты инде. Өфәленең һыуы күтәрелеп, уның аша йөрөгән күперҙе ағыҙып алған да киткән. Апай паром аша сығырмын тип, Сажы ауылына килгән. Был арала ҡараңғы төшкән, паромсы ҡайтып киткән, ә апай бер знакум мәрйәлә ҡуна ҡалған. Мин тороп сығып киткәндә, яҡтыра ла башламаған ине, тигән булһа ла, паромсы үҙ ваҡытында килгән, шуға күрә ул һуңлаған. Икенсе көн йыйылыш йыйып, ваҡытында эшкә сыҡмаған өсөн, апайымды алты айға төрмәгә ултыртып ҡуйғандар.
Быныһын да бер кемгә лә һөйләмәйбеҙ, инәйем шулай ҡушты. Оят бит, ти.
Күрше-тирә, Ғәйшәгеҙ бер ҙә күренмәй, тиһә, эштән ебәрмәйҙәр, тигән булабыҙ.
Берәйһе белеп ҡалһа, атаһы ла ултыра, ҡыҙҙары ла ултыра, былар ғаиләһе менән төрөмщиктәр, тип көлә башлар.
* * *
Үҙем сабам, был бисәләр атламай, минең шикелле, йүгерә ахры, тим. Ҡыуа торғас, хәлем бөттө, килә-килә күҙ алдарым ҡараңғыланып китә, ә улар һаман күренмәй. Осмағандарҙыр бит инде, тип уйлайым. Инде Аҡабаш ауылын да сыҡтым, ә улар юҡ. Әллә кире генә боролорғамы икән? Мәктәпкә лә һуңланым, икенсе дәрестән һуң өйрә тараталар, хәҙер уныһы ла эләкмәй инде. Һәҙиә һеңлем шикелле ялан аяҡ ҡына сығып йүгерһәм икән, барып еткәнсе, бер туҡтамаһаң, аяҡ өшөп тә өлгөрмәй ул.
Өмөтөмдө өҙҙөм тигәндә, был бур бисәләрҙе ҡыуып тоттом шулай ҙа. Юлдың ике яғына төшөп алғандар ҙа, уйламай ҙа китеп баралар. Һыпырталар ғына.
Хәҙер тотам үҙегеҙҙе, тим. Эх, хәл бөттө шул. Тиҙерәк йүгерер урынға, аҙымға күс-тем. Ни эшләптер эсем ауырта башланы, һул яҡтан ғына бороп алды ла, ебәрмәй, бөтөнләй кәкерәйҙем.
Юҡ, барыбер тотам үҙегеҙҙе, алам ойоҡбашымды. “Туҡтаң, туҡтаң!” − тип ҡыс-ҡырам быларға.
Юҡ, боролоп ҡына ҡаранылар, үҙҙәре атлай бирә. Бына муйындары боролғор-ҙар. Мин һаман ҡысҡырған булам.
Йәшерәге боролоп ҡараны ла, ҡулдарын ҡыҙыу-ҡыҙыу һелтәп, тағы ла шәберәк атлай башланы. Күп тә ҡалманы ара, хәҙер эләктерәм мин һеҙҙе, тим. Бына килеп еттем яндарына, ауыр тын алам, саҡ-саҡ: “Кемегеҙ минең ойоҡбашты алды?”, − тип өҙөп-өҙөп әйткән булам.
“Алманыҡ. Кеше әйберенә йоғанырға, беҙ һиңә кем?” − тигән булалар. Ә урлағандары икеһенең дә йөҙҙәренә сыҡҡан бит инде. Арҡаларындағы биштәр тоҡтарын асып, минең битемә терәп тигәндәй: “Ҡара! Ҡайҙа бында ойоҡбаш күрәң?” − тип ҡыс-ҡырышалар.
Уҫалыраҡ тойолған, йәшерәгенең аяғындағы ойоҡбаш-ҡа эйелеп ҡарайым. Ике ҡат! Кәлүше эсенән ойоҡбаштарҙың ике ҡат итеп кейелгәне күренеп тора. ”Бир! Бына бит минең ойоҡбашым”, − тип ҡысҡырып ебәрҙем. “Ни эшләп һинеке булһын! Үҙем шулай кейәм, аяҡтарым һыҙлай”, − тигән була был. “Алдашма! Бир! Был минең ойоҡбаш. Кисә бер ҙә ойоҡбашың икәү түгел ине. Һине милицияға әйтәбеҙ, бирмәһәң”, − тип үҙемсә ҡурҡытмаҡсы булам.
Әйтерһең, алдымда упҡын асылып китте, ҡатын минең йөҙгә төкөрөктәрен сәсеп, ҡысҡырып ебәрмәһенме: “Әтейең төрмәлә ултыра. Апайың да төрмәлә ултыра, маңҡа, һиңә кем ышанһын!”.
Ысынлап та, миңә кем ышанһын инде, тип илай-илай кире ҡайтып киттем. Шунда, эх, ни эшләп мин берәй төрлө сихыр эйәһе түгел икән, тип үкендем.
* * *
Был ваҡиғаларҙан һуң бер-нисә йыл үтте. Ҡайын еләге йыйып, баҙарҙа һатып торабыҙ.
Мин инде ете класты тамамланым, ауылдан сығып китер һәм ботинка алыр өсөн аҡса йыям. ФЗО-ға киткән малайҙар каникулда өр-яңы форма, әллә ниндәй билдәләре булған фуражкалар кейеп ҡайта. Мин дә сығып китергә һәм башҡа ауылға әйләнеп ҡайтмаҫҡа, тигән уй менән йөрөйөм.
Шунда апайым бер ҡатынға күрһәтте: «Ҡара, бына ошо инде һинең ойоҡбаштарыңды урлаған ҡатын”. Мин уны күреп ҡалғас, ҡурҡып киттем, сөнки ҡатындың бите тиреһен алған һарыҡтыҡы кеүек ине. Апайым аңлатты: “Ул трактористка булып эшләгәндә, капотты кинәт асып ебәреп, битен парға бешергән”.
Мин уға ҡарамаҫҡа тырыштым.
Шул саҡ малайҙарға иларға ярамағанын, берәйһе күреп ҡалһа, илаҡ, тип ирештереүҙәрен дә онотоп, нисек юл буйы илап ҡайтҡаным иҫемә төштө.
* * *
Йылдар үтә килә, Хәлим ҡоҙаның һөйләгәне тулылана, тулылана бара. Тыңлағанда, әһә, үткән ваҡыт быныһын әйтмәгән инең бит, тип уйлап ҡуям. Быларын онотҡандан түгел, ә башҡа сәбәптәр менән йәшергәнен дә аңлай башланым. Ҡасан инде һин, ҡоҙа, башынан аҙағына тиклем, иләктән үткәрмәй генә һөйләрһең икән? Бәлки тулыһынса бер ҡасан да ишетмәбеҙ ҙә. Уныһы ла булыуы мөмкин.
Мәүлиҙә ӘХМӘТЙӘНОВА.
(Хикәйәлә урындағы һөйләш һүҙҙәре үҙгәртелмәне).

Автор:Лариса Михалькова